29 дек. 2011 г.

Тантаналар

3 меңенсе сертификат тапшырылды
Бар булмышы менән һине генә яратып, һиңә генә ышанып, күҙҙәреңә мөлдөрәп ҡарап торған сабыйыңды һөйөү – Ер йөҙөндәге иң оло шатлыҡ. Балалары булған ғаиләләргә дәүләт тарафынан төрлө ярҙам күрһәтелеүе лә ҡыуаныслы. 2007 йылдан алып икенсе сабыйы донъяға килгән бәхетле ғаиләләргә әсәлек (ғаилә) капиталы бирелә башлауы уның бер дәлиле. Был дәүләт ярҙамы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларға белем биреүгә, әсәләрҙең киләсәк пенсияһын туплауға булышлыҡ итә.
Ошо көндәрҙә Пенсия фонды идаралығында беҙҙең район буйынса әсәлек (ғаилә) капиталы сертификатының өс меңенсеһен тапшырыу тантанаһы үтте. Уға Гөлназ Муса ҡыҙы Төлкөбаева эйә булды.

Ике балаға ғүмер биргән матур ғаилә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Гөлназ үҙәк ҡала дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер булып эшләһә, ире Илдар “Газсервис” ААЙ-һының Баймаҡ комплекслы хеҙмәтендә проект-смета эштәре буйынса инженер. Балалары Иҙелгә өс йәш тулһа, кескәй Русланға өс кенә ай әле.

Матбуғат – 2012

Ҡомарлы отош тамам
Күп һанлы гәзит уҡыусыларыбыҙ һорауы буйынса “Һаҡмар” гәзите редакцияһы быйыл да гәзиткә яҙылыусылар араһында акция иғлан иткәйне. Райондаштарыбыҙ был юлы ла унда әүҙем ҡатнашты, редакцияға бөтәһе 1600-гә яҡын квитанция килде. 
27 декабрҙә “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыусылар араһында һуңғы уйын үтте. Уйындың комиссия составында Баймаҡ ҡалаһынан мәғариф ветераны Хөрмә Хажмөхәмәт ҡыҙы Биктимерова ҡатнашты һәм ул квитанцияларҙы тартып сығарып даланлыларҙы билдәләне.
Шулай итеп, отош һөҙөмтәһе:
  • “Һаҡмар” гәзите аша йыл дауамында бер тапҡыр бушлай ҡотлау биреү  – Әминева З.Х. (Баймаҡ ҡалаһы, Баҡса урамы, 1–2), Ишҡыуатов Ш. (Һаҡмар ауылы);
  • Баймаҡ ҡалаһындағы бассейнға абонемент – Байымова Венера (Байым ауылы), Әҙеһәмова Хазина (Юлыҡ), Ғөбәйҙуллина Сәлимә (Баймаҡ ҡалаһы, Ниғмәти урамы, 9), Яҡупова Рәйфә (Икенсе Этҡол);
  • “Заман” магазины әҙерләгән ҡорған элгес (гардин) – Юламанов С.Ф., Билал ауылы, С.Юлаев урамы, 13;
  • Термос (бағыусы – Ярат ауыл биләмәһе хакимиәте) – Мөхәмәтдинова Зөһрә (Сәйғәфәр ауылы, Тыныслыҡ урамы, 45);
  • Карауат ябыуы (“Белошвейка” теген салоны) – Ғазин Вәкил (Мерәҫ ауылы).

Боҙ ҡаласығы – бала саҡҡа сәйәхәт

Яңы йыл алдынан кем генә мөғжизәгә ышанмай икән?! Бигерәк тә балалар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ҡалабыҙҙың үҙәк майҙанында кисә асылған боҙ ҡаласығы ла кескәйҙәргә генә түгел, ололарға ла ҙур шатлыҡ бүләк итте.

Тантанаға йыйылған балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин тәбрикләп, Яңы йылда иң изге теләктәр, һаулыҡ, бәхет теләне. “Яңы йыл балалар өсөн дә, ололар өсөн дә иң матур байрам. Шуға күрә һеҙҙең өсөн төрлө әкиәт персонаждарын ҡуйып, ысын мөғжизәле ял итеү урыны әҙерләргә тырыштыҡ. Был боҙ ҡаласығы балаларыбыҙға тик шатлыҡ бүләк итеүен, уларҙың ҡышҡы каникулдан һуң ял итеп, яңы көс менән гел “биш”кә уҡыуҙарын теләйем”, – тине.
Кескәйҙәр мәҙәниәт бүлеге, халыҡ ижады һәм балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле тамашаны яратып ҡабул итте. Улар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы һ.б. әкиәт геройҙарын да ҡыуанып ҡаршы алды. Артабан балалар өсөн төрлө уйындар һәм ярыштар үткәрелде. Ә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй йырлап бейеүгә хатта ололар ҙа ҡушылды.

Йылды барлап

Район яңы үҫеш юлына баҫты
Төбәктә социаль-иҡтисади өлкә күтәрелеш осорон кисерә
 

Халыҡ фекере

Ф.Һ. Исрафилов, ауыл хужалығы производствоһы һәм хеҙмәт ветераны, Темәс ауылының ветерандар советы рәйесе:
– Һуңғы ун йыл райондың халыҡ хужалығы тармағы ысын мәғәнәһендә торғонлоҡ осорон кисерҙе, күп позицияларҙы юғалттыҡ. Ә быйыл ун ай эсендә генә лә ғәйәт ҙур эштәр башҡарылды. Бына беҙҙең Темәс ауылында ғына тиҫтә йыл хәл ителмәгән проблемалар бер йыл эсендә хәл ителде. Газ, электр линиялары, һыу үткәргес төҙөү һәм реконструкциялау буйынса күп эшләнде – бының өсөн ауыл халҡы район хакимиәтенә ҙур рәхмәтле.
Киләһе йыл беҙҙә ҡеүәтле һөт эшкәртеү комбинатын сафҡа ебәреү күҙаллана. Ябай халыҡ район хакимиәтенең бөгөнгө эше менән ҡәнәғәт һәм төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә үҙебеҙҙең дә өлөштө индерергә әҙербеҙ.
Ф.Ғ. Вәхитова, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы:
– 2011 йыл бар яҡтан уңышлы үтте тип иҫәпләйем. Район күләмендә лә, ауыл Советы буйынса ла быға тиклем кисектерелеп килгән бик күп эштәр башҡарылды. Район ауылдарын эсәр һыу менән тәьмин итеү, яңы социаль объекттар төҙөү, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм башҡа бихисап атҡарылған эштәр, ауыл хакимиәттәренә бүленгән ярҙам республика, район етәкселегенең  халыҡ тураһында хәстәрлек күреүенең асыҡ миҫалы булып тора. Беҙҙең ауыл Советы буйынса әйткәндә, Байымда һыу үткәргескә ремонт яһалды, мәктәптәр һыу менән тәьмин ителде. 6 ауылдың дүртәүһенең урам юлдарына ҡырсынташ түшәлде, Ниғәмәттә өр-яңы ике ҡатлы мәҙәниәт йорто төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. 3 ауыл урамдарында электр линиялары яңыртылды, Ниғәмәт мәктәбе ашханаһына капиталь ремонт яһалды, һыу үткәрелде.
Азамат Мөхәмәтшин,
ауыл хужалығы бүлеге мөдире.

Социаль өлкә

«Хеҙмәт ветераны» исеме алыу өсөн
2012 йылдың 1 ғинуарынан  Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законы үҙ көсөнә инә.
Был Закон менән хеҙмәт ветерандарының өҫтәмә категорияһы – “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” билдәләнде. Законға ярашлы, 60 йәше тулған ир-егеттәр өсөн 40 йыл, 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йыл страховка стажы булыу мотлаҡ. Был төркөмгә ҡараған граждандар – бер ниндәй ҙә дәүләт наградаһы булмаған, оҙаҡ йылдар ойошма һәм предприятиеларҙа намыҫлы эшләүселәр. Уларға 2012 йылдың 1 ғинуарынан ай һайын 145 һум 93 тин өҫтәмә түләнәсәк.

Сәләмәт тормош

Спортта ла алдынғы улар!
Үткән шәмбелә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында  уҡытыусылар спартакиадаһы уҙғарылды. Сараны мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы, мәғариф бүлеге  менән берлектә район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса секторы ойошторҙо.

Һаҡланғанды һаҡлармын

Байрам имен үтһен
Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының дәүләт янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге мәғлүмәттәре буйынса йыл һайын ғинуар айының тәүге ун көнөндә янғын һәм унда һәләк булыусылар осраҡтары уртаса күрһәткестән ике тапҡырға күбәйә. Анализ күрһәтеүенсә, атап үтелгән ваҡытта Рәсәйҙә тәүлегенә 730-ға тиклем ут сыға, уларҙа 900-ләгән кеше һәләк була. Былтыр ғинуарҙың тәүге ун көнөндә бөтәһе 5521 янғын сыҡты, 660 кеше һәләк булды.
Башҡортостан биләмәһендә лә Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары осоронда был тәңгәлдә хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Һуңғы биш йылда беҙҙең районда ғинуар айында ғына бихисап янғын сыҡҡан, унда 7 кеше, шул иҫәптән ике бала һәләк булған.
Сираттағы Яңы йыл байрамы килеп тә етте, күптәр пиротехника  изделиелары ала башланы. Әлеге мәлдә был мауыҡтырғыс әйберҙәрҙе һәр кем һатып ала ала, байрам төнө күк йөҙө сағыу уттарҙан балҡып тора. Бәләкәй балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем салют аттыра. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: был тамашалар гел генә ҡыуаныслы тамамланмай. Йыл һайын бер нисә кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре ала.
Петардаларҙың һәм ракеталарҙың күп өлөшө баҙарға законһыҙ рәүештә индерелә, хәүефһеҙлек һәм сифат сертификаттары юҡ. Улар күберәк Ҡытай, Вьетнам илдәрендә тейешле белеме булмаған кәсепселәр тарафынан етештерелә. Етештереү технологияһы үтә ябайлаштырылғанға күрә петардаларҙың хаҡы ла арзан һәм тоҡандырғас та улар шундуҡ шартлай. Быға шартлатҡыс матдәләренең күп төрлө булыуы ла булышлыҡ итә.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала  йыл һайын Яңы йыл байрамы мәлендә фейерверк, петарда арҡаһында тиҫтәләгән янғын сыға. Асыҡ ҡалған тәҙрә аша йортҡа, балконға, төҙөлөш урындарына эләгеп ут сығыуы мөмкин.
Пиротехника хәтерегеҙҙә онотолмаҫ, матур тәьҫораттар ғына ҡалдырһын өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү зарур:
  • уны һатыуға лицензияһы булған махсус магазиндарҙан ғына алырға;
  • 16 йәшкә тиклемге балаларға шартлай торған пиротехник изделиеларҙы һатыу тыйыла;
  • ҡушымта ҡағыҙында изделиеның ҡайһы илдә, ниндәй фирма тарафынан сығарылыуы, һаҡлау сараһы, ҡулланыу ҡағиҙәһе тураһында рус телендә мәғлүмәте, етештереүсенең реквизиты, сертификат хаҡында белешмәһе мотлаҡ булырға тейеш;
  • балаларға бенгаль уттарын, петардаларҙы үҙаллы яндырырға рөхсәт бирмәгеҙ;
  • фейерверк изделиеларын бина эсендә шартлатмағыҙ, ҙур фейерверктарҙы 100 квадрат метр киңлек майҙанда шартлатыу рөхсәт ителә. Салют атыласаҡ биләмәлә ағастар, йорттар, шулай уҡ электр линиялары булмаһын;
  • янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән янғын һүндереү хеҙмәтенә шылтыратығыҙ (телефондар: 01, 112).
Тағы шуны әйтеп үтергә кәрәк: байрам саралары уҙғарғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеген онотмағыҙ. Саралар үткәргәндә яуаплы кешеләр дежурлығын ойоштороу кәрәк. Шыршыны ныҡ, стенаға һәм түбәгә теймәҫлек итеп урынлаштырыу зарур. Төҙөк булмаған гирляндалар, тиҙ янып китә торған материалдан эшләнгән уйынсыҡтар элергә ярамай. Шулай уҡ беренсел янғын һүндереү саралары булыуы ла мотлаҡ.
Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың именлеген тәьмин иткән осраҡта байрам көндәре бәлә-ҡазаһыҙ үтер. Яңы йыл барыбыҙға ла шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен.
И. Әбүбәкиров,
Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса дәүләт янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы.

Ушанов Т.С.


74 йәшендә ҡапыл ғына район матбуғаты ветераны Тәфтизан Сабирйән улы Ушанов вафат булып ҡалды.

27 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Президенттан күстәнәс
Матур традицияға таянып, Башҡортостан Республикаһы Президенты быйыл да күп балалы ғаиләләргә Яңы йыл күстәнәстәре тапшырырға ҡарар итте. Уҙған шәмбелә Баймаҡ ҡалаһы хакимиәтендә биләмә башлығы И.Ә. Бураншиндың ҡулынан 98 бала Президент тәмлекәстәре алып ҡыуанды.
 
Рәйестәр кәңәшләште
Баймаҡ ҡалаһындағы урам комитеттары һәм йорт советтары рәйестәренең торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары етәкселәре менән берлектә осрашыуы үтте. Кәңәшмәлә көнүҙәк проблемалар ҡаралды, уларҙы хәл итеү юлдары өйрәнелде. Етәкселәр күтәрелгән һорауҙарға яуап бирҙе.
 
Яңы техника килде
Ошо көндәрҙә “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ының базаһы тағы ла ике берәмек техника менән тулыланды. Улар ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүселәрҙең еңел булмаған эшен  еңелләштерер, тип өмөтләнәбеҙ.
 
Ҡыш бабайҙар конкурсы
Бөгөн районда “Тройка”лар, Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар ярышы башлана. Иң етеҙ арғымаҡ, иң сая Ҡыш бабай һәм иң һылыу Ҡарһылыу кем булыр?
 
Яңы эш урындары булдырылды
Үҙ эшен асырға теләүселәргә тәғәйенләнгән республика программаһы һәр кем өсөн дә ҡулай. Бөгөн 39 эшһеҙ үҙ кәсебен асып, 22 кешегә өҫтәмә эш урыны булдырған. Уларҙың 26-һы шәхси эшҡыуарлыҡ, 13-ө крәҫтиән-фермер хужалығы буйынса йүнәлеш алған. Улар башлыса ҡортсолоҡ, ремонт-төҙөлөш эштәре, малсылыҡ, баҡсасылыҡ, икмәк бешереү, төҙөлөш материалдары етештереү, автосервис, бөҙрәхана асыу буйынса шөғөлләнә.
Йылды уңышлы тамамлап
Халыҡ ижады үҙәгенең методика кабинеты белгестәре “Оҫталыҡ сиктәре” республика конкурсының өс этабын да уңышлы үтеп, ике номинацияла еңеү яуланы һәм Диплом менән бүләкләнде. Методика кабинеты мөдире С.С. Ирназарова “Йыл методисы-эҙләнеүсеһе” дипломы менән наградланды.
Лилиә ТАКАЕВА.

Ҡотлайбыҙ!
Үҙ эшендәге юғары күрһәткестәре, пландарҙы һәм йөкләмәләрҙе сифатлы башҡарғаны, финанс системаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте һәм ижади инициативалы эшмәкәрлеге өсөн Баймаҡ районы территориаль финанс идаралығының баш экономисы Әхмәтова Гөлдәр Әсхәт ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы финанс министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Һөйөнөслө яңылыҡ
Игеҙәктәргә – пособие
Быйыл 23 декабрҙә Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов “Бер үк ваҡытта ике (игеҙәк) һәм унан күберәк балалары тыуған ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә саралары тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2012 йылдың 1 ғинуарынан алып бер үк ваҡытта ике (игеҙәк) һәм унан күберәк балалары тыуған ғаиләләргә һәр балаға өс йәше тулғансы ай һайын 500 һум күләмендә пособие түләнәсәк. Был пособие Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән һәм йән башына килемдәре йәшәү минимумының икеләтә суммаһынан артмаған граждандарға бирелә.
Шулай уҡ  киләһе йылдың 1 ғинуарынан бер үк ваҡытта өс (игеҙәк) һәм унан да күберәк балаһы тыуған ғаиләләргә (әгәр улар алдан уҡ республиканың урындағы үҙидара органдарында торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған булһа) торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләүҙәр алыуға хоҡуҡ биргән торлаҡ сертификаттары тапшырыласаҡ.
Указ 2012 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. Уның үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә йөкмәтелә.
С. Кейекбирҙина әҙерләне.

Рәсми бүлек

Балаларҙы төндә йөрөтөргә ярамай
2010 йылдың 14 июлендәге “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 294(з)-се Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһының, шулай уҡ Баймаҡ районы прокуратураһының тәҡдимдәргә баһаһын иҫәпкә алып, Баймаҡ районы муниципаль район Советы ҡарар итә:

Бәхил бул, ҡәләмдәш…

Күңелдәрҙә мәңге йәшәрһең, Тәфтизан ағай...
Беҙҙең хөрмәтле остазыбыҙ, яҡын кәңәшсебеҙ, республикабыҙҙа киң билдәле ысын журналист Тәфтизан Сабирйән улы Ушановтың көтмәгәндә вафат булып ҡалыуы йөрәктәребеҙҙә мәңге уңалмаҫ ауыр яра ҡалдырҙы.

2000 йылда тәүге һаны донъя күргән әсә телендәге үҙаллы гәзитебеҙҙең Тәфтизан Ушановтың хәстәрлеге, тырышлығы менән асылыуы бер кемгә лә сер түгел. Уның халҡы, туған теле өсөн янып йәшәүенең татлы емеше ул “Һаҡмар” гәзите. Тәфтизан ағай төрлө тарафтарҙан йыйылған йәш журналистарҙың остазы ла булды, иң яҡын кешеһенә әүерелде. Уның беҙҙе телебеҙ серҙәренә, мәҡәлә, очерк, репортаж яҙырға өйрәтеүе һәр беребеҙ өсөн алтынға тиң һабаҡ булды. Тәфтизан ағайҙың тәржемәләрҙе бер тында әҙерләүен һоҡланып күҙәтер инек. Ә ул беҙҙең ауыҙ асып шаҡ ҡатыуыбыҙға ҡарап көлөп-йылмая ла: “Тәржемәлә иң мөһиме – уны туған телебеҙҙә халыҡҡа аңлайышлы итеп еткереү”, – тип әйтер ине.
Тәфтизан Сабирйән улы беҙҙе эшкә генә өйрәтеп ҡалманы. Ҡайһы саҡта тормош килтереп һуҡҡан көтмәгән ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итеүе, атайыбыҙҙай ҡурсалауы ла йәнебеҙгә дауа булды. Беҙҙе – тәжрибәһеҙ йәш журналистарҙы – яҡлашып сығыш яһарға ла ҡурҡманы. Бының өсөн беҙ уға бигерәк тә рәхмәтлебеҙ. Тәфтизан Сабирйән улының кемгәлер тауыш күтәреүен, асыуланыуын бер ҡасан да күрмәнек. Беҙҙе лә ул редакцияға килгән кешеләр менән матур итеп аралашырға өйрәтте. Ғаилә ҡәҙерен белеү, яҡындарыбыҙҙы һаҡлау-яҡлау буйынса ла Тәфтизан Сабирйән улы беҙгә оло үрнәк булды. Уның тормош юлдашы, хөрмәтле Гөлшат апай ҡаты ауырып киткәс, ысын ир, ныҡлы терәк була белеүе менән дә күп кешеләргә өлгө ине. Пар аҡҡошон юғалтырға теләмәгән тоғро юлдаш булараҡ, Тәфтизан ағай бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты һәм ғүмерлек мөхәббәтенә йән өрә алды.    
Мәңгелек донъяға китер алдынан Тәфтизан Сабирйән улы редакцияға килде. Ғәҙәттәгесә, һәр журналистың хәлен белеште, балаларын һорашты, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп көлдөрөп алды. Унан “Сибайҙа ла булдыҡ беҙ...” тип аталған күләмле мәҡәләһен ҡалдырҙы. Район гәзите барлыҡҡа килеүгә 80 йыл тулыуға арналған ине ул. Күрәһең, хөрмәтле журналисыбыҙ беҙҙе йыуатыу өсөн үҙенең һуңғы ҡулъяҙмаһын бүләк иткәндер.
Һәр саҡ йылмайып, көлөп, яҡшы кәйефен бар халыҡҡа бүләк итеүсе Тәфтизан ағайҙың ашҡынып типкән йөрәге бәйгеләрҙә ярһып сапҡан аттай, кинәт туҡтаны. Шулай ҙа уның осло ҡәләме, фәһемле һәм көслө рухта яҙылған мәҡәләләре халҡыбыҙҙың күңелендә мәңге һаҡланыр.

Cпорт

Баймаҡтар бирешмәй!
Үткән кесе йомала Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында 1994 йылғы һәм унан йәшерәк үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса район-ара турнир уҙғарылды. Был ярыш Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналды. Унда барлығы 12 команда ҡатнашты.
Турнирҙа Баймаҡ данын 13 уҡыусы яҡланы. Ныҡышмалы көс һынашыуҙан һуң беҙҙең команда яҡшы һөҙөмтәгә – икенсе урын яулауға иреште. Унан тыш шәхси беренселектә лә тәүге урындарҙы баймаҡтар алды: Фәнзил Түләков (Баймаҡ), Илнур Нурғәлин (Билал), Баязит Исхаҡов (Таулыҡай), Марат Латыпов (Юлыҡ) үҙ төркөмдәрендә икенсе булды. III урынды иһә Алмас Ишмөхәмәтов (Билал) менән Байрас Исхаҡов (Таулыҡай) яуланы.
А. Ишназаров.

«Һаҡмар»ға килә хаттар

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Быйыл да һеҙҙең әүҙем булыуығыҙ, фәһемле, матур йөкмәткеле хаттарығыҙ гәзитебеҙҙең сағыу биҙәгенә әүерелде. Быйыл редакцияға 1021 хат килде. Шуларҙың 37-һе төрлө ойошма-учреждениеларға тикшерергә ебәрелде. Уларға ваҡытында яуап алынып, гәзит биттәрендә баҫылды йәки адресаттың үҙенә генә тапшырылды. Ун бер хат аноним булыу сәбәпле, архивҡа һалынды.
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың әүҙем яҙышыуы бер яҡтан беҙҙе сикһеҙ ҡыуандырһа, икенсе яҡтан мәҡәләләрҙең баҫылыу ваҡытын тотҡарлай. Шуға күрә хаттарығыҙҙың донъя күреүен көткәндә сабырыраҡ булһағыҙ ине.
“Һаҡмар” гәзитенең яҡын дуҫтары –  Баймаҡтан Гөлкәй Яҡупова, Рәшит Үтәев, Әмир Сәйғәфәров, Рәйсә Хәсәнова, Вәсилә Иҙрисова, Венера Килдебаева, Зөлфиә Сапарова, Икенсе Этҡолдан Сәлимә Хәсәнова, Ҡолсоранан Салауат Мөхәмәтшин, Әбделкәримдән Йәмних Ҡашҡаров, Билалдан Райхана Булатова, Мерәҫтән Дилбәр Яхина, Муллаҡайҙан Әхмәдулла Хәсәнов, Ҡыуаттан Шәрифйән Әбделғафаров, Темәстән Сәлимйән Вәлиев, Зарина Игебаева, Ишбирҙенән Гөлсирә Вәлиева, Әминдән Райхана Халиҡова һ.б. оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең әүҙемерәк булыуын, ауыл-ҡалалағы хәбәрҙәр, яңылыҡтар менән ваҡытында уртаҡлашыуын үтенгебеҙ килә.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, ысын күңелдән һаулыҡ-бәхет теләп, киләсәктә лә беҙҙең менән бергә ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ. “Һаҡмар”ҙың тик һеҙҙең өсөн генә донъя күреүен онотмағыҙ, дуҫтар!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА,
хаттар һәм социаль тормош
бүлеге мөдире.

