2 дек. 2011 г.

Һайлау – 2011


КПРФ – яңы курс – яңы тормош!

СССР-ҙың юҡҡа сығарылыуына 20 йыл ваҡыт үтеп китте. Ошо йылдар эсендә власть халыҡтан олигархтар ҡулына күсте. Бының һөҙөмтәһе асыҡтан-асыҡ күренеп тора: бөйөк дәүләттән беҙ урта хәлле илгә әйләндек. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫеше туҡтаны, күп кешеләр эшһеҙ ҡалды, бушлай медицина һәм мәғариф, торлаҡ, арзанлы аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар юҡҡа сыға бара.


Терроризм, енәйәтселек, коррупция һәм наркотиктар менән һатыу итеү Рәсәйҙә милли афәткә әйләнде. Уларға ҡаршы көрәш тураһында күп һөйләйҙәр, ләкин сәбәптәрен юҡ итеү йәһәтенән бер нәмә лә эшләнмәй. Ҡораллы көстәр әлегә бик аяныс хәлдә.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына ла 2 миллион бала мәктәпкә йөрөмәй, ә 1 миллион бала урамда көн итә. Әгәр СССР мәғариф өлкәһендә донъяла өсөнсө урынды биләһә, бөгөн иһә 53-сө урындабыҙ. Ә кешеләрҙең хәүефһеҙлек кимәле буйынса беҙ донъяла 175-се урында. Һәр өлкәлә лә шул уҡ хәл. Шуға күрә курсты ҡырҡа үҙгәртеү талап ителә. КПРФ – илде көрсөктән сығарыу буйынса фәнни тикшерелгән программаһы булған берҙән-бер партия.

Илдең тәбиғәт байлыҡтары байҙар мәнфәғәтенә генә хеҙмәт итергә тейеш түгел. Уларҙы халыҡҡа кире ҡайтарырға кәрәк. Бөгөн власть нефть долларҙарын эске ихтыяжға ҡулланыу урынына сит илдәргә ебәрә, ә күп өлөшө олигархтар кеҫәһенә һеңә.

Аграр программабыҙ ергә, айырыуса ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә шәхси милекселекте бөтөрөргә тәҡдим итә. Ер тауар булырға тейеш түгел, дәүләткә кире ҡайтарылһын.

Д.А. Медведев иғлан иткән модернизацияға курс һайлау алды пиарына әйләндерелде. Олигархия мәнфәғәтен күҙәтеүсе әлеге сәйәси режим модернизацияны бойомға ашыра алмай. КПРФ яңы индустриализация проектын эшләне.

“Яңы тәртип” йырсылары СССР-ҙы “һалҡын һуғыш” иғлан итеүҙә ғәйепләй. Эйе, беҙ ил эшенә ситтән килеп ҡыҫылмаһындар, бөгөнгө кеүек НАТО үҙенең ихтыярын көсләп таҡмаһын өсөн барьерҙар ҡуйырға мәжбүр булдыҡ. Бынан тыш, хәҙер беҙҙең союзниктар юҡ кимәлендә, был да хәүефһеҙлегебеҙгә ҡурҡыныс менән янай.

Хөрмәтле һайлаусы!

Бөгөн һинең алдыңда ниндәй партияны һайлау проблемаһы ғына түгел, ә һинең мәнфәғәтеңде күҙәтеүсе, һинең балаларыңда һәм ейәндәреңдә киләһе көнгә ышаныс уятыусы курс һайлау бурысы ла тора. Ошоға тиклем эшләгән Дәүләт Думаһындағы коммунистар фракцияһы депутаттарының ил халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән закон проекттары рәткә ҡабул ителмәне.

Тотороҡлолоҡ иллюзияһы 2008 йылғы көрсөктә асыҡ күренде. Рәсәй егерме иң алдынғы ил араһында аҙаҡҡы булып ҡалды. Рәсәйҙең тотороҡлолоғо кәмегәндән-кәмей. Яңы үҫеш нигеҙе булдырыу өсөн беҙҙең ни бары 5-7, иң күп тигәндә 10 йылыбыҙ бар. КПРФ илде үҫеш һәм юғарыға күтәрелеү юлына алып сығырға әҙер. Бының өсөн партияның асыҡ маҡсаттары, сәйәси ихтыяры, ғәҙел һәм эшкә һәләтле патриотик көстәр командаһы бар.

Дөрөҫ һайла, яңылышма, дуҫым!

КПРФ сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

(Материал 2005 йылдың 18 майындағы “Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһында”ғы федераль Законға ярашлы бушлай баҫыла).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.