14 дек. 2011 г.

Һайлау – 2012

№121 , 9 декабрь 2011 йыл
Территориаль һайлау комиссияһы ҡарары
Өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутаттар һайлау буйынса бер мандатлы һайлау округтары схемаһын билдәләү тураһында «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуҡтары тураһында»ғы Федераль закондың 18-се статьяһы, Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы кодексының 15-се статьяһына ярашлы, Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһенең һайлау комиссияһы вәкәләттәре  һалынған Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы ҡарар итте:
Өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутаттар һайлау буйынса бер мандатлы һайлау округтары схемаһын билдәләргә.


1-се һайлау округы (“Иҫке тирмән”)
Үҙәге – 3-сө мәктәп, тел. 2-13-04, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 27.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: Т.Аслаев, Паровоз, А.Гоголь, А.Матросов, П.Осипенко, Л.Чайкина, М.Калинин, Т.Миңлеғолов, Коммунистик,  В.Терешкова,  Г.Титов, Башҡортостан, Ю.Гагарин, В.Копылов.
2-се һайлау округы (“Күлйортау”)
Үҙәге – 3-сө мәктәп, тел. 2-13-04, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 27.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: Әлибаев (йоп яғы 2-нән 72-гә, таҡ яғы 1-ҙән 47-гә тиклем), З.Биишева, К.Блюхер, Социалистик, М.Гәрәев, Күлйортау,  М.Тухачевский.
3-сө һайлау округы (“спорт”)
Үҙәге – 3-сө мәктәп, тел. 2-13-04, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 27.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: С.Юлаев проспекты (25, 27, 31, 33-сө йорттар), Әлибаев (49, 51, 53, 55, 57), Юбилей (2, 4, 6-сы йорттар).
4-се һайлау округы (“вокзал яны”)
Үҙәге – 105-се һөнәрселек училищеһы, тел. 2-22-18, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 21.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: З.Аҡназаров, Ә.Әлибаев (йоп яғы 74-тән аҙаҡҡаса, таҡ яғы 57/1-ҙән аҙаҡҡаса), Х.Әминев, В.Артамонов, М.Заманов, Б.Вәлид, Ҡуянтау, М.Кәрим (йоп яғы 44-тән аҙаҡҡаса), Б.Мәмбәтҡолов, Ф.Ниғмәтуллина, Б.Рафиҡов, Ҡарағайлы, Буранбай сәсән, Йәйғор, Г.Фәйзуллина, М.Цветаева, Юбилей (15-тән аҙаҡҡаса), Мерәҫ, Исҡужин, С.Ҡудаш, Дилмөхәмәтов.
5-се һайлау округы (“имам”)
Үҙәге – 4-се мәктәп, тел. 3-17-51, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 19.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: С.Юлаев проспекты (йоп яғы), С.Юлаев проспекты (13, 15, 17), А.Гайдар, М.Йәлил, Ғ.Сәиди.
6-сы һайлау округы (“Кирбес”)
Үҙәге – 4-се мәктәп, тел. 3-17-51, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 19.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: С.Юлаев проспекты (19а, 21-се йорттар), Юбилей (1, 3, 11, 13), Кирбес, Пименов, Таналыҡ.
7-се һайлау округы (“Дауахана”)
Үҙәге – 2-се мәктәп, тел. 2-12-65, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Чекмарев урамы, 13.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: Тыныслыҡ, Аҡтау, Х.Әхмәтов, Гвардия, Ғ.Зөлҡәрнәев, Ф.Ишморатов, Урман, М.Мортазин, Р.Яхин, М.Кәрим (йоп яғы 2-нән 42-гә тиклем).
8-се һайлау округы (“Чекмарев”)
Үҙәге – 2-се мәктәп, тел. 2-12-65, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Чекмарев урамы, 13.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: С.Юлаев проспекты (5, 7-се йорттар), С.Есенин, Еңеү, С.Чекмарев.
