28 нояб. 2011 г.

Юбилейҙар

Күсейҙә тәүге уҡыу йорто асылыуға 130 йыл

 XIX быуаттың аҙағында Башҡортостанда йәҙитселек ысулы менән эшләгән  мәҙрәсәләр, мәктәптәр барлыҡҡа килә. Районыбыҙҙа тәүге мәҙрәсәләр  Муллаҡайҙа (1837), Таулыҡайҙа (1893), Темәстә (1874), Беренсе Этҡолда (1897), Билалда (1897), Юлыҡта (1897), Баймаҡта (1906),  Күсейҙә (1881) асыла. Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем алыусылар тыуған ауылдарына ҡайтып мөҙәристәр, мөғәллимдәр, имам-хатиптар булып эшләгән.

1880 йылда миллионер Рәмиевтар беҙҙең Күсей ауылында мәҙрәсә төҙөтә. Ул 1881 йылда асыла. Дини һабаҡтар менән берлектә яңы дәрестәр ҙә индерелә. Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә ҡоролоп,  грамотаға өйрәтеүгә, тәрбиә  эшенә иғтибар бүленгән. Был 1920 йылда мәғариф буйынса халыҡ комиссариаты статистик бүлеге тикшеренеүҙәрендә күрһәтелгән.
Мәҙрәсәнең тәүге мөғәллиме булып Хөснитдин Мөхәмәтов тәғәйенләнә. Бик уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, дини белемле кеше була ул. Хөснитдин хәҙрәт күрше ауылдарҙан килгән балаларҙы ла уҡыта. Мәҙрәсәлә белем алыу ғәрәп һәм латин телендә алып барыла. Уҡытыу эше юғары кимәлдә ойошторолған була. Артабанғы йылдарҙа малайҙар мөғәллиме булып Хәйрулбәшир Хәсән улы Әхмәтов эшләй. 1908 йылда Күсей мәҙрәсәһендә уҡытыу эше йәҙит ысулы нигеҙендә үҙгәртеп ҡорола. Шуныһы әһәмиәтле, Рәмиевтар  төҙөткән мәсет әле лә сафта.
1918 йылда Күсейҙә иң беренселәрҙән  булып совет мәктәбе асыла. 1920 йылда мәғариф буйынса халыҡ комиссариаты  статистик бүлеге тикшеренеүҙәрендә мәктәптең тулы исеме «Кусеевская единая трудовая школа первой ступени» тип яҙылған. Уҡытыу эшен Фитрат Хөснитдин улы Абдуллин, Мөхәмәт Шәйхислам улы Аҡназаров, Әширәф Әбделғәни улы Ғүмәров алып бара. Граждандар һуғышы һәм 1921 йылдағы аслыҡ йылдарында ауылда белем биреү туҡтатыла.
1925 йылда ауылда башланғыс мәктәп яңынан асыла һәм 1937 йылда ете йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелгәнгә тиклем эшләй. Ошо йылдарҙа уҡытыусылар булып Әсмә Баймырҙина, Сәкинә Исламғолова,  Маһикамал Ибәтуллина, Мостафа  Зәйнәғәбдинов, Ғәҙел Әҙеһәмов, Дамулла Игебаев һәм Яҡуп Илсебаевтар эшләй.  1935-1937  йылдарҙа Күсей мәктәбендә мәғариф отличнигы, 1919 йылда Беренсе Этҡол ауылында беренселәрҙән булып совет мәктәбенең ишеген асҡан Мостафа  Зәйнәғәбдинов эшләй.
Артабан 1939 йылға тиклем, Күсей ете йыллыҡ мәктәбенең директоры булып, Сибай руднигында 1930 йылда иң беренселәрҙән булып мәктәп асҡан Сәхәү Хәйбуллин тәғәйенләнә. Ул бик аҡыллы, үҙ эшен яҡшы белгән, инициативалы директорҙарҙың береһе була. Был йылдарҙа мәктәп яҡын-тирәлә иң ҙур мәктәптәрҙең береһенә әүерелә. Унда белем алыу өсөн Хәлил, Төркмән башланғыс мәктәптәренән һәм Басай, Иҫәнбәт, Тоҡтағол ауылынан  200-ҙән ашыу бала йыйылған.  Һәр класта 25-30-ар бала, хатта 5-се, 6-сы кластар 2-шәр булған. Мәктәптә М.Исмаков, Мәжитов, Бикбулатов, З.Йәрмөхәмәтовтар – математика, Ҡолоев – тәбиғәт һәм зоология, С.Хужабаев – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, А.Герасимов – рус теленән, З.Юлыева – географиянан, башланғыс кластарҙа Рәйсә Зөбәйерова, Рәйсә Мотаева, Миҙхәт Аҫылбаев, Ә.Йәнтүрина, Зыя Сәлиев, Хәмитов һәм башҡалар уҡыта.
1939-40 йылдарҙа мәктәп директоры вазифаһын Фәхри Ғәлләмов башҡара. Уҡыу йортоноң йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнеүсе ярҙамсыл хужалығы була. Мәктәпкә урындағы колхоз һәм ул саҡта Ә.Мусин етәкселек иткән старателдәр артеле ҙур ярҙам күрһәтә. Алтын йыуыусылар балаларға кейем-һалым һатып алыу өсөн аҡса бүлә. Әммә ауыр һынау сәғәте етә – дәһшәтле 1941 йыл килә. Ир-ат фронтҡа китеп бөтә, ә колхоз эштәре тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға һәм ҡарт-ҡоро иңендә тороп ҡала. Уҡытыу эштәре башланғыс кластарҙа ғына дауам итә. Ҡайһы бер балалар мәктәпкә лә йөрөй алмай. Уларҙы Әсмә Баймырҙина, Сәкинә Исламғолова өйҙәренә йөрөп уҡыта. «Информбюро» хәбәрҙәрен халыҡҡа аңлатыу, шулай уҡ колхоз баҫыуҙарында башаҡ йыйыу, фронтҡа ойоҡ-бейәләй бәйләп оҙатыуҙы ойоштороу ҙа уҡытыусылар елкәһенә ята. Уларҙың ҡулдары менән фронттағы яҡташтарға йөҙҙәрсә хат яҙыла. Һуғыштың һуңғы йылдарында мәктәпте һуғыш ветераны Вәли һибәт улы Биктимеров етәкләй.
1951 йылда 7 йыллыҡ мәктәп яңынан тергеҙелә. В.Биктимеров үҙенең янына эш һөйөүсән коллектив туплай. Тап ошо йылдарҙа уҡыусылар менән берлектә мәктәптең емеш-еләк, йәшелсә баҡсаһына нигеҙ һалына. Уҡытыусылар Бикә һәм Зөһрә Әминевалар, Сәкинә һәм Ғәфүрә Исламғоловалар, Г.Баһауетдинова һ.б. уҡытыу-тәрбиә эшенең алдынғылар сафында була. Ир-ат уҡытыусылар күбәйә бара. З.Ҡәйепов, Ғаяз Баязитов, Зәки Ишморатов, Сәмиғулла Бикиев, Миҙхәт Байрамғолов, М.Әхмәтов, Б.Буранбаев, К.Юламановтар мәктәптә үҙ эштәрен уңышлы ғына башлап ебәрә.
Мәктәп тормошо күҙ алдында үҙгәрә, һуғыштан һуң халыҡҡа йән инә, кешеләрҙең күңеле, кәйефе күтәрелә. Элек уҡыуҙы ташларға мәжбүр булған балалар парта артына яңынан ултыра. Ситтән килеп уҡыусылар өсөн ятаҡ һалына.
1953-1958 йылдарҙа мәктәп директоры булып Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы Хәсәнов эшләй. Был йылдарҙа коллектив мәктәптә политехник база булдырыу, уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү буйынса районда алдынғыларҙан һанала. Шуға күрә Һәләтле етәксе һәм ойоштороусы Х.Хәсәнов колхоз рәйесе итеп үрләтелә.
1959-1962 йылдарҙа мәктәп менән Рамаҙан Дауыт улы Баймөхәмәтов етәкселек итә. Ул сығышы менән Иҙрис ауылынан була. Рамаҙан ағай һуңынан Ярат, Семеновск, Таулыҡай мәктәптәрендә директор, Ленин исемендәге колхозда партком секретары булып эшләй.
