27 дек. 2011 г.

Бәхил бул, ҡәләмдәш…

Күңелдәрҙә мәңге йәшәрһең, Тәфтизан ағай...
Беҙҙең хөрмәтле остазыбыҙ, яҡын кәңәшсебеҙ, республикабыҙҙа киң билдәле ысын журналист Тәфтизан Сабирйән улы Ушановтың көтмәгәндә вафат булып ҡалыуы йөрәктәребеҙҙә мәңге уңалмаҫ ауыр яра ҡалдырҙы.

2000 йылда тәүге һаны донъя күргән әсә телендәге үҙаллы гәзитебеҙҙең Тәфтизан Ушановтың хәстәрлеге, тырышлығы менән асылыуы бер кемгә лә сер түгел. Уның халҡы, туған теле өсөн янып йәшәүенең татлы емеше ул “Һаҡмар” гәзите. Тәфтизан ағай төрлө тарафтарҙан йыйылған йәш журналистарҙың остазы ла булды, иң яҡын кешеһенә әүерелде. Уның беҙҙе телебеҙ серҙәренә, мәҡәлә, очерк, репортаж яҙырға өйрәтеүе һәр беребеҙ өсөн алтынға тиң һабаҡ булды. Тәфтизан ағайҙың тәржемәләрҙе бер тында әҙерләