29 нояб. 2011 г.

Тантаналар


Юғары наградаларға лайыҡ булдылар

22 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы саралар ойошторолдо. Унда беҙҙең райондан хакимиәт башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендәге делегация ла ҡатнашты һәм юғары наградалар алып ҡайтты.


Байрамға арналған саралар тәүҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында башланды. Унда аграрийҙарҙы һөнәри байрамдары менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтов, вице-премьер, ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев ҡотланы. Беҙҙең райондың “Рассвет” АХК-һы (етәксеһе А.Б. Шәрипов) ауыл хужалығы производствоһында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн республика Хөкүмәтенең Дипломына һәм аҡсалата премияһына лайыҡ булды. М.У. Солтанов етәкләгән Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәгенең Баймаҡ территориаль бүлеге “сорт һәм орлоҡ контроле буйынса иң яҡшы филиал” тип билдәләнде. “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенең ҡымыҙ яһау оҫтаһы Алһыу Моратова “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” номинацияһында еңеп, Диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Аграрийҙарҙы тәбрикләү артабан Республика Йортонда дауам итте. Бында уларҙы Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов ҡотланы. Рөстәм Зәки улы ҡулынан республиканың юғары наградаларын алыу бәхетенә Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғ.Б. Сәлимов һәм “Рассвет” АХК-һы рәйесе А.Б. Шәрипов иреште – уларға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.

Ленин исемендәге АХК механизаторы Наил Солтанов менән “Аҡморон” АХК-һы механизаторы Николай Емельянов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ә “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенең алдынғы механизаторы Рәфҡәт Ишназаров иһә “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн” маҡтау билдәһе менән бүләкләнде.

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш Конгресс-Холл бинаһында үтте. Аграрийҙарҙы Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек, үҫемлектәрҙе һаҡлау департаменты директоры П.А. Чекмарев тәбрикләне.

Байрамға арналған саралар Башҡортостандың танылған сәнғәт оҫталарының ҙур концерты менән тамамланды.

Азамат Мөхәмәтшин.

Һүрәттә: Башҡортостан Президенты Ленин исемендәге АХК рәйесе

Ғ.Б. Сәлимовҡа республиканың иң юғары наградаһын тапшыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.