1962-1968 йылдарҙа мәктәп менән талапсан педагог, яҡшы етәксе Фәрит Абдулла улы Яҡупов идара итә, һуңынан Ҡолсора, Әхмәр мәктәптәрендә (1962-1980), Иҫке Сибай урта мәктәбендә завуч булып эшләй.  Төрлө йылдарҙа Урал Ибраһим улы Газин (1968-1969), Хәбир Әбдрәхим улы Сөләймәнов, Фәйзулла Ғәйзулла улы Шәйхисламов (1970-1971), Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин (1971-1975), Йәғәфәр Яхъя улы Атанғолов (1975-1978), Илдар Зәйнулла улы Йосопов (1979-1982) Күсей 8 йыллыҡ мәктәбе директоры вазифаһын башҡара. Ул йылдарҙа уҡытыусыларыбыҙҙың күбеһе артабан район, республика күләмендә үҙ эшенең оҫтаһы булып китә. Мәҫәлән, М.Ә. Байрамғолов – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Ш. Уйылданова – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәйсә Зөбәйерова, Салиха Сәйғәфәрова, Мәхмүзә Исламғолова, Зөлҡәрнәй Йәрмөхәмәтов, Сәлим Хужабаев, Флүрә Ласынова, Фәғилә Зәйнуллина, Ғәрифә Ҡыуатова, Фазила Әхмәтова, Гүзәл Иҫәнбаева, Миңсара Иҫәнбаева, Хәбир Сөләймәнов, Хәким Моратов һәм башҡалар Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары булып таныла.
1974 йылда «Ирәндек» совхозы бер ҡатлы 8 йыллыҡ мәктәп бинаһын төҙөтә. Уны төҙөтөү, йыһазландырыу өсөн директорҙар А.Һ. Зәйнуллин, Й.Я. Атанғолов  бик күп көс һала. 1982 йылда мәктәп ун йыллыҡ ителә. 1988 йылда уның урынына ике ҡатлы яңы бина ҡалҡып сыға. Директор Урал Нурбәк улы Баййегетов, ауыл Советы рәйесе Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин һәм совхоз директоры Фирғәт Хәмит улы Хисмәтуллиндар мәктәп төҙөүгә һәм уның матди базаһын нығытыуға күп көс һала, унда һөнәри белем биреү базаһы булдырыла. 1989-1992 йылдарҙа директор вазифаһын Сания Мосауар ҡыҙы Әминева, 1992-1994 йылдарҙа Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин етәкләй.
Ауылдың иң ихтирамлы кешеләре Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин, Хәбир Әбдрәхим улы Сөләймәнов, Зөфәр Фәйзулла улы Мусин балаларға белем биреүгә  бер нисә тиҫтә йылын арнаны, ләкин пенсия йәшенә лә етә алмай вафат булып ҡалды. Уларҙы  уҡыусылары һәр саҡ йылы һүҙ менән иҫкә ала.

Күсей мәктәбендә төрлө йылдарҙа директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары булып Хөсәйен Закир улы Әбдрахманов, Евгения Яковлевна Штаб,   С.Ф. Фәхретдинов, Хәким Ғаззали улы Моратов, Хәкимйән Атаулла улы Ғәҙелшин,  Хәбир Әбдрәхим улы Сөләймәнов, Фәғилә Әхмиән ҡыҙы Мусина, Ғәрифә Шәһәрғәзе ҡыҙы Ҡыуатова, Вилүрә Шәйхи ҡыҙы Харрасова,  Вәсилә Сәлимйән ҡыҙы Әхмәтова, Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин, Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов, Хәбир Әбдрәхим улы Сөләймәнов, Шәүрә Вафа ҡыҙы Хәйбуллина,  Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Исламғолова, Мөхәмәт Рәфҡәт улы Әбсәләмов, Нәзир Айҙар улы Зәйнуллин,  Мөхәмәт Рәфҡәт улы Әбсәләмов эшләне.
Бөгөн беҙгә, уҡытыусыларға, кәңәшсе булған ветеран уҡытыусыларыбыҙ, мәктәбебеҙҙең ҡәҙерле ҡунаҡтары: Ф.Н. Ласынова,  Й.Й. Байназарова,  М.М. Мусина, М.Г. Иҫәнбаева, Г.Й. Иҫәнбаева,  Н.М. Хәсәнова, Ә.Ғ. Бикташева, Ш.В. Исламғолова, Р.М. Абдуллина,  В.В. Абдуллин,  Т.Ә. Үтәғолова балаларға белем биреүгә күп  көс һалған, уларға дөрөҫ юл күрһәткән өсөн ҙур рәхмәт!
