30 нояб. 2011 г.

27 ноябрь – әсә көнө

Әсәләр – донъя ҡотон һаҡлаусылар
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, беҙҙең һөйөклө әсәйҙәребеҙ! Ысын йөрәктән һеҙҙе донъялағы иң матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлайым!
Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Уның аша беҙ тормош менән танышабыҙ, тәүге һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә. 
Әсә булыу – яуаплы һәм изгелекле бурыс. Ҡатын-ҡыҙҙар өй йылыһын, ҡотон һаҡлап ҡына ҡалмай, ә бар көсөн, белемен, тәжрибәһен ил эшенә лә ҡуша. Улар ир-егеттәр менән бер рәттән бик күп өлкәлә тырышып хеҙмәт итә. 
Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса ҙур эштәр атҡарыла. Бигерәк тә күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһенә оло иғтибар бирелә. Был өлкәгә бик күп закондар, федераль һәм республика программалары йүнәлтелә. 
Ҡәҙерле әсәләр! Һеҙҙең балаларығыҙ, яҡындарығыҙ уҡыуҙағы һәм хеҙмәттәге уңыштары, йылы һүҙҙәре, изге эштәре менән генә ҡыуандырһын. Барығыҙға ла ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө һәм бәхет теләйем!
И. Ситдыҡов, 
муниципаль район хакимиәте башлығы.


Йән өрөүсе һин кешелеккә
Ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайым. Һәр беребеҙ өсөн Әсә – изгелек һәм шәфҡәтлелек, ышаныс һәм тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм мөләйемлек өлгөһө булып тора. Беҙ барыбыҙ ҙа әсәйҙәрҙең сикһеҙ һөйөүенең, һиҙгер күңеленең һәм хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен беләбеҙ һәм уға мәңге рәхмәтлебеҙ. Әсә кеше донъяға яңы йән эйәһе бүләк итә, балаға бишек йырҙары аша әхлаҡ нигеҙҙәрен, рухи  ҡиммәттәрҙе һеңдерә. Был матур байрам ғәзиз әсәй-ҙәребеҙ алдында баш эйеү, уның изгелегенә, хәстәрлекле ҡулдарына мәҙхиә йырлау өсөн иң уңайлы сәбәп.  
Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә  һүҙҙәр йөрөткән гүзәл әсәйҙәр! Һеҙгә балаларығыҙҙың  тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереүегеҙҙе теләйем. Үҫеп етеп, улар һеҙгә үҙегеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһендәр. Йорттарығыҙ һәр саҡ үҙ-ара аңлашыу , именлек, муллыҡ һәм бәхеттән балҡып торһон! Был байрам көнөндә  бөтә уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Л. Дәүләтшина,  
район  ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.