Үҙ ҡулдарым менән мөғжизә тыуҙырам

Районыбыҙҙа тирә-яҡҡа нур сәсеп торған, үҙенсәлекле, зауыҡлы биҙәлеше менән һоҡланыу уятҡан йорт-ҡура төҙөгән ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырған ошондай ғаиләләр  һәр ауылдың биҙәге.
 Баймаҡ район китапханаһы район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы уңайынан “Мөғжизәле йорт – үҙ ҡулдарым менән” исемле конкурс иғлан иткәйне. Ул үҙҙәре төҙөгән йорт-ҡураһы менән тормошобоҙға йәм өҫтәүсе ғаиләләрҙе барлау, уларҙың өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Бәйгелә 43 ғаилә ҡатнашты. Улар араһында сәләмәт тормош алып барыусы, матур йәшәүгә ынтылыусы оҫта ҡуллы йәш ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Заман ауырлыҡтарына зарланмай, төрлө юлын табып йорт һалып инеп, уны үҙ ҡулдары менән эшләнгән йорт-йыһаздары менән зауыҡлы итеп биҙәп, иркен йорттарында балалар үҫтерә, татыу ғүмер итә улар. Районыбыҙ ғорурлығы булған ошондай ғаиләләрҙең береһе – Күгиҙел ауылынан Ләлә һәм Ғаяз Аҫылбаевтар бәйгелә беренсе урын яуланы. Өс балаға ғүмер биргән был парҙың көндәлек тырыш хеҙмәте, оҫта ҡулдары, фантазияға бай, матурлыҡҡа ғашиҡ күңелдәренең емешенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Мерәҫ ауылынан Ләйсән менән Факил Шәриповтар, Ниғәмәт ауылынан Айгөл менән Иршат Бикмәтовтар икенсе урынды яуланы. Ә өсөнсө урынға Йомаштан Иҫәновтар һәм Бөрйәнйылғанан Теләүсиндар лайыҡ булды.
Әбделкәримдән Булатовтар, Аҡморондан Байсуриндар, Юлыҡтан Солтановтар, Темәстән Назарғоловтар, Үрге Иҙристән Сәғәҙиевтарҙың эштәре лә баһалама ағзалары тарафынан яҡшы яҡтан билдәләнде.
Бәйгелә ҡатнашыусы барлыҡ ғаиләләргә оҫта ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырыу, үҙҙәренең генә түгел, тирә-йүндәгеләрҙең дә тормошона ҡот-йәм өҫтәп йәшәүҙәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да эштәрегеҙ уң, тормошоғоҙ күркәм, бәхетегеҙ тулы булһын.
Ә. Сәйғәфәров, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе;
Л. Дәүләтшина, үҙәк район китапханаһы директоры.

Күгебеҙ аяҙ булһын

Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ. Йылдар үтеү менән уның хәтирәләре лә тынғы бирмәй, йыш ҡына күңелгә инеп оялай. Гәзит уҡыусыларҙы бынан 70 йыл элек булған ваҡиғалар менән таныштырмаҡсымын.
…Матур йәй иртәһе. Кемдер ял көнөн файҙалы үткәрергә уйлаған, кемдәрҙер мәктәпте тамамлап, хыялдарға сумып, таң ҡаршылаған мәлдә бөтә уй-өмөттәрҙе селпәрәмә килтереп һуғыш башланды. Ошо сәғәт-минуттарҙа илебеҙ сигендә халҡыбыҙҙың ҡаны ағыла ине...
Беҙ бала инек. Һуғыштың мәғәнәһен дә аңламаныҡ. Ил һаҡлайым, ил яҡлайым тип 13 өйҙән генә торған ауылдан 16 кеше фронтҡа китте. Уларҙың тик бишәүһе генә кире әйләнеп ҡайтты. Эйе, беҙ бәләкәй инек. Әммә яуҙа ятып ҡалған ағайҙарҙы күреп, хәтеребеҙҙә ҡалдырып өлгөрҙөк. Улар әле лә күҙ алдымда. Бынамын тигән ҡурайсы Мәхмүтйән ағай Һөйөндөков (әле уның ҡыҙы йыраусы Ғилмияза беҙҙең арала, ә ҡарындашы Хөсниямалдың улы ҡурайсы Азат Айытҡолов һәр кемгә яҡшы таныш), тракторсы Сабирйән Байсоғоров, һунарсы Аллағыуат Үтәпов, оҫта мандолинасы, бейеүсе Зәбихулла ағай Ҡадыровтар әле лә онотолмай. Онотолмаһындар ҙа, киләсәк быуындың тыныслыҡ һаҡсыһы булып күңелебеҙҙә мәңге йәшәһен.
Уларҙың үҙ ерен, ғаиләһен, балаларын, туғандарын ҡалдырып фронтҡа китеүе, тыуған еренә әйләнеп ҡайта алмауы мәңгелек һағыш, үкенес булып ҡалды. Ул саҡта малай ғына булған Әхтәм ағай Булатов бер яугирҙың фронтҡа йүнәлгән поезд тамбурында йырлап торған йырын күҙ йәше аша  беҙгә йырлап еткерер ине:
Әрмеләргә барып сәс еткерҙем,
Сәскенәйем етте (лә) үрмәгә.
Хаҡ Тәғәлә беҙгә яҙған  микән
Тыуған ерҙе ҡайтып күрмәгә.
Был йырға ниндәй һағыш, ниндәй зар һалынған! Әммә илде һаҡларға, яҡларға, азат итергә кәрәк ине. Был изге бурыс тыуған еребеҙҙең арҙаҡлы улдарының иңенә төштө. Халҡыбыҙҙың йәше лә, ҡарты ла күп ауырлыҡтар кисереп, шул эшкә дәррәү тотондо. Сөнки Мостай ағай яҙғанса:
Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Ул көндәр башҡа бер ҡасан да килмәһен! Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек, ҡәрҙәштәр!

Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы булды

Совет осороноң алдынғы ҡарашлы, йәмәғәт эштәрендә башлап йөрөүсе уҡытыусыбыҙ һәм ауылдашыбыҙ, хеҙмәт ветераны, үҙ ғүмеренең 42 йылын белем биреүгә бағышлаған Яҡуп Мөхәмәҙиә улы Дияров тураһында был мәҡәләм. Ул беҙҙең арабыҙҙа булмаһа ла, ауыл халҡы уны кешеләргә ихтирамлы, һәр саҡ теремек, абруйлы булды, тип иҫкә ала.


Яҡуп Мөхәмәҙиә улы 1931 йылдың 12 июлендә Басай ауылында, күмәк балалы  ғаиләлә тыуа. Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, 1949 йылда уҡытыусы булып эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға башланғыс белем бирә. Бигерәк тә тел һәм математика дәрестәрен күңелле итеп алып бара ине. Математика фәненә  һөйөү уҡытыусыбыҙҙан килгәндер, ни тиһәң дә беҙҙең синыфтан ғына 5-6 математика уҡытыусыһы сыҡты. Үҙенең кәңәштәре менән беҙгә оло тормош юлына баҫҡас та ярҙам итеп торҙо.
«Һәр нәмәне үҙегеҙ эшләп өйрәнегеҙ», – ти торғайны ул. Йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге, тырышлығы, үҙ фекерле булыуы менән айырылып торҙо. Агитатор, пропагандист, парторг ҡына түгел, өлгөлө ғаилә башлығы һәм атай булды ул.

Мәктәпте ойоштороусы иҫтәлегенә

Иҫке Сибай мәктәбендә ауылда беренсе Совет мәктәбен ойоштороусы Күсәбаев Яҡуп Ғүмәр улы исемендәге кубокка волейбол буйынса ярыш үтте. Бәйгене  арҙаҡлы ауылдашыбыҙҙың ейәне Замир Рәфҡәт улы Күсәбаев һәм уның туғандары ойошторҙо.
Яҡуп Ғүмәр  улы 1892 йылда Иҫке Сибай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1912–1914 йылдарҙа Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡый. Тырышып уҡып йөрөгәнендә беренсе донъя һуғышы башланып китә, уның тәүге көндәрендә үк ул хәрби хеҙмәткә алына һәм 1914– 1918 йылдарҙа ошо һуғыш мәхшәрен үҙ иңендә татый. Шуның өс йылын немецтарҙа әсирҙә үткәрә. Әсирҙәр араһынан немец телен өйрәтеү өсөн бер нисә кешене һайлап алалар, улар араһында Яҡуп Ғүмәр улы ла булып, махсус танытма ала. Тотҡонлоҡтан ҡотолғас, ул үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм хәрби хеҙмәттән тик 1921 йылда ғына тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта. 1921–1922 йылдарҙа Темәстә Бөрйән-Түңгәүер кантонында инструктор-ойоштороусы булып эшләй.

Башҡорт рухлы ҡаҙаҡ еҙнәйем

Башҡортостан – Ҡаҙағстан... Мин Ер шарының был ике урынын өҙөлмәҫ туғанлыҡ ептәре менән сырмаған ғаилә тураһында бәйән итмәксемен.
Ҡаҙаҡ еҙнәйем  Минжасаров Ҡабый ата-әсәһе, туғандары менән 1940-1950 йылдарҙа Баймаҡ районында йәшәй. Ул Ғәле ауылында тыуып үҫкән, Урғаҙа йылғаһының һыуын эсеп, Сатратау итәгенең емеш-еләген йыйып, һомғол, зифа буй еткергән Хәнифә исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Хәнифә Ғилман ҡыҙы Ҡарасова – минең ике туған апайым. Күп уйлап тормай, ҡыҙыу ҡанлы ҡаҙаҡ егете апайымды һората. Ҡартатайым  зиһенле, аҡыллы ҡарашлы кеше булараҡ, йәштәргә ризалығын бирә. Заманына күрә, йолаға ярашлы итеп йәштәр матур ғына туй үткәреп, Хәйбулла районының Первомайский ауылында йәшәй башлайҙар. Ҡаҙаҡ ғаиләһе апайымды тиҙ генә үҙ  итә. Ҡабый еҙнәйем алдынғы һарыҡ көтөүсе була. Уны тырыш хеҙмәте өсөн Бөтә Союз Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә Мәскәүгә делегат итеп ебәрәләр. Хатта Хәйбулла районына бүленгән  “Волга” машинаһын да уға бирәләр.

Оло йөрәкле тәрбиәсе

Осһоҙ-ҡырыйһыҙ урман... Ҡараш менән генә булһа ла иңләйем тиһәң – күҙең талыр. Уны ҡалын юрған булып ҡаплаған ҡарҙың, ағастарға ҡунған бәҫтең аҡлығын бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Тәбиғәттең шундай аҡлыҡ, сафлыҡ бөркөп торған мәлендә Халиҡова Миңзәлә Рамаҙан ҡыҙы матур Алғаҙы ауылында донъяға килә.


