30 нояб. 2011 г.

27 ноябрь – Әсә көнө

Көслө рухлы ҡатын
Әлмира Хәкимйән ҡыҙы Бикбулатова Әбдрахман ауылында ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Үкенескә ҡаршы, әсәһенән 10 йәштә генә тороп ҡала. Ләкин атаһы балаларына етемлек күрһәтмәй, матур итеп тәрбиәләй. Әлмира Кәрешкә мәктәбен тамамлағас, Сибай ҡалаһында яратҡан һөнәренә уҡып, ауылына әйләнеп ҡайта. Ашнаҡсы булып эшләгән тырыш, эшһөйәр ҡыҙҙы барыһы ла ярата, ихтирам итә. Матур ҡыҙға егеттәр ҙә күҙ ата. Тиҙҙән Әлмира үҙ яҙмышын табып, кейәүгә сыға. 

Матур ғына ғүмер иткәндә, ҡотло йортҡа оло ҡайғы килтереп, тормош иптәше вафат була. Ошо көндән йәш ҡатынға береһенән-береһе ҡатыраҡ һынауҙар үтергә, тормош ҡаршылыҡтары менән көрәшергә тура килә. Ләкин ул бирешмәй. Баймаҡҡа эшкә урынлаша, ике улын да “бынамын” итеп үҫтерә. Хәҙерге ваҡытта өлкән улы Салауат Өфөлә медицина колледжында, ә Ҡадир Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Башҡорт республика интернат-гимназияһында 7-се класта белем ала.  
Әлмираны мин бал ҡортона тиңләр инем. Сөнки уның ҡулынан килмәгән эш юҡ, үҙе тынғыһыҙ, тик ултыра белмәй. Ҡул эштәренә оҫта, ә иң мөһиме – спорт менән бик дуҫ. Йүгереү буйынса республика күләмендәге ярыштарҙа призлы урындар яуланы, район-ҡала бәйгеләрендә лә әүҙем ҡатнаша. 
“Юлымда тик яҡшы кешеләр осрауына Хоҙайға шөкөр итеп йәшәйем. Улар һәр саҡ миңә ярҙам итергә әҙер. Туғандарыма, атайыма ла бик-бик рәхмәтлемен. Уларҙың ярҙамын, күңел йылыһын тойоп йәшәйем”, – ти Әлмира. 
Эйе, үҙе һәйбәт, изге күңелле кеше генә шундай фекер йөрөтәлер ул. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, һәр көндөң матурлығын күреп, тормошҡа ғашиҡ булып йәшәгән Әлмираны һәм районыбыҙҙың бар ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотлап, оло бәхеттәр, балаларының игелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.

Венера Килдебаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.