29 нояб. 2011 г.

Яңылыҡтар


Шәхес хөрмәтенә

26 ноябрҙә Икенсе Этҡол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе Дәүләтбай Сөләймән улы Ибраһимовтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтәсәк. Ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыласаҡ.

“Юлдаш йыры” лауреаттары

18-19 ноябрҙә “Юлдаш” каналы быйыл икенсе тапҡыр “Юлдаш йыры” республика конкурсын ойошторҙо. 30 райондан килгән ҡатнашыусылар араһынан Иҫке Сибай ауылынан Венер Моратов һәм Сибайҙан Фәнис Сирбаевтар икенсе урынға сыҡты. Афарин! Уларҙы был еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Балалар фантазияһы етерлек!

Балалар ижады үҙәгендә “Ҡаурый ҡәләм” конкурсына килгән 80 эш ҡаралды. Шөкөр, балаларыбыҙҙың фантазияһының сиге юҡ! Еңеүселәрҙең ижади эштәре район, республика матбуғатына ебәреләсәк, ә рус телендә яҙышҡандар араһындағы яҡшы эштәр Рәсәй кимәлендәге “Пробуем перо” конкурсына тәҡдим ителәсәк.

Йәш һайлаусылар аҙналығы үтте

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтенең йәштәр секторы ҡалабыҙҙың бөтә уҡыу йорттары студенттары араһында “Йәш һайлаусы аҙналығы” ойошторҙо. Унда “Иң зирәк һайлаусы” темаһына викторина, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, конкурстарҙа еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Йәштәр союзы сафы тулыланды

105-се һөнәрселек училищеһында Башҡортостан демократик йәштәре союзы сафына әүҙем студенттарҙы ҡабул итеү тантанаһы үтте. Уларға билдәләр, ағзалыҡ танытмалары тапшырылды. Район буйынса етәксеһе итеп Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенты Хәсән Үлйәбаев һайланды.

Спорт яңылыҡтары

Ишембай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының 19-сы Ауыл уйындары иҫәбенә шашка һәм шахмат буйынса ярыш үтте. Баймаҡ районының шашка командаһы өсөнсө урынды яуланы. Район намыҫын “Баймакский вестник” гәзитенең яуаплы секретары Х.З. Үтәев, 105-се һөнәрселек училищеһы директоры А.А. Исхаҡов, “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт мастеры А.Х. Бураншин, Таулыҡай ауылынан мәҙәниәт ветераны Р.Ҡ. Ҡоланбаева яҡланы. Р.Ҡоланбаева шәхси зачетта өсөнсө урынға сыҡты.

Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.