Мәктәп йылдарын Алғаҙы, Әбделкәрим ауылында үткәндән һуң, хеҙмәт юлын Магнитогорск ҡалаһында башлай. Бер нисә йыл эшләгәс, Сибай ҡалаһына юллана. Тик уға Сибайҙа оҙаҡ эшләргә тура килмәй: үҙенең мөхәббәтен – Мостафа ағайҙы осратып, күп тә үтмәй Ишбирҙе ауылына килен булып төшә. Тормоштарының йәме, ҡыуанысы булып, бер-бер артлы ҡыҙҙары Лилиә, улдары Йәҙгәр донъяға килә.
1982 йылда Миңзәлә Рамаҙан ҡыҙы Ишбирҙе ауылының балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Тәүҙә төрлө эштәрҙә йөрөһә, 1985 йылдан бирле  кесе тәрбиәсе вазифаһын башҡара. 26 йыл дәүерендә балалар баҡсаһы ниндәй генә ваҡиғалар кисермәне?! Тик Миңзәлә апай бер ваҡытта ла зарланмай, тик яҡшы мәлдәрҙе генә иҫкә алып һөйләргә ярата. Коллективта үҙенең ихласлығы, ярҙамсыллығы менән оло абруй ҡаҙанды. Иғтибарлы булыуы, йор һүҙлелеге, шаянлығы менән балаларҙы үҙенә ылыҡтыра белә.
Балалар баҡсаһында үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. Төрлө иртәлектәрҙә, байрамдарҙа ихлас ҡатнаша, бер ҙә өлкәнәйҙем инде тип ултырмай. Ниндәй генә ролдәргә, образдарға инергә тура килмәне уға!
Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләүсе коллегабыҙға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете, йөрәге менән әлегеләй гел йәш булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Әсәләрсә хәстәрлекле

Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина Мерәҫ ауылы мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Ул һәйбәт теоретик әҙерлеге, үҙ бурыстарына етди ҡарауы менән айырылып тора. Уның уҡыусылары мәктәпкә байрамға килгән кеүек ашҡынып килә. Тимәк, балалар өсөн бында ҡыҙыҡ, белем алыу улар өсөн шатлыҡ. Яратҡан апайҙары һәр береһенең хәлен һорашырға, әсәләрсә йылы һүҙ ҡушып, күңелен күтәрергә, ҡанатландырырға ла өлгөрә. Уҡытыусы дәрестәрендә күберәк үҙе әҙерләгән дидактик таратма материалдарҙы файҙалана. Кластан тыш сараларҙың сценарийҙарын да үҙе төҙөй.

Динә Ғәфүр ҡыҙы – ысын уҡытыусы, баланың психологияһын яҡшы белә, белемде ғәҙел баһалай. Ул балаларҙы хөрмәт итә һәм үҙе лә быға лайыҡ. Был һоҡланғыс уҡытыусы ауыл китапханаһында үткән төрлө сараларҙа бөтә класы менән ҡатнаша, мин уға оло рәхмәтлемен.
Ғаиләлә һөйөклө ҡатын, өлгөлө әсәй ҙә ул. Тормош иптәше Илшат Дамир улы менән өс бала үҫтерәләр. Илшат Дамир улы ла мәктәптә эшләй, тарих уҡытыусыһы. Уның уҡыусылары район, республика кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яулай. Татыу ғаилә Илшаттың ата-әсәһе менән бергә йәшәй, балалары ғүмерҙәрен мәғарифҡа арнаған ҡартатай-ҡартәсәй тәрбиәһе алып үҫә.
Ошондай матур ғаиләләр, үҙ эштәрен намыҫ менән башҡарған уҡытыусылар күберәк булһа, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслыраҡ, ныҡлыраҡ булыр ине. Мырҙағәлиндарға һаулыҡ, бәхет, эштәрендә түҙемлек, уңыштар теләйем.

Киң күңелле апайым

Әсәйемдең бер туған һеңлеһе Фәймә Теләүбирҙина хаҡында һүҙем. Бик бәләкәй көйө генә әсәйһеҙ ҡалғас, уларға был тормоштоң ҡағып-һуғыуҙарын үҙ иңендә күтәреп, бөтә ауырлыҡтарҙы күреп үҫергә тура килә.
Апайым бик тә сабыр, изге күңелле кеше ул. Элекке “Һәүәнәк” совхозының Һаҡмар ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған Фәтхислам еҙнәбеҙ донъя ҡуйғас та ул совхозда эшләүен ташламаны – хаҡлы ялға сыҡҡансы маҡталып, алһыҙ-ялһыҙ тир түкте. Бер ул һәм алты ҡыҙын яңғыҙ үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы, уҡытты, шартына еткереп туйҙар яһаны. Хәҙер инде балалар үҙҙәре ныҡлы донъя көтә, һәр береһенең яратҡан эше бар, балалар үҫтерә, уҡыта. Апайыма оҡшап, ҡыҙҙары ла егәрле, шәп, матур йырлай, бешеренеүгә лә бик оҫта. Уның Баймаҡ төҙөлөш бригадаһында эшләгән Флүзә исемле ҡыҙы “БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеменә лайыҡ булды. Бындай маҡтаулы исем һәр кемгә бирелмәй бит!
Ә Фәймә апайымдың үҙенең аш-һыуға оҫталығы хаҡында айырым әйтеү урынлы булыр. Сөнки уның өҫтәле һәр саҡ тәмле-татлы ризыҡтарҙан һығылып тора, унан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ауылға туғандарым янына ҡайтҡанда һәр ваҡыт апайыма барырға тырышам – уның татлы ризығын тәғәм итеп, һөйләшеп ултырып сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер! Минең шатлыҡтарым өсөн ихлас ҡыуана, көйөнөстәрем булһа, бергә көйөнә. Балалары апайымды бер ваҡытта ла ҡалдырмай, килеп хәлен белеп торалар.
Апайым, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт! Хоҙай һиңә ныҡлы һаулыҡ бирһен, балаларыңдың ҡыуаныстарын ғына күреп оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Зифа Буранғолова.
Йылайыр районы, Петровка ауылы.

Вәзимә инәй таҡмаҡтары

Ауылыбыҙҙа йор һүҙле, аҡ күңелле бер ағинәй йәшәй. Вәзимә Мөхәммәтша ҡыҙы Вәхитова булыр ул. Һикһәнде теүәлләп килгән ил инәһенең бала сағы уҙған быуаттарҙағы коллективлаштырыуҙың иң ауыр осорҙарына тура  килә.  Тулыр-тулмаҫ алты класлыҡ белем менән ул бик йәшләй генә ҡара эшкә егелә. Бәхетле киләсәккә оло өмөттәр бағлап йөрөгән үҫмер  Вәзимәнең  һәм уның  ише  бик  күптәрҙең  яҡты  хыялдарын  көтмәгәндә ҡупҡан ҡәһәрле  һуғыш  пыран-заран  килтерә.  Әсе  нужаларҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, сәйәси ғәҙелһеҙлекте, ауыр  юғалтыуҙарҙы – барыһын да, барыһын да үҙ иңдәрендә кисерергә тура килә уға. Ләкин инәй  бөгөлөп  төшмәй – ауыр  тормош уны бик йәшләй сыныҡтырған, тәүәккәл булырға өйрәткән инде.

26 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн
Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостан 2012 йылда федераль бюджеттан 7,4 миллион һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Федерацияһы бюджетынан иң яҡшы уҡытыусыларға йәмғеһе 200 миллион һум бүленәсәк. Субсидиялар төбәктәргә тигеҙ бүленмәгән. Мәҫәлән, иң ҙур премия фондын Мәскәү (9 миллион һум), Краснодар крайы (8,6 миллион) һәм Мәскәү өлкәһе (8,2 миллион) аласаҡ. Дағстанға – 7,2 миллион, Татарстанға 5,6 миллион йүнәлтеләсәк.
Йылылыҡҡа тарифтар үҙгәрә
Киләһе йылдың тәүге көндәренән йылылыҡ энергияһына тарифтар үҙгәрә. Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитетының ҡарарына ярашлы, “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт түбәндәге тарифтар календарын билдәләне: 2012 йылдың 1 ғинуарынан йылылыҡ энергияһы өсөн бер Гкал - 834,64 һум; 2012 йылдың 1 июленән – 884,72 һум, 2012 йылдың 1 сентябренән 924,53 һум.
Саңғыларҙа ҡоштай елеп
Кесе йомала муниципаль район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса секторы һәм спорт мәктәбе Таналыҡ боҙонда саңғы ярышы уҙғарҙы. Унда ҡала һәм район мәктәптәренән килгән 21 команда ҡатнашты. Беренсе урынды Темәс, икенсене – Ҡолсора, өсөнсөнө иһә Ярат ауылы мәктәптәренең спортсылары яуланы. Был сара менән ҡышҡы спорт миҙгеле асылды.
Кескәйҙәргә иғтибар
“Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре балалар баҡсаһына йөрөмәгән балалар өсөн Яңы йыл байрамдары ойоштора. Уларҙың маҡсаты – балалар учреждениеһында тәрбиәләнмәгән кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән таныштырыу, тәмлекәстәр тапшырыу.
Язаһын аласаҡ
Кисә Баймаҡ ҡалаһында кеҫә телефонын урлаған үҫмер тотолған. Тәү ҡарашҡа шаярыу кеүек ҡабул ителгән енәйәт өсөн ул РФ Енәйәттәр Кодексының 161-се статьяһы (дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм итеү көтөлә) буйынса хөкөм ителәсәк.
Аҙналыҡ үткән
Күсей мәктәбендә физика, химия һ.б. фәндәр буйынса аҙналыҡ үткән. Уның барышында балалар үҙҙәренең белем кимәлен тикшергән. Шулай уҡ унда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған саралар ҙа даими үткәрелә.
Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Ашығығыҙ! көндәр һанаулы ҡалды!
Хөрмәтле дуҫтар! 2012 йылдың тәүге ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыу тамамланыуға бер нисә генә көн ҡалды. Ә 27 декабрҙә редакция иғлан иткән уйындың һуңғыһы үткәрелә. Унда «Белошвейка» теген салоны (шәхси эшҡыуар А.С. Аҡҡужина) биргән карауат ябыуы, Ярат ауыл хакимиәтенән термос, шулай уҡ бассейнға абонементтар, бушлай ҡотлауҙар һ.б. уйнатыласаҡ.«Һаҡмар»ға яҙылып, квитанцияғыҙҙы тиҙ арала редакцияға ебәрегеҙ (үҙегеҙ алып килһәгеҙ ҙә була). Ярты йыл буйы «Һаҡмар»ҙы уҡып бер кинәнһәгеҙ, шул уҡ ваҡытта берәй приз отоуығыҙ ҙа мөмкин. Кем белә: бәлки, һуңғы уйында бәхет тап һеҙгә йылмайыр?!
«Һаҡмар» гәзите редакцияһы.


Хөрмәтле ҡала халҡы!
Йылылыҡ селтәренән рөхсәтһеҙ һыу алыу осраҡтары тураһында хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Сөнки был фатирҙарҙы тейешле кимәлдә йылытыуға ҡамасаулай. «Ҡыҙыу телефон» бәйләнеше: 3-19-58.

24 декабрь – БР конституцияһы көнө

Хөрмәтле район халҡы!
Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлайым!
1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһы үҙаллы дәүләт сифатында федератив демократик Рәсәй составында республикабыҙҙы артабан үҫтереү, уның дәүләт һәм йәмәғәт институттарын нығытыу өсөн ышаныслы нигеҙе булған Конституцияһын булдырҙы. Бөгөн республиканың заман талаптарына яуап биргән, донъя стандарттарына, шулай уҡ федераль ҡануниәт нормаларына ярашлы Төп Законы бар. Башҡортостанда сәйәси тотороҡлолоҡ һәм милләт-ара татыулыҡ, халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарындағы ыңғай үҙгәрештәр – республиканың Төп Законы положениеларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе һәм шул уҡ ваҡытта уның граждандарының конституцион хоҡуҡтарын тәьмин итеү өсөн нигеҙ булып тора.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы артабан да Башҡортостандың күп милләтле халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итер, республика иҡтисадының, социаль һәм рухи-мәҙәни өлкәһенең динамик үҫешен тәьмин итер, илдә федератив мөнәсәбәттәр үҫешенә, Рәсәйҙең  нығыныуына һәм сәскә атыуына булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, оптимизм һәм бәхет, район һәм Башҡортостан мәнфәғәтендә яңы үрҙәр теләйем.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышында
Кисә муниципаль район Советының сираттағы ултырышы булды. Унда көн тәртибенә биш мәсьәлә сығарылып, уларҙың барыһы буйынса ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
2012 йылға муниципаль район бюджеты тураһында территориаль финанс идаралығы начальнигы Рәмил Сирғәлин сығыш яһаны. Ул киләһе йылда көтөлгән сығымдар, килемдәр тураһында ентекле итеп һөйләне. Райондың төп документтарының береһе булған бюджет проекты нигеҙендә башҡарыласаҡ эштең төп бурыстары һәм йүнәлештәре билдәләнгән. Дөйөм суммаһы 700 миллион һумдан ашыу булған бюджеттың 86 проценты социаль йүнәлештә, тине ул.

