29 нояб. 2011 г.

Матбуғат – 2012


Акцияға ҡушылығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!

2012 йылдың тәүге ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыусылар араһында иғлан ителгән уйын дауам итә. Шулай итеп, 29 ноябрҙә киләһе отош үткәреләсәк. Унда төп приз – «Һаҡмар» редакция-нәшриәт комплексы әҙерләгән саң һурҙырғыс уйнатыласаҡ. Шулай уҡ башҡа бүләктәр ҙә буласаҡ: Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәтенән сәй сервизы, Шүлкә ауылынан Юламан Раевтан дини китаптар һ.б.


«Һаҡмар»ға яҙылып, квитанцияғыҙҙы тиҙ арала редакцияға ебәрегеҙ (үҙегеҙ алып килһәгеҙ ҙә була). Ярты йыл буйы «Һаҡмар»ҙы уҡып бер кинәнһәгеҙ, шул уҡ ваҡытта хәтәр генә приз отоуығыҙ ҙа мөмкин. Кем белә, бәлки, был юлы бәхет тап һеҙгә йылмайыр?!

“Һаҡмар” гәзите редакцияһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.