29 нояб. 2011 г.

Хоҡуҡ һаҡлау


Эш хаҡы түләнергә тейеш

Баймаҡ прокуратураһы тарафынан «Аҡморон» ауыл хужалығы кооперативында Хеҙмәт кодексы закондарының үтәлеше тикшерелде. Уның барышында кооперативтың хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү буйынса 2011 йылдың 14 октябренә тиклем 1 млн 161 000 һум күләмендәге бурысы барлығы асыҡланды. Шуға күрә «Аҡморон» АХК-һы рәйесенә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 5.27-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы эш ҡуҙғатылды.

Ойошма-предприятие етәкселәре, РФ Конституцияһының 37-се статьяһының 3-сө пунктына ярашлы, эш хаҡы ваҡытында түләнергә тейеш икәнлеген онотмаһындар ине. Әгәр граждандарҙың был хоҡуғы боҙолһа, улар прокуратураға мөрәжәғәт итә ала.

Е. МИХАЙЛОВ, прокурор ярҙамсыһы.



Полицейский булырға теләһәң

Илебеҙҙә «Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренә социаль гарантиялар тураһында» федераль Закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, 2012 йылдан Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарына эш хаҡы, пенсия артасаҡ. Яңы закон буйынса, муниципаль берәмектә эшләгән рядовой полиция хеҙмәткәрҙәре 24-26 мең һум, 10 йылдан ашыу эш стажы булған офицерҙар 40-44 мең һум аласаҡ. Уларҙың пенсияһы 1,3 мәртәбә артасаҡ һәм йыл һайын күбәйә барасаҡ.

Бынан тыш, Эске эштәр министрлығы, полиция хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн, уларға бер мәртәбә социаль түләү ҙә бирәсәк.

Киләсәген хәстәрләгән, граждандарҙың именлеген һаҡларға теләгән йәштәр полицияға эшкә килә ала. Полиция хеҙмәтенә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары алына. Рядовой һәм кесе командирҙар составына урта белемле, ә юғарыраҡ вазифаларға махсус, юғары белемле кешеләр алына.

Полиция хеҙмәткәрҙәре социаль пакет менән дә тәьмин ителә. Уға ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау, бушлай медицина хеҙмәтләндереүе, 20 йылдан пенсия тәғәйенләү һ.б. инә.

Әгәр ҙә һеҙ әүҙем, маҡсатҡа ынтылыусан һәм берҙәм, татыу коллективта эшләргә теләйһегеҙ икән, Баймаҡ эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Хәҙерге ваҡытта беҙгә полицейский, полицейский-водитель һәм офицерҙар составына юридик белемле кешеләр талап ителә. Беҙҙең адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 13. Тел. 8(34751) 3-15-26.

Баймаҡ эске эштәр бүлеге.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.