Закон һәм беҙ

Шыршы урлаһаң – штраф
Республикала яңы йыл шыршыларын әҙерләү дауам итә. Башҡортостан Республикаһы Урман министрлығы ведомство ҡарамағындағы ойошмалар тарафынан 206 мең шыршы ҡырҡылған. Беҙҙең районда улар 6000 дана тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡыу осраҡтарын аныҡлау саралары ла күрелә. Баймаҡ урмансылығы буйынса урман һәм янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман фондында ғына түгел, юлдарҙа ла патруллек ойоштора.
Ғәмәлдәге законға ярашлы, рөхсәтһеҙ ҡырҡылған шыршы, аҡ шыршы (пихта), ҡарағай өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Граждандар өсөн штраф – 3-3,5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-30 мең, юридик берәмектәргә 50-100 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш тәбиғәткә килтергән зыянды ла ҡапларға тура киләсәк. Әгәр рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙа ниндәйҙер техника йәки ҡорамал ҡулланылған булһа, штраф күләме лә артасаҡ. Йәғни, “эш ҡоралдары” тартып алынасаҡ. Килтерелгән зыян күләме 5 мең һумдан ашһа – енәйәти эш ҡуҙғатыла.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

«Урал аръяғы» МТС-ы райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҙур роль уйнай. Быйылғы баҫыу кампаниялары осоронда ла был предприятие хужалыҡтарға ҙур ярҙам күрһәтте.

Станцияның Баймаҡ филиалы үҙенең алдынғы игенселәре менән билдәле. О.Й. Рәхимов тап шундай уңғандарҙың береһе. Предприятиела оҙаҡ йылдар комбайнсы булып эшләгән Оморҙаҡ Йәноҙаҡ улы быйыл да һынатманы – 879 гектарҙа иген культуралары сабып, 13500 центнер ашлыҡ һуғып алып, яҡшы күрһәткескә өлгәште һәм һөнәре буйынса иң яҡшыһы булып танылды.

Дәүләт ярҙамы

Ҡортсолоҡто үҫтереү өсөн
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән “2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү һәм бал етештереүҙе арттырыу” маҡсатлы программаһы раҫланғайны. Уға ярашлы, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси предприятиеларға, КФХ-ларға, ЯСЙ-ларға, АХК-ларға (шәхси ярҙамсы хужалыҡтар был категорияға инмәй) бюджеттан субсидиялар бүленә.
2011 йылда дәүләт ярҙамы умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе 23 ауыл хужалығы тауар етештереүсеһенә күрһәтелгән, йәғни бал ҡорто тотоуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө компенсацияланған (бал йыйыу урынына күстәрҙе ташыуға, материалдар, һауыт, бал ҡыуғыс, балауыҙ, рамдар, шәкәр, ветеринар препараттар, махсус кейем һ.б. һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға).
Субсидия юллау өсөн түбәндәге документтарҙың булыуы мотлаҡ:
  • ”Ауыл хужалығын үҫтереү тураһында”ғы федераль Законға (№ 264-ФЗ, 26 декабрь, 2006 йыл) ярашлы, ауыл хужалығы тауар етештереүсеһе статусын раҫлаған документтарҙың күсермәһе;
  • ауыл хужалығы тауар етештереүсеһе тарафынан бал ҡорто тотоуҙы раҫлаған документтар күсермәһе (2010 йыл өсөн 3-фермер отчетының формаһы);
  • хужалыҡ етәксеһе тарафынан раҫланған умарталыҡты көҙгө тикшереү акты;
  • бал ҡорто ғаиләләренең барлығы тураһында мәғлүмәт.

Социаль өлкә

Ауылдар төҙөкләнә
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов төп иғтибарҙы ябай халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәлтә. Ҡала һәм ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн бығаса булмаған финанс ярҙам күрһәтелеүе шуға асыҡ дәлил. Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә был тәңгәлдә арыу уҡ эштәр башҡарылды һәм улар бөгөн дә дауам итә. Түбәндә Мерәҫ һәм Ишмөхәмәт ауыл биләмәләрендәге төҙөкләндереү эштәре хаҡында бәйән ителә.

Сәләмәт тормош

Таналыҡта каток асылды
Әүҙем ял итергә яратыусылар өсөн ул шәп урын буласаҡ
Сатнама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, сәләмәт ял итергә яратыусылар үткән шишәмбе кисендә Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына ашыҡты. Был көндө Таналыҡ йылғаһы өҫтөндә Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы тарафынан ҡоролған каток һәм һырғалаҡ эшләй башланы.

Паркка инеп, фонтан янынан үтеп, Таналыҡ боҙона  сығабыҙ. Кис булыуға ҡарамаҫтан, бында ҡаршы ярға тиклем яҡты – предприятие тарафынан фонарҙар ҡуйылған. Был хәүеф, бәлә-ҡаза булмаһын өсөн бик яҡшы.

Һорау – яуап

Таксистарға талаптар ҡәтғиләшә
Гәзитебеҙҙең “Депутатҡа әйтер һүҙем” рубрикаһында  таксистарға бәйле һорауҙар ҙа яңғырағайны. Уларҙың күрһәткән хеҙмәтенә, хаҡтарҙың ҙур булыуына зарланыусылар таксистарҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоп булмаймы, тип мөрәжәғәт иткәйне. Был һорауға муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы транспорт бәйләнеше комиссияһы секретары З.Б. Бүләкова яуап бирә: 
“Ысынлап та, таксистарҙың хеҙмәтен контролгә алыу актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала килде. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 433-сө ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында еңел таксиҙа пассажирҙар һәм багаж ташыуҙы ойоштороу буйынса саралар планы раҫланды. Йәғни, 2012 йылдың 1 ғинуарынан пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән еңел таксиҙар түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейеш:
  • алты ай һайын техник күҙәтеү үтергә;
  • таксиҙың кузовында (уның яҡтарында) такси билдәһен аңлатҡан шахмат тәртибендәге төҫлө схема урынлаштырырға;
  • еңел таксиҙың башында ҡыҙғылт һары төҫтәге фонарь ҡуйырға;
  • уларҙа мотлаҡ таксометр урынлаштырырға;
  • такси водителенең хеҙмәт һәм граждандар ҡануниәттәренә ярашлы документтар менән раҫланған водитель стажы – өс йәки дөйөм водитель стажы 5 йылдан да кәм булмаҫҡа;
  • таксиҙарға даими техник ремонт эшләү һәм линияға сығыр алдынан техник күҙәтеү үткәрергә;
  • водителдәргә рейсҡа сығыр алдынан мотлаҡ медицина күҙәтеүе үтергә кәрәк буласаҡ.
Һанап үтелгән талаптар бөтә таксиҙарға ла ҡағыла. Әгәр талаптар үтәлмәһә, уларҙың хужалары административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Таксистар үҙ хеҙмәтен яңы йылға тиклем рәсмиләштерергә бурыслы. Ниндәйҙер аңлашылмаған һорауҙар булһа, беҙгә мөрәжәғәт итә алалар.

Гәзит уҡыусы...

...хәбәр итә
Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә “Ҡәләмемде тирбәтәм” әҙәби-ижад конкурсы үтте. Уҡыусыларҙың әҙәбиәткә булған һөйөүе, ижади ҡыҙыҡһыныуы, үҙҙәрен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарауҙары ҡыуандырҙы. Улар төрлө темаларға мөрәжәғәт итә, заман проблемаларын, ер, тел, милләт мәсьәләләрен күтәрә. Шулай итеп, бөтәһе 80-дән ашыу эш ҡаралды. Беренсе категорияла  беренсе һәм икенсе урындарҙы Икенсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары А.Исхаҡова менән А.Ғүмәрова, ә өсөнсө урынды 1-се мәктәп уҡыусыһы И.Сирбаев яуланы. Икенсе категория еңеүселәре – Ы.Ишбулатова (1-се мәктәп), Г.Рәсүлева (Байыш мәктәбе), Ф.Әүәлбаева (Ниғәмәт мәктәбе) булһа, өсөнсө категорияла беренсе урын бирелмәне, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы В.Сәйетов (Әбделкәрим мәктәбе), Г.Дәүләтшина (Икенсе Этҡол мәктәбе) яуланы. Афарин!
Г. Рәсүлева.

...рәхмәт әйтә

Белеүебеҙсә, ошоға тиклем 1-се мәктәпте “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы йылылыҡ менән тәьмин итте. Завод менән мәктәп араһы йыраҡ ҡына булыу сәбәпле, йылылыҡ тулыһынса килеп етә алмай ине. Быйыл завод үҙенең цехтарында үҙаллы йылытыу ҡоролмалары урынлаштырыу сәбәпле, мәктәпкә йылылыҡ биреүҙе туҡтатты. Шуға күрә тиҙ арала ҡаҙанлыҡ төҙөү бурысы килеп тыуҙы. Баймаҡ муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән “Универсал” ЯСЙ-һы тарафынан ҡаҙанлыҡ ҡоролоп, сафҡа индерелде. Мәктәптең үҙенең генә ҡаҙанлығы булыуы – айырыуса ҡыуаныслы хәл. Балалар хәҙер йылы кластарҙа белем ала.
Уҡыусыларҙың ҡыуанысын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ һәм район хакимиәтенә, ҡаҙанлыҡты ҡороп, сафҡа индереүсе “Универсал” ЯСЙ-һына барлыҡ ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
1-се мәктәптең ата-әсәләре исеменән – Э.Мырҙабаева.

...һорай
Бюджет өлкәһендә эшләгән ауыл халҡы гел генә бушай алмау сәбәпле, поликлиникаға бушлай анализдар тапшырыуға килеп өлгөрмәй, ә түләү күптәрҙең хәленән килмәй. Анализдарҙы берәй нисек участка дауаханаларында тапшырыуҙы ойоштороп булмаймы?
Ишдәүләт Сафиуллин.
Үрге Яйыҡбай ауылы.

...тәҡдим итә
Баймаҡ ҡалаһы буйлап йөрөгән 4-се, 6-сы автобустарҙың маршруты халыҡ өсөн уңайлы. Тик бына 5-сене бер аҙ үҙгәртергә ине. Автобус вокзалдан ҡуҙғалғас, Аҡназаров урамынан үтеп, артабан Юбилей урамына төшөп, үҙенең элекке маршруты буйынса китһә, пассажирҙар тағы ла күберәк булыр ине. Сөнки ауылдан килгән халыҡтың күпселектә Юбилей урамы осонда урынлашҡан Пенсия фонды, Баймаҡ урмансылығы, полиция, дарыухана, 105-се һөнәрселек училищеһына йомошо төшә.
М. Мөхәмәтйәнов.
Ярат ауылы.

Хоҡуҡ һаҡлау

Енәйәт хәмер йоғонтоһонда ҡылына
Кешеләрҙең уйламай эш итеүе, иҫерткес эсемлектәр йоғонтоһонда үҙ-үҙен тота алмауы күңелһеҙ ваҡиғаларға, фажиғәләргә килтерә.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 54 йәштәге ир ҙә, эсеп иҫереп алғандан һуң, енәйәт ҡыла. Ул “батырайып”, алдан үсләшеп йөрөгән танышына барып бәйләнә башлай, унан үлтереү ниәте менән уны таш менән туҡмай. Һөҙөмтәлә, кеше фажиғә урынында уҡ йән бирә.
Ҡанһыҙлыҡ һәм вәхшилек менән ҡылынған енәйәт өсөн ғәйепләнеүсене, РФ Енәйәттәр Кодексы 105-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, алты йылдан ун биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү көтә.
Покровка ауылынан 37 йәшлек кеше РФ Енәйәттәр Кодексы 228-се статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы хөкөм ителәсәк. Ул айырыуса ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә һаҡлауҙа ғәйепләнә.
Тикшереү барышында был кешенең 9 900 грамм наркотик тәьҫирле киндерҙе йыйып алыуы һәм һаҡлауы асыҡланды. Уны өс йылдан ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеү һәм 500 мең һум күләмендәге штраф көтә. Шулай уҡ был кешенең  РФ Енәйәттәр Кодексы 157-се статьяһының 1-се өлөшө (алимент түләмәү) буйынса хөкөм ителеүе асыҡланды.

