14 дек. 2011 г.

Тәрбиә

Ҡыҙҙарҙы ҡырҡ урындан тый...
Хәҙерге заманда был мәҡәл бик урынлы булһа ла, тыйып ҡына сикләнеү етмәй,  ә, киреһенсә, ни өсөн ярамағанын аңлатыу ҙа зарур. Күп кенә әсә менән ҡыҙ араһында ошондай сетерекле темаларға һөйләшеү килеп сыҡмай, кисектерелә килә һәм ҡурҡҡан эҙемтәгә килтереүе лә ихтимал. Бәхеткә, Ғаиләгә, йәштәргә һәм балаларға социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге йәш ҡыҙҙар араһында аңлатыу эштәрен алып барыусы күпер ролен үтәй.
Яңыраҡ үҙәктә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында белем алыусы студент ҡыҙҙар өсөн ошондай лекция үтте. Уны муниципаль район хакимиәтенең йәштәр секторы белгесе, социаль педагог Әлфиә Латыпова ойошторҙо. Тәүҙә “Һеҙ ни тиклем изгелекле?” темаһына анкета һорауҙарына яуаптар алынды. Һөҙөмтәләр буйынса, ҡатнашыусыларҙың 30 проценты кеше менән еңел аралаша белә, дуҫтары күп, әммә уларға барыһы өсөн дә өҙөлөп торорға кәрәкмәүе, барыһына ла ярап бөтөп булмауы кәңәш ителде. Ҡалған 70 процент ҡыҙҙарҙың ваҡыты менән изгелекле, ҡайһы саҡта хатта бер аҙ ҡырыҫыраҡ та булыуы асыҡланды. Уларға дуҫтарҙы рәнйетмәҫкә, тигеҙ ҡарарға тырышырға кәрәк, тигән теләктәр яңғыраны.
Үҙәктең педагог-психологы Нуридә Хажина ҡыҙҙарҙың яратҡан шөғөлдәре, үҙ баһаһы кимәлен асыҡлау буйынса тренингтар үткәрҙе. Ғаиләне планлаштырыу кабинеты акушеры Асия Юнысова ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу саралары тураһында лекция уҡыны, үҫмерҙәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар, буласаҡ әсәйҙәргә фәһемле кәңәштәр бирҙе. Артабан социаль педагог Миләүшә Сыңғыҙова әхлаҡи тәрбиә, тәмәке тартыуҙың зыяны, СПИД тураһында видеолекторий ойошторҙо. Сара студент ҡыҙҙар өсөн бик тә фәһемле булғандыр, тип ышанғы килә.

Айгөл Иҙелбаева.


Бурысыбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ
2011 йыл – илебеҙ өсөн бик мөһим ваҡиғаларға бай. Быйылғы йыл республикабыҙҙа Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде, совет кешеһе Юрий Гагариндың ер йөҙөндә тәүгеләрҙән булып йыһан киңлектәрен байҡап сығыуына 50 йыл тулды. Күптән түгел РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайланыҡ.
Республика, райондың социаль-иҡтисади тормошонда, күреүебеҙсә, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, улар иртәнге көнгә ышаныс уята. Былар бөтәһе лә йәш быуынды, кескәйҙәрҙе иғтибар үҙәгенә ҡуйып, тәрбиәүи эштең эстәлеген тағы ла тулыландырып, йәнләндереп ебәреү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Беҙ, Әмин ауылында урынлашҡан “Гөлкәй” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, үҙебеҙҙең заман, ил алдындағы бурысыбыҙҙы бик яҡшы аңлайбыҙ һәм көрсөк ваҡыты тыуҙырған төрлө сетерекле хәлдәргә ҡарамайынса бала саҡты тулы мәғәнәһендә бәхетле һәм йөкмәткеле итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.
Беҙҙә төрлө саралар даими ойошторола. Мәктәп уҡыусылары менән берлектә “Йыһан батырҙары” тигән темаға рәсемдәр конкурсы, шиғырҙар бәйгеһе үткәрҙек. Шулай уҡ “Дуҫ булайыҡ”, “Беҙ үҫкән йорт”, “Тыуған илем – Башҡортостан”, “Минең дуҫым – Саша” кеүек әңгәмәләр халыҡтар берҙәмлеген нығытыуға арналды.
Күптән түгел балаларҙың телмәрен байытыу, фекерләү ҡеүәһен, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһон үҫтереү, аралашырға өйрәтеү маҡсатында “Әкиәттәр иленә сәйәхәт” аҙналығы үткәрҙек. “Торна менән төлкө”, “Тирмәкәй”, “Шалҡан” әкиәттәрен сәхнәләштереп, тәүҙә үҙебеҙҙең төркөмдә, унан ата-әсәләр алдында сығыш яһаныҡ. Аҙаҡ әкиәттәребеҙҙе Әмин мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларына күрһәттек. Кескәй артистарыбыҙҙы бөтәһе лә бик яратты, байрамдан үтә лә ҡәнәғәт булып таралыштылар. Иң мөһиме – был сығыш бәләкәстәрҙең үҙҙәренә бик оҡшаны.
Әле Баймаҡта үткәреләсәк әкиәт һөйләү буйынса конкурста ҡатнашырға әҙерләнәбеҙ.
Р. Халиҡова,
“Гөлкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.