Күсей мәктәбен тамамлаусылар араһында ябай малсы ла, зоотехник, агроном, яҙыусы, табип, шағир һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре бар. Мәктәбебеҙ үҙенең уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Күсейҙә Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәсғүт Заманов, яҙыусы Батыр Вәлид, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Республиканың Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Абдулхаҡ Игебаев, яҙыусы-прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова, ғалим, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Әлифба» китабы авторы, Ушинский миҙалы кавалеры Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов, балетмейстер-хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәүҙәт Зәйнулла улы Бикбирҙин, атаҡлы ҡурайсы Хәмит Борхан улы Әхмәтов, СССР эске эштәр министрлығының атҡаҙанған милиция хеҙмәткәре, полковник Рәил Исхаҡ улы Асҡаров, РСФСР-ҙың атҡаҙанған экономисы Әхмәтбаҡый Ласынов, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре Шамил Шәһәрғәзе улы Ҡыуатов, Мозафар Фәйзулла улы  Мусин, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Гөлсирә Ғәлиулла ҡыҙы Имамова-Сәғитова һәм башҡалар тыуған, белем алған, йәшлек йылдары Күсей сәхрәләрендә, күк Ирәндек буйҙарында уҙған.
Күсей мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙан, уҡып киткәндәрҙән 100-ҙән ашыуы уҡытыусы һөнәрен һайлай, республикабыҙҙың төрлө район, ҡалалары, ауылдары  мәктәптәрендә ижади эшләне һәм эшләп йөрөй. Уларҙан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары Юлай Хәким улы Моратов, Мәғзүрә Ғаяз ҡыҙы Баязитова, Рәүилә Муса ҡыҙы Әхмәтова, Мәҙинә Ғәйнитдин ҡыҙы Нәҙерғолова,  Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғылары: хаҡлы ялға тиклем район мәғариф бүлегенең баш белгесе булып эшләгән Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Әхмәтова, Нәзирә Мөжәүир ҡыҙы Хәсәнова,  Алһыу Мөхәмәтйән ҡыҙы Иҫәнбаева, Ғәрифә Шәһәрғәзе ҡыҙы Ҡыуатова, Айһылыу Ишбулды ҡыҙы Үтәғолова, Зөһрә Ғаяз ҡыҙы Баязитова, Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы Байназаровалар,  Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғылары: Зөһрә Ишбулды ҡыҙы Үтәғолова,  Мәүлидә Рафиҡ ҡыҙы Хөснетдинова, Рәүфә Шәһәрғәзе ҡыҙы Ҡыуатова, Айгөл Ғәйнитдин ҡыҙы Уразгилдина, Фазила Әхмәтйән ҡыҙы Әхмәтова,  филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты филология факультеты доценты Нәйлә Азамат ҡыҙы Ласынова, Сибай институты уҡытыусылары Фәйрүзә Вәлит ҡыҙы Абдуллина, Рәзилә Рәмил ҡыҙы Үтәғоловалар тик маҡтауға ғына лайыҡ.
Күсей мәктәбендә оҙаҡ йылдар ижади эшләгән бик күп уҡытыусылар юғары наградаларға лайыҡ булды: «Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы» знагына – башланғыс кластар уҡытыусылары  Г.Й. Иҫәнбаева, Н.М. Хәсәнова; «Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының Почетлы хеҙмәткәре» знагына – мәктәп директоры, физика уҡытыусыһы Ҡ.Ш. Уйылданов; «Өлкән уҡытыусы» исеменә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.Ә. Зәйнуллина; «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» знагына – математика уҡытыусыһы Х.Ә. Сөләймәнов, инглиз теле уҡытыусыһы М.Г. Иҫәнбаева, физкультура уҡытыусыһы  Н.Ә. Үтәғолова.
1994 йылдан бөгөнгә тиклем мәктәпте Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов етәкләй. Белем усағы район күләмендә алдынғылар сафында. Мәктәп яны участкаһы яҡшыра, ярҙамсыл хужалыҡ булдырыла, уҡыусыларҙың юғары белем алыуға ынтылышы арта. Мәҫәлән, 2000 йылда мәктәпте тамамлаусы 10 уҡыусының 6-һы юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, мәктәп был күрһәткес буйынса районда – 4-се, ә ауыл  мәктәптәре араһында беренсе урынға сыға. Сығарылыш класы уҡыусыларының 2009 йылда – 50 проценты, 2010 йылда 100 проценты юғары уҡыу йорттары студенттары булып китте.
2010 йылда мәктәп төп дөйөм белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелде. Бөгөн коллектив үҙенә ҡуйылған бурыстарҙы ихлас атҡарырға тырыша. Әле бында барлығы 15 педагог – яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған йәштәр һәм бай тәжрибәле  уҡытыусылар ҙа эшләй.   Н.Ә. Үтәғолова, Р.М. Кинйәбаева, Ф.Ғ. Үтәғолова, К.И. Уйылданова, Г.И. Игебаева, С.Ш. Әбдрәхимова, М.Р. Әбсәләмов, И.М. Латыпова, Н.И. Үтәғоловалар йәш быуын уҡытыусыларына үрнәк булып тора. 