23 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Яҡташыбыҙға – 75!
Муниципаль район Советы ултырышы 23 декабрҙә сәғәт 11-ҙә халыҡ ижады үҙәгендә үткәрелә. Ошо уҡ көндө халыҡ ижады үҙәгендә сәғәт 3-тә күренекле яҡташыбыҙ, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, академик, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының сектор мөдире Мазһар Насип улы Иҫәнбаевтың күркәм юбилейы – 75 йәшенә арналған кисә уҙғарыласаҡ. 
 
Мәскәүгә, Кремлгә!
Кисә Өфөнөң Нефтселәр һарайында “Президент шыршыһы” тантанаһы үтте. Унда беҙҙең район һәм ҡала мәктәптәренең яҡшы уҡыған, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, ярыштарҙа еңеү яулаған 8 уҡыусыһы ҡатнашты.
Ә 25 декабрҙә Мәскәү-ҙә уҙғарыласаҡ “Кремль шыршыһы”нда 2-се мәктәп-тең 8-се класс уҡыусыһы Гүзәлиә Рәхмәтуллина ҡатнашасаҡ.
 
Ҡотлайбыҙ!
Ветерандар хәрәкәте үҫешенә тос өлөш индергәне һәм 80 йәшлек юбилейы айҡанлы Билал ауыл биләмәһенең беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе Айытбаев Морат Мортаза улы Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡорт республика советы президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.   
 
Афарин, Ғүмәровтар!
Өфөлә халыҡ араһында киң билдәлелек яулаған "Байыҡ” телевизион конкурсының Гала-концерты уҙғарылды. Районыбыҙҙың данын унда Күгиҙел ауылы егеттәре бер туған Илшат һәм Айбулат Ғүмәровтар яҡланы һәм “Дуэт” номинацияһында беренсе дәрәжә-ле дипломға лайыҡ булды.   
 
Китап тапшырайыҡ
Тиҙҙән үҙәк район китапханаһы махсус акция үткәрәсәк – әгәр кемдер китап алып, уны ваҡытында кире ҡайтармаған булһа, 27 декабрҙә ул быны эшләй аласаҡ. Китаптарҙы үҙ мәлендә тапшырайыҡ!
 
Байрам күңелле үтте
Яңыраҡ “Илсебикә-тау” ресторанында ҡала эшҡыуарҙары физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн байрам ойошторҙо. Бай итеп табын әҙерләнде, уйындар, викторина үткәрелде. Ә балалар таланттарын күрһәтте – шиғыр һөйләү, йыр, бейеүҙәр барыһына ла оҡшаны. Был изгелек акцияһын «Илсебикә-Тау» (Л.Хәйбуллина),  «БМСО» (И.Ғүмәров), «Авторесурс» (Е.Шкуратов), «Баштехконтроль» (Д.Кәримов) ЯСЙ-лары, эшҡыуарҙар И.Мостафин, Б.Лясковский, З.Әбсәләмов ойошторҙо.   
А. Ишназаров.

22 декабрь – энергетиктар көнө

Уңыштар юлдаш булһын!
Хөрмәтле энергетика өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе ихлас йөрәктән һөнәри байрамығыҙ – Энергетиктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Һеҙҙең тармаҡ йәмғиәт өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Энергетиктарҙың ышаныслы хеҙмәте – ул производствоның тотороҡло, ҡала һәм ауыл хужалыҡтарының уңышлы үҫеш нигеҙе, иҡтисад, социаль өлкә һәм халыҡтың ихтыяждарын тулы күләмдә, аварияһыҙ электр һәм йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеү.
Райондың энергетика системаһы һәр саҡ камиллаша һәм үҫә бара. Был йүнәлештә күрһәтелгән хеҙмәттә энергетиктарҙың да өлөшө ҙур. Уларҙың уңыштары нигеҙендә үҙ эштәренә ҡарата ҙур яуаплылыҡ, оло яратыу, белгестәрҙең тырыш һәм берҙәм хеҙмәте ята.
Һеҙ киләсәктә лә был өлкәнең эффектив һәм ышаныслы эшен тәьмин итерһегеҙ, ауыл хужалығын һәм халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтереү өсөн бар шарттарҙы ла булдырырһығыҙ, тип ышанам.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, районыбыҙ һәм Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәтенә булған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем.
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.



“БашРЭС-Белорет”тың Баймаҡ район электр селтәре коллективы ҡала һәм район халҡын өҙлөкһөҙ электр энергияһы менән тәьмин итеүгә ҙур көс һала. Бөгөн энергетиктар Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ микрорайонында электр энергияһын иҫәпләүсе яңы шкафтар ҡуйыу менән мәшғүл. Был иһә электр энергияһы көсөргәнешен тейешле кимәлдә һаҡларға булышлыҡ итәсәк.
Район электр селтәрендә берҙәм, үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгестәр эшләй. Һеҙ һүрәттә күргән егеттәр ҙә коллективта абруй яулаған, уңған электромонтерҙар. Заһир Сырлыбаев менән Әлмир Ғилманов, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, күптән инде үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған.

Хоҡуҡ һаҡлау

Кешеләрҙе яҡлау өсөн
2004 йылда Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығында консультация-кәңәшмә органы – хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегендә кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Йәмәғәт советы төҙөлә. Артабан бындай ойошма һәр ҡала, райондарҙа булдырыла. Уның төп маҡсаты – йәмәғәт тәртибен һаҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы йүнәлтелгән профилактик эштәр алып барыу, граждандарҙың хоҡуҡ һаҡлау органдары эшенә ҡарата яҙылған ялыуҙарын тикшереү.

22 декабрь – пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнө

Байрамығыҙ менән!
22 декабрҙә Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйбеҙ. Шуға ярашлы, хөрмәтле дуҫтар, һөнәри байрамығыҙ уңайы менән иң изге теләктәремде ҡабул итегеҙ!

Афарин!

Иң яҡшы КФХ – Баймаҡтан!
Һаҡмар фермеры Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты
Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтенә Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығынан ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. Унда “Алтын көҙ” 13-сө Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе һөҙөмтәләре буйынса Баймаҡ районы Һаҡмар ауылынан шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Радик Бикастан улы Арғынбаевтың “Иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы”  конкурсында “Иген культуралары етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн”номинацияһында еңеүе һәм Рәсәй ауыл хужалығы министры Е.Скрынник һәм Мәскәү мэры С.Собяниндың ҡултамғаһы ҡуйылған Диплом менән бүләкләнеүе тураһында әйтелә.

Радик Бикастан улы – Һаҡмар ауылында тыуып, бар ғүмерен тыуған еренә хеҙмәт итеүгә арнаған ир азаматы. 105-се һөнәрселек училищеһын тамамлай. Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын “Һәүәнәк” совхозында механизатор булып башлай. Артабан механик, бүлексә идарасыһы булып эшләй.

Акцияға ҡушылығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!

Хөрмәтле дуҫтар! 2012 йылдың тәүге ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыу тамамланыуға бер нисә генә көн ҡалды. Ә 27 декабрҙә редакция иғлан иткән уйындың һуңғыһы үткәрелә. Унда «Белошвейка» теген салоны (шәхси эшҡыуар А.С. Аҡҡужина) биргән карауат ябыуы, Ярат ауыл хакимиәтенән термос, шулай уҡ бассейнға абонементтар, бушлай ҡотлауҙар һ.б. уйнатыласаҡ.«Һаҡмар»ға яҙылып, квитанцияғыҙҙы тиҙ арала редакцияға ебәрегеҙ (үҙегеҙ алып килһәгеҙ ҙә була). Ярты йыл буйы «Һаҡмар»ҙы уҡып бер кинәнһәгеҙ, шул уҡ ваҡытта берәй приз отоуығыҙ ҙа мөмкин. Кем белә: бәлки, һуңғы уйында бәхет тап һеҙгә йылмайыр?!
«Һаҡмар» гәзите редакцияһы.

Һөнәри байрамдар

Ҡатын-ҡыҙ бар ерҙә тәртип тә бар
Бөгөн – Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнө
Пенсия фондының төп маҡсаты – халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, йәғни пенсия, социаль түләүҙәр менән тәьмин итеү. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт ошо йүнәлештә генә эшләгән Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре бөгөн һөнәри байрамдарын билдәләй.

Бөгөн Пенсия фонды кеше тыуғандан алып вафат булғанға тиклем мөрәжәғәт итә торған урын,  тип иҫәпләнә. Сөнки сабый донъяға килгәндә әсәлек (ғаилә) капиталы юллана, кешене һуңғы юлға оҙатҡанда ла ерләү аҡсаһы ошо фондтан бирелә. Идаралыҡ көнөнә генә бер нисә тиҫтә кешене хеҙмәтләндерә.

Тантаналар

Сыңғыҙҙа – моделле китапхана
Үткән йома Сыңғыҙ ауылының әҙәбиәт һөйөүсе халҡы ҙур тантана кисерҙе – моделле китапхана асылды. Бындай учреждениеның тәүгеһе Темәс ауылында урынлашһа, икенсеһе, шулай итеп, Сыңғыҙ ауылын “төйәк итте”.
Сарала Ә.Вәлиди исемендәге Республика Милли китапхана директоры урынбаҫары Люциә Ильясова, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, Баймаҡ биләмә-ара район китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшина, үҙәк район китапханаһы, халыҡ ижады үҙәге  хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы Сыңғыҙ ауылының “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле дәртле йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Тантанала Люциә Шәрифйән ҡыҙы БР Мәҙәниәт министрлығы, Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре исеменән сәләмләп сығыш яһаны.
 – “Моделле” – өлгөлө, тигән һүҙ. Ундай китапхана бинаһы, заманса технологиялары, хеҙмәткәрҙәре менән өлгөлө булырға тейеш. 2004 йылда Өфө районы Алексеевка ҡасабаһында республикала бындай тәүге китапхана асылғайны. Бөгөн генә Йылайыр, Тәтешле райондарында ла  ошондай учреждениелар үҙ ишектәрен аса, – тип телмәрен тамамланы һәм китапхана мөдире Зөлфирә Буранбаеваға китапхананың сертификатын, БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Үҫмерҙәр һәм йәштәр менән эшләүҙе төп йүнәлештәренең береһе итеп алған “Аҡбуҙат” исемле моделле китапхананың компьютеры, ксероксы, сканеры бар, интернетҡа тоташҡан. Был – ауыл халҡы өсөн ҙур мөмкинлек. Сығыш яһаусы һәр кем оло донъя селтәренә тоташыу, хатта Мәскәү, Санкт-Петербург китапханаларына инеү мөмкинлеге биргән өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙен еткерҙе. Талантҡа бай төбәктән булыуҙарын раҫлап, сыңғыҙҙар йыр-моңға маһирлыҡтарын күрһәтте. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Ләйсән Солтанғолова менән Дилара Сәфәрғәлина алып барған йәнле тамаша, Сыңғыҙ ауылының тарихына сәйәхәт һәр кем күңеленә матур бер ваҡиға булып уйылғандыр, моғайын.
Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Заман афәте

Үҙенә ҡол иткән ағыу
Әҙәм балаһы үҙенең тормошон сағыуыраҡ, уңайлыраҡ итергә     ынтылыу менән бер рәттән кешелекте үлемгә этәргес афәттәрҙе лә уйлап таба. Ысынлап та, заман технологиялары ныҡ үҫеш алып, көн һайын баш әйләнерлек асыштар яһалған мәлдә, кемдер эскелектән, наркотиктарҙан һәләк була...

46-сы баймаҡ йылҡысылыҡ заводы ойошторолоуға – 80 йыл

Тарихҡа бай хужалыҡ
Райондың агросәнәғәт комплексы тарихында мөһим урын биләгән, заманында бихисап хеҙмәт батырҙарын үҫтергән, талантлы етәкселәр һәм белгестәр тәрбиәләгән “Баймаҡ” иген совхозы үҙенең үткән юлы менән дан тота. 1954 йылда ойошторолған был хужалыҡ 46-сы Баймаҡ йылҡысылыҡ заводы нигеҙендә барлыҡҡа килә.