9-сы һайлау округы (“Техникум”)
Үҙәге – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, т. 3-21-07, 2-11-47, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Рәшит Ниғмәти урамы,1.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: Ш.Бабич, М.Ғөбәйҙуллин, К.Цеткин, П.Кудимов, Т.Күсимов, Р.Ниғмәти, Һ.Дәүләтшина, Шоссе.
10-сы һайлау округы (“стадион”)
Үҙәге – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, т. 3-21-07, 2-11-47, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Рәшит Ниғмәти урамы,1.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: М.Аҡмулла, Быраулаусылар тыҡрығы,  Комсомол, З.Космодемьянская, Яр буйы, Баҡса, Ҡояшлы тыҡрығы, А.Стаханов (йоп яғы 4-тән 32-гә, таҡ яғы 1-ҙән 5-кә тиклем), Урал тыҡрығы.
11-се һайлау округы («Интернат»)
Үҙәге – Баймаҡ лицей-интернаты, тел. 2-11-38, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Стаханов урамы, 19.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: Аэродром, З.Вәлиди, Геологтар, Ю.Лермонтов, Йәштәр, Моряков, Ғ.Насыров, Нуриев, Парашют, Рәсәй, Ҡарлы, А.Стаханов (йоп яғы 34-тән аҙаҡҡаса, таҡ яғы 7-нән аҙаҡҡаса), Төҙөүселәр, Дала, Ғ.Сөләймәнов, Р.Өмөтбаев, Сәскә, В.Чкалов, Мәктәп, Энтузиастар, Көньяҡ, Сибай (ДРСУ янындағы күперҙән 200-сө автозаправкалау станцияһына тиклем), Йылайыр (200-сө автозаправкалау станцияһынан Баймаҡ – Йылайыр юлы йүнәлешенә), Бөрйән, Түңгәүер, Сейә, Байҡара, Дуҫлыҡ, Зәкир Рәмиев, Алдар Батыр, Ыуараш, Күсемташ, Аҫыл, Йәнгүҙәй, Байсура, Баҡыртау, Балтатау, Ф.Ғәйнуллин (Сәскә урамының дауамы), Баҙар, Спорт, Ғаилә, Уҡытыусы, Һаҡмар, Талҡаҫ, Туғай (Чкалов урамының дауамы), Завод (Аэродром урамынан сыҡҡан ерҙән), Ҡыпсаҡ (Өмөтбаев урамының дауамы), Әй (ГРП артында).
12-се һайлау округы («Ирәндек»)
Үҙәге – 1-се мәктәп, тел. 3-11-65, Адресы: Баймаҡ ҡалаһы, М.Горький урамы,10.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: Л.Азанов, Аҡташ, Ф.Белов, Ирәндек, Н.Иҙелбай, Ш.Хоҙайбирҙин, М.Шайморатов.
13-сө һайлау округы («рудник»)
Үҙәге – 1-се мәктәп, тел. 3-11-65, Адресы: Баймаҡ ҡалаһы, М.Горький урамы,10.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: Таулы, Кооператив, Крәҫтиәндәр, Н.Крупская, Октябрь, Н.Островский, Пионер, Почта, Пролетар, А.Пушкин, Рудник, Совет, М.Фрунзе, С.Халтурин, Энергетиктар.
14-се һайлау округы («Автотранспорт»)
Үҙәге – 1-се мәктәп, тел. 3-11-65, Адресы: Баймаҡ ҡалаһы, М.Горький урамы,10.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: Ветеринар, Көнсығыш, М.Ғафури, М.Горький, Д.Журавлев, С.Киров,  В.Ленин (йоп яғы 2-нән 40-ҡа, таҡ яғы 1-ҙән 59-ға тиклем),  1 Май, Революция,  С.Юлаев, Свердлов, М.Фәйзи, Йолалы.
15-се һайлау округы («Завод»)
Үҙәге – «Баймаҡ ҡойоу-механика заводы» ААЙ-һы идаралығы бинаһы, тел. 3-36-64, адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Ленин урамы, 62.
Баймаҡ ҡалаһы урамдары: Ғүмәров, Гуревич, Каширин, Куйбышев, Ленин (йоп яғы 42-нән аҙаҡҡаса, таҡ яғы 61-ҙән аҙаҡҡаса), Р.Люксембург, К.Маркс, Мифтахов, Азатлыҡ, Солонин, Чапаев, Чернышевский.

Ш. МОТАЛЛАПОВ, комиссия рәйесе.
Д. ҠУЖАБАЕВА, комиссия секретары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.