Уҡыусыларыбыҙ спортта, район күләмендә үткән олимпиада һәм конкурстарҙа яҡшы сығыш яһай. Оло юбилейҙы мәктәп коллективы ярайһы ғына уңыштар менән ҡаршылай. 2010/11 уҡыу йылы йомғактары буйынса төп белем биреү йорттары араһында «Йыл мәктәбе – 2011» район конкурсында еңеп сыҡтыҡ. Был  уңышҡа коллективтың тырышлығы, йыл буйы ижади эшләү арҡаһында өлгәштек. Республика күләмендә үткән «Балаларға республикабыҙ баш ҡалаһын бүләк итәйек!»  конкурсында үҙ төркөмөбөҙҙә – беренсе, ә бөтә ҡатнашыусылар араһында Гран-приға лайыҡ булдыҡ. Бындай ҙур еңеүгә 5-9-сы класс уҡыусыларының  тимур командалары башҡарған изге эштәре менән өлгәшелде. Йәйгеһен ике тапҡыр 20-шәр уҡыусы Өфөгә экскурсия менән бүләкләнеп, бик әһәмиәтле һәм мауыҡтырғыс сәйәхәт яһаны. Мәктәп музейы ла төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Музей етәкселәре Г.И. Игебаева һәм Н.И. Үтәғолова уҡыусылар менән берлектә район күләмендә үткән «Ватан юлдары буйлап» конкурсында – беренсе, «Иң ҡыҙыҡлы экспонат» конкурсында – икенсе, «Уҡытыу-тәрбиә эшендә музейҙың роле» конкурсында – өсөнсө, «Иң яҡшы экскурсия ойоштороусы» конкурсында өсөнсө урындар, республика күләмендә үткән «Бөйөк Еңеүгә – 65» конкурсында – беренсе, «Иң яҡшы экскурсия ойоштороусы» конкурсында өсөнсө урындар яуланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И.М. Латыпова район конкурсында еңеп, республика күләмендә үткәрелгән  «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсында  дипломға, «Киске Өфө» гәзитенең махсус призына лайыҡ булды. Уҡыусыларыбыҙ район күләмендә үткән барлыҡ конкурстарҙа үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Уларҙы конкурстарға уҡытыусылар К.И. Уйылданова (математика), Д.Н. Илбулов (технология һәм һынлы сәнғәт), Р.М. Кинйәбаева, Н.И. Үтәғолова, С.Ш. Әбдрәхимова, В.З. Зәйнуллина (башланғыс кластар), Г.И. Игебаева  (Башҡортостан тарихы һәм әҙәбиәте), Ә.Ш. Фәйзуллин (музыка), Г.Ә. Исламғолова (инглиз теле), Н.Ә. Үтәғолова (физкультура) әҙерләне.
Мәктәп баҡсаһында алма, төрлө емеш-еләк уңа, йәшелсә менән дә үҙебеҙҙе тәьмин итәбеҙ. Мәктәптә 12 кабинет, спорт залы, оҫтахана, ашхана (40 урынлыҡ), компьютер класы, тир, музей бар. 5 спорт секцияһы, 6 предмет түңәрәге, 8 башҡа төрлө түңәрәктәр эшләй. Бигерәк тә уҡыусылар бокс (етәксеһе Х.Х. Сәфәрғәлин, ДЮСШ), «Авиамоделләү» (етәксеһе Н.А. Зәйнуллин, СЮТ) волейбол һәм баскетбол секцияларына ихлас йөрөй. Мәктәп коллективы «Үҫеп килеүсе быуынды ауылдан сыҡҡан шәхестәрҙең тормош юлы һәм ижады миҫалында тәрбиәләү», «Яңы информацион технологиялар ҡулланып уҡыусыларҙың белем кимәлен күтәреү»  тигән темалар өҫтөндә эшләй. Быйыл 20-нән ашыу уҡыусы ситтән тороп Интернет олимпиада, конкурстарҙа ҡатнаша. Мәктәп киләсәккә ҙур пландар ҡора. Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – йәш быуынға ныҡлы белем, тейешле тәрбиә биреү,  ышаныслы алмаш әҙерләү.
Ҡ. Уйылданов, мәктәп директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.