Үткәндәргә бер ҡараш

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Граждандар һуғышынан һуң, 1920 йылда, Аҡморон ауылында ерҙе бергәләп эшкәртеү буйынса утар ширҡәте ойошторола. Уның ағзалары ер эшкәртеү һәм Баймаҡ баҡыр иретеү заводына ағас ташыу менән шөғөлләнә. 1930 йылда ширҡәт базаһында “Победа” колхозы барлыҡҡа килә, уның тәүге рәйесе итеп М.А. Волков тәғәйенләнә. Бер йылдан был хужалыҡ Бикеш ауылына күсерелә, ә колхоз һәм кулактар: Рысбаевтар һәм Асыловтарҙың аттарынан 46-сы Баймаҡ йылҡысылыҡ заводы булдырыла. Уның тәүге директоры итеп Рәхмәтуллин тәғәйенләнә. Йылҡысылыҡ заводы Ҡыҙыл Армия өсөн таҙа тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Заводты төрлө йылдарҙа И.Новодворцев, Ҡарасурин, Рыжков, Ҡунаҡбаев, Авдеев, П.Житяев, Бубенщиков, Б.Еникеев етәкләй.

21 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Программа раҫланды
Муниципаль район биләмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында  махсус программа ҡабул ителде. Программала үҙ эшен яңы башлаған эшҡыуарҙарға төрлөсә ярҙам итеү, лизинг түләүҙәрен субсидиялау кеүек саралар ҡаралған.
 
Ауылдарҙа эш ҡайнай
Күптән түгел Байымда һыу селтәренә капиталь ремонт яһалғайны, әле клубтағы йылылыҡ селтәре тулыһынса алмаштырыла башланы. Ниғәмәттәге Октябрь урамында ла электр селтәре яңыртылды. Икенсе Этҡол ауылында, Төбәкте үҫтереү комплекслы программаһына ярашлы, һыу селтәре төҙөүгә проект-смета документтары әҙерләнә.
20 урамға «зәңгәр яғыулыҡ»
Баймаҡта тәбиғи газ торбалары һуҙыу дауам итә. Бөгөн ҡаланың 20 урамында яңы селтәрҙәр һалынды: Чкалов, Горький, Азанов, Крәҫтиәндәр, С.Юлаев, Ленин, Революция, Йолалы, Ғафури, Заманов, Фрунзе, Почта, Октябрь, Кооператив, Пролетар, Совет, Халтурин, 1 Май, Энергетиктар, Рудник.
 
Парикмахерҙар өсөн
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү республика программаһын бойомға ашырыу маҡсатында УТЭК-тың Баймаҡ филиалы базаһында беҙҙең төбәк парикмахерҙары өсөн махсус курстар бара. Муниципаль район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса секторынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһының “Фигаро” парикмахер сәнғәте үҙәге белгестәре 35 тыңлаусыға теория һәм практика буйынса бушлай дәрес бирә.
 
Бокс уйындары үтте
13-17 декабрҙә Орск ҡалаһында бокс буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы, СССР-ҙың спорт мастеры Евгений Горстков призына 29-сы Бөтә Рәсәй турниры үтте. Унда 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Баймаҡ намыҫын Фидан Сирбаев, Айгиз Әхмәтнәбиев, Радмир Байбулов, Эдик Аҡҡусҡаров яҡланы һәм уларҙың барыһы ла үҙ ауырлыҡ категорияһында 3-сө урындарҙы яуланы.
Л. ТАКАЕВА.
С. Кейекбирҙина.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышы үтә
2011 йылдың 22 декабрендә сәғәт 10-да халыҡ ижады үҙәгендә муниципаль район Советының сираттағы ултырышы үтә. Көн тәртибендә түбәндәге мәсьәләләр ҡараласаҡ:
  1. 2012 йылға муниципаль райондың бюджеты тураһында.
  2. Район биләмәһендәге ауыр хәлле ғаиләләр менән эш итеүҙә мәғариф бүлеге һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙ-ара килешеп эшләүе хаҡында.
  3. Район биләмәһендә төнгө ваҡытта 17 йәше тулмаған балаларға йөрөргә тыйылған йәмәғәт урындары тураһында.
  4. Райондың урындағы үҙидара органдары менән  биләмәләр араһында биләмәләргә урындағы үҙидара органдарының ҡайһы бер вәкәләттәрен тапшырыу тураһындағы килешеүҙе раҫлау хаҡында.
  5. “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһын Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһенең милке итеп күсереү тураһында.
Ултырышҡа район Советы депутаттары, ауыл һәм ҡала биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, хужалыҡ, учреждение, ойошма, предприятие етәкселәре, мәктәп директорҙары, полицияның участка уполномоченныйҙары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.


Страховка иғәнәләре түләүселәр иғтибарына!
23 декабрҙә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында предприятие-ойошмаларҙың бухгалтерҙары һәм шәхси эшҡыуарҙар менән 2011 йыл йомғаҡтары буйынса отчет тапшырыу тәртибе тураһында семинар үткәрелә:
- сәғәт 11-ҙә – ауылдағы ойошмалар һәм эшҡыуарҙар өсөн,
- сәғәт 2-лә – ҡалалағы ойошмалар һәм эшҡыуарҙар өсөн.

Сәйәсәт

Кемдәр депутатлыҡҡа үтте?
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар һөҙөмтәләре билдәле булғас та, партияларҙың төбәк бүлексәләре кандидаттарына депутатлыҡ мандаты алыу мөмкинлеге тыуҙы.
Юғары процент йыйыусы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән 12 кеше – Павел Крашенинников, Зөһрә Рәхмәтуллина, Павел Качкаев, Марсель Йосопов, Александр Дегтярев, Иршат Фәхретдинов, Рима Баталова, Әнүәр Мәхмүтов, Виктор Климов, Сәлиә Мырҙабаева, Рафаэль Мәрҙәншин, Владимир Поцяпун Дәүләт Думаһы депутаты булды.
КПРФ-тың төбәк бүлексәһенән депутатлыҡҡа ике кеше – Андрей Тычинин һәм Александр Ющенко үтһә, ЛДПР-ҙан – Иван Сухарев, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән –  Николай Лакутин һайланды.

Һөт һауыу

19 декабргә ҡарата көндәлек һауым, килограмдарҙа. 
Хужалыҡтар
2010
2011
Ленин ис.
8,7
9,2
Байҡара”
3,9
5,4
Рассвет”
2,7
4,9
Баймаҡ”
1,3
3,3
Таналыҡ”
3
3,2
Йылайыр”
2,3
2,7
Октябрь”
3,2
2,6
Мырҙаҡаев”
2,5
2,5
Урал”
1,3
2,4
Союз”
2,1
2
Уңыш”
2
2
Салауат ис.
1,7
2
Аҡморон”
1,7
1
Район буй.
2,8
3,4


Акцияға ҡушылығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!

Хөрмәтле дуҫтар! 2012 йылдың тәүге ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыу тамамланыуға бер нисә генә көн ҡалды. Ә  27 декабрҙә редакция иғлан иткән уйындың һуңғыһы үткәрелә. «Һаҡмар»ға яҙылып, квитанцияғыҙҙы тиҙ арала редакцияға ебәрегеҙ (үҙегеҙ алып килһәгеҙ ҙә була). Ярты йыл буйы «Һаҡмар»ҙы уҡып бер кинәнһәгеҙ, шул уҡ ваҡытта берәй приз отоуығыҙ ҙа мөмкин. Кем белә: бәлки, һуңғы уйында бәхет тап һеҙгә йылмайыр?!
«Һаҡмар» гәзите редакцияһы.

Проблемалар уртаға һалып тикшерелде

Проблемалар уртаға һалып тикшерелде
Муниципаль район хакимиәте мәғариф бүлегенең ултырыштар залында ҡаланың урам комитеттары һәм йорт советтары рәйестәре менән осрашыу үтте. Уның менән ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин етәкселек итте. Осрашыуҙа «Баймаҡ ремонт-төҙөлөш тресы» МУП-ы директоры И.И. Ғәтиәтов ҡатнашты.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Яңы йылға әҙерлек нисек бара?
Яңы йылда һәр кем мөғжизә көтә. Әйтерһең, кемдер килер ҙә тылсымлы таяҡ менән генә бар ғаләмде әкиәт донъяһына әйләндерер... Ҡаланың С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы ҡаршыһындағы Таналыҡ йылғаһы боҙонда Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы көсө менән тап шундай әкиәт ҡаласығы ҡалҡып сыҡты.

БРСУ директоры И.И. Ғәтиәтовтың белдереүенсә, бында баймаҡтарға һәм ҡала ҡунаҡтарына күңел асыу урыны буласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: Таналыҡ йылғаһындағы боҙ ҡаласыҡ март аҙаҡтарына тиклем эшләйәсәк.

Муса Мортазиндың тыуыуына 120 йыл

Азатлыҡ өсөн көрәшкән халыҡ улы
Башҡорт халҡының бөйөк улы, Граждандар һуғышы ҡаһарманы, полководец Муса Лотфулла улы Мортазиндың тыуыуына 2011 йылдың 21 декабрендә 120 йыл тула.

Ул кесе йәштән үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән башҡа тиңдәштәренән ҡырҡа айырылып торған. Алпамышалай буй-һын, көрәшселәргә генә хас булған киң күкрәк, мускуллы беләктәр; етеҙ, ышаныслы ҡыйыу хәрәкәт һәм ғәйрәтле ҡара-һоронҡо йөҙө, киң маңлайы, аҡыллы ҡоңғорт күҙҙәре, ҡуйы ҡара шырт мыйыҡтары тәү күргән бөтә кешене лә үҙенә тиҙ йәлеп иткән.

Осрашыуҙар

«Беҙ үҙебеҙ – баймаҡтар»
Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташтар һәм студенттар менән осрашыу булды
Баймаҡ – республикабыҙға күп шәхестәр биреүсе төбәк. Баш ҡалала бихисап яҡташтарыбыҙ төпләнгән. Өфө  студенттары араһында ла нәҡ беҙҙең ҡыҙ-егеттәр күберәк. Юҡҡа ғына, Өфөлә өс милләт йәшәй, береһе – урыҫ, икенсеһе – татар, өсөнсөһө – баймаҡтар, тип көлмәйҙәр. Йә күкрәктәре күгәреп бөткән, тип төрттөрәләр.  Ә әсе телдәр “Баймаҡтар – башҡорттарҙың йәһүде”, – тип тә ысҡындыра.

Күкрәк ҡағып маҡтанырға хаҡыбыҙ бар – ҡайһы ғына өлкәне алып ҡарама, баймаҡтар бар яҡтан да өлгөр.
Яҡташтарыбыҙ берҙәмлеге менән дә башҡаларға өлгө. Быны ошо көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында үткән осрашыу асыҡ дәлилләне. Баймаҡ районы делегацияһы Өфөләге яҡташтар, студенттар менән осрашты. Был сараны ойоштороуға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов, район етәкселеге күп көс һалған.

Осрашыуға Өфө ҡалаһында йәшәүсе Баймаҡ районының билдәле  шәхестәре килде  – төрлө кимәлдәге етәкселәр, ғалимдар, яҙыусылар, эшҡыуарҙар, педагогтар һәм врачтар, сәнғәт әһелдәре һ.б. йыйылды. Бер залда ғына элекке өс мәғариф министры булыуы күпте һөйләй.

Инвесторҙар йәлеп ителә
Осрашыуҙың пленар өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов барыһын да ихлас сәләмләп, Баймаҡтың бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле, яңы үҫеш аҙымдары хаҡында һөйләне: 
– “2011-2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш  төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһына” ярашлы районда яңы проекттар тормошҡа ашырыла. Инвестор “Силәбе компрессор заводы” ЯАЙ-һы  ярҙамында ҡалала  ит эшкәртеү комбинаты эшләй башланы. Бөгөн унда 30 эшсе иҫәпләнә, тағы ла 84 кеше йәлеп ителәсәк. Продукция магазин кәштәләренә сығарылды. Комбинатта колбасанан тыш, башҡа ит деликатестары ла етештереләсәк. Ә иң мөһиме ­­– урындағы халыҡтың ит йәки малын сит төбәк эшҡыуарҙарына осһоҙға һатҡансы, комбинатҡа яҡшы хаҡҡа тапшырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, Магнитогорск, Учалы ҡалалары магазиндарында  комбинат продукцияһы тәҡдим ителә. Яҡын арала ул Өфөнөң сауҙа нөктәләрендә күренә башлаясаҡ.
Илшат Ситдыҡов тиҙҙән Темәс ауылында заманса һөт эшкәртеү заводы төҙөләсәге хаҡында ла хәбәр итте. Ул бер сменала 70 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ, бөтәһе 29 кеше эш менән тәьмин ителәсәк, тине.
– Тағы ла бер мөһим инвестиция проекты хаҡында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Аҙыҡ-түлек һәм медицина сәнәғәтендә ҡулланыу өсөн ағастан ксилит сығарыу, гидролиз заводы төҙөү планлаштырыла. Бындай предприятие Рәсәйҙә юҡ, – тине Илшат Хәмит улы. – Семеновск алтын йыуыу фабрикаһы проблемаһы күптән хәл ителмәй килә ине. Һәм, ниһайәт, республика етәкселеге ярҙамы менән, “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы фабриканың техноген ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә лицензия алды. Киләсәктә яңы тау-байыҡтырыу предприятиеһын төҙөп, алтын сульфиды ятҡылыҡтарын комплекслы үҙләштереү планлаштырыла. Бында 400-гә яҡын кешегә эш урыны буласаҡ.
Район башлығы Күлтабан ауылында мегаферма һәм “Талҡаҫ” шифаханаһындағы төҙөлөш объекттарының эше тамамланып барыуын билдәләне.  Ул  ауыл хужалығы темаһына айырым туҡталды:
– Үткән быуаттың 70-80-се йылдарында был өлкәлә алдынғы була торғайныҡ. Мәҫәлән, 1986 йылдарҙа дәүләткә 176 мең тонна иген тапшырғанбыҙ. Ә хәҙер ул замандағы позицияларыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ. Ошо проблеманы күтәреп, республика етәкселеге менән һөйләшкәс, райондың  ауыл хужалығы тармағын  үҫтереү буйынса пилот проекты әҙерләнә башланы. Ул беҙгә яңы мөмкинлектәр асыр, ауыл хужалығын яңы кимәлгә күтәрер, тип ышанабыҙ.


«Районға ҡайтыусы йәштәргә эш буласаҡ»
Илшат Хәмит улы йәш ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам хаҡында һөйләгәс, студенттарға мөрәжәғәт итте:
– Районға квалификациялы белгестәр етешмәй. Мәҫәлән, былтыр Башҡорт дәүләт аграр университетын 55 яҡташ студент тамамлаһа, шуларҙың 5-һе генә районға эшкә ҡайтҡан. Әгәр ҙә хәлдәр ошолай дауам итһә, ауыл хужалығында эшсе ҡулдар етешмәй башлаясаҡ.
Билдәле булыуынса, үҙ төбәгенә эшкә ҡайтыусы ауыл хужалығы белгесенә, дәүләт программаһы буйынса, бер тапҡыр 100 мең һум бирелә һәм ай һайын уның эш хаҡына 7 мең һум аҡса өҫтәлә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ете врач-педиатр, дүрт терапевт, хирург, иммунолог, аллерголог, дерматолог, уролог, стоматолог, травматологтар кәрәк.  Бөгөн беҙҙә физика, химия, математика уҡытыусылары етешмәй. Иҫәндә ял итеү комплексы асылғас, туризм буйынса белгестәр, тренер-инструкторҙар кәрәк.
Агросәнәғәт өлкәһенә агрономдар, зоотехниктар, ветврачтар, бухгалтерҙар, иҡтисадсылар талап ителә. Быларҙы мин юҡҡа әйтмәнем. Районға ҡайтыусы йәштәргә эш урыны һәм лайыҡлы эш хаҡы буласаҡ. 
Район башлығы сығышын тамамлап, студенттарға хәҙерҙән үк киләсәктәрен ҡайғыртып, үҙҙәре өҫтөндә ныҡлап эшләүен теләп, уларға ҙур өмөт бағлауын белдерҙе.

«Йөрәгебеҙ һәр саҡ Баймаҡта»
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты  рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың тәрбиәүи әһәмиәткә эйә сығышы фәһемле булды. “Теленән, тыуған еренән баш тартҡан кеше хыянатсыға тиң”, – тине ул.  Хаҡ һүҙҙәр. 
БР буйынса Ер аҫтын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов район тарихына күҙ һалып, уның ерендә булған файҙалы ҡаҙылмалар хаҡында һөйләне. Шуларҙы эшкәртеү перспективаларына туҡталды. Артабан фән өлкәһендә уңышҡа  өлгәшкән студенттарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Өфөлә йәшәүсе ветерандар исеменән Маһинур Үтәбаева сығыш яһаны. Ул үҙен “Баймаҡ районының тиңдәше” тип һанай, баҡтиһәң, уның тыуған йылы райондың барлыҡҡа килгән ваҡытына тап килә икән.  Маһинур Мөхлис ҡыҙы йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашҡас, студенттарға теләктәрен еткерҙе.
Сарала республика һәм ил мәнфәғәте өсөн тир түккән сағыу шәхестәр иҫкә алынды. 24 йыл буйына БАССР-ҙың Министрҙар Советын етәкләгән Зекериә Аҡназаров, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев,  БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Вазифа Байтурина, БИРО директоры Рәфҡәт Абдуллин, филология фәндәре докторы Салауат Ғәлин, яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов, композитор Хөсәйен Әхмәтов һ.б. тыуған еренән ситтә йәшәһә лә, күңелдәре һәр саҡ Баймаҡта булды. Ысын илһөйәрҙәр ине, тинеләр улар хаҡында.

Йырламай түҙеп ҡара!
Баймаҡтар йыйылған ерҙә йыр-моңһоҙ буламы ни инде?!
Пленар өлөштән һуң бай йөкмәткеле концерт ойошторолдо. Уны “Сәләм” иртәнге телевизион тапшырыуының алып барыусыһы Наил Юнысов менән М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры артисы Сара Буранбаева башлап ебәрҙе. “Өфө баймаҡтары” һәм Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары  барыһына ла күңелле минуттар бүләк итте.  Алһыу Бәхтиева, Азамат Тимеров, Баймаҡ кейәүе Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Бибисара Азаматова, Фәнүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Хәбир Раев, Рауил Харрасовтар менән бер рәттән йәш йырсылар ҙа сығыш яһаны.
Осрашыу бик йәнле барҙы. Барыһы ла яҡын туғандай аралашты, бер ғәм менән янды. Яҡташтар янында бер миҙгелгә булһа ла үҙебеҙҙе тыуған еребеҙҙә булғандай итеп тойҙоҡ. 

Тыуған яҡтан – күстәнәс
Район етәкселәре буш ҡул менән килмәгәйне, 600-ҙән ашыу Баймаҡ студентына матди ярҙам күрһәтелде. Яңыраҡ эшләй башлаған Баймаҡ ит эшкәртеү комбинаты продукцияһы – икешәр килограмм колбаса һәр кем өлөшөнә эләкте.
Үкенескә күрә, студенттар осрашыуға көтөлгәндән әҙерәк килде. Район башлығына һорау биреү мөмкинлеге менән берәү ҙә файҙаланманы. Бары тик бер үтенес яңғыраны. Алыҫ араны яҡынайтып килгән район вәкилдәренә, абруйлы яҡташ шәхестәргә йәштәр битараф булғандай тойолдо, ниндәйҙер һүлпәнлек, баҙнатһыҙлыҡ күҙгә ташланды. 
Студенттар БДУ-ның ашханаһында матур табын артында байрамды дауам итте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр тыуған яҡтан килгән һыйҙан ауыҙ иткәс, бейергә төштө. Ә хәҙер һүҙҙе уларға бирәйек:

Әлмира ТИМЕРБУЛАТОВА, БДУ, 1-се курс:

–    Баймаҡ йәштәре өсөн осрашыу була тигәс, түҙемһеҙлек менән ошо көндө көткәйнем. Өмөттәрем аҡланды, бик фәһемле сара булды. Пленар өлөштә төрлө фекерҙәр яңғыраны, үҙем өсөн һығымталар яһаным.

Айҙар ҒҮМӘРОВ, БДМУ студенты:

–    Яҡташтар менән күрешеү-аралашыу минең өсөн мәртәбәле булды. Район етәкселегенең беҙгә өмөт бағлауы ҙур яуаплылыҡ өҫтәне, дәрт уятты. 

Рәзилә ИСХАҠОВА, БДМУ студенты:

–    Бик шатмын! Үҙемдең нәҡ ошо райондан булыуыма ғорурландым. Был кисә барыбыҙҙы ла берләштерҙе. Район хакимиәтенә ошондай байрам, күстәнәстәр өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Сәбилә Сөләймәнова, педагогия фәндәре кандидаты, 1985-1988 йылдарҙа БАССР халыҡ мәғарифы министры:

–    Бындай кимәлдәге сара күптән үткәрелгәне юҡ ине. Сығыштар бик йөкмәткеле булды, бигерәк тә район башлығы Илшат Хәмит улы төбәктең һулышы хаҡында ентекле һөйләне. Беҙ, Өфөлә йәшәүсе баймаҡтар, райондың ҡаҙаныштары һәм проблемалары хаҡында яҡындан белдек. Ғөмүмән алғанда, бик мөһим, кәрәкле осрашыу. Ул туҡтап ҡалмаһын, йыл һайын үткәрелһен ине, тигән теләктә ҡалам. Ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтлемен.

Фирғәт БАЙРАМҒОЛОВ, Республика перинаталь үҙәгенең баш врачы, медицина фәндәре кандидаты, Яҡташтар берлеге етәксеһе:

–    Бөгөн Өфөләге өс йөҙгә яҡын учреждение-ойошмала Баймаҡ районында тыуып үҫкән шәхестәр эшләй. Беҙҙең Совет планға ярашлы эш алып бара. Беренсе курс студенттарын сәләмләү, төрлө спорт ярыштары, “Баймаҡ һылыуҡайы”, һабантуй кеүек саралар матур традицияға әүерелде.
Бындай осрашыуҙар студенттарға тик ыңғай йоғонто яһай. Улар юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡҡа эшкә ҡайтып, районға тик файҙа килтерһен ине.

Таңсулпан Ғарипова, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы-драматург:

–     Сараны урынлы һәм ваҡытлы, тип иҫәпләйем.  Докладтарҙы тыңлағанда берсә ҡыуанып, берсә һыҙланып ултырҙым. Баймаҡ – флагман район. Ул үҙенең бәҫен лайыҡлы һаҡлаһын ине. Уның киләсәге – бөгөнгө студенттар ҡулында. Ошо осрашыу уларға дәрт бирер, йәштәр тыуған район мәнфәғәтенә ең һыҙғанып эшкә керешер, тигән ышаныс бар.
Самолет үҙенә күпме яғыулыҡ ала, шул тиклем һауала оҙағыраҡ оса. Йәштәргә теләгем – күберәк белем туплағыҙ. Шул саҡта алдығыҙҙа күп мөмкинлектәр асылыр. Ғүмерегеҙҙе сифатлы үткәрергә тырышығыҙ, уңышһыҙлыҡтарҙан, хаталарҙан ҡурҡмай, ҙур-ҙур аҙымдар менән тик алға атлағыҙ.

Элек-электән  үк Баймаҡ студенттары яҡташтар иғтибарынан ситтә ҡалмай. Үҙем дә, университет эскәмйәһендә ултырған саҡта, Баймаҡ етәкселәре хәстәрен йыш татыным. Улар әле матди ярҙам, әле ылау ойошторорҙар ине. Ә Өфөләгә яҡташ олпат ағай-апайҙар бер ҡасан да кәңәшенән өҙмәй. Тыуған йорттан алыҫ саҡта ышаныслы терәгең булыу – ул үҙе бер бәхет.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Өфө ҡалаһы.