30 нояб. 2011 г.

Төҙөкләндереү


Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

2011 йылдың 28 апрелендә район биләмәһендә төҙөкләндереү буйынса смотр-конкурс ойоштороу һәм үткәреү тураһында муниципаль район Советының ҡарары булғайны. Ошо көндәрҙә конкурс положениеһына ярашлы йомғаҡ яһалды һәм унда ҡатнашыусылар түбәндәге номинацияларҙа билдәләнде:


2011 йылдың иң яҡшы ауыл Советы һәм хакимиәте”:

Ишмырҙа ауыл Советы ауыл биләмәһе (башлығы Б.Д. Нурдәүләтов). Коллектив Рәхмәт хаты һәм райондың күсмә кубогы менән бүләкләнә.

2011 йылдың иң яҡшы ауыл урамы”:

Ниғәмәт ауылының Баҡса урамы (старостаһы В.Н. Мансурова);

Мерәҫ ауылының М.Ғафури урамы (Аҡминде округы, депутаты М.М. Килдейәров);

Ғәҙелбай ауылының Мәктәп урамы (старостаһы Ф.Б. Әсәнов);

Йәрмөхәмәт ауылының Буранбай урамы (депутаты Р.Р. Ишҡыуатова).

Еңеүселәр Рәхмәт хаты, “2011 йылдың иң яҡшы ауыл урамы” тигән табличка һәм 1 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнә.

2011 йылда Баймаҡ районының өлгөлө ауыл ихатаһы”:

Йомаш ауылы, Күспей урамы, 18-се йорт (Фәриҙә һәм Кәрим Иҫәновтар);

Үрге Таулыҡай ауылы, Татыр урамы, 1-се йорт (Хөмәйрә һәм Баҙарбай Дәрминевтар);

Ниғәмәт ауылы, Баҡса урамы, 17-се йорт (Фәриҙә һәм Айҙар Бикмәтовтар);

Ҡаратал ауылы, Һаҡмар урамы, 17-се йорт (Дамира һәм Ғәли Мусиндар);

Әмин ауылы, Һаҡмар урамы, 9-сы йорт (Земфира һәм Зәкир Йосоповтар).

Номинанттар диплом, “2011 йылда Баймаҡ районының өлгөлө ауыл ихатаһы” табличкаһы һәм 1 мең һум премия менән бүләкләнә.

2011 йылда райондың иң яҡшы күп ҡатлы йорто”:

Урғаҙа ауылы, Коммунистик урамы, 15-се йорт (йорт комитеты рәйесе урынбаҫары Р.У. Бүләкова). Еңеүсе диплом, “2011 йылда райондың иң яҡшы күп ҡатлы йорто” табличкаһы һәм 1 мең һум премия менән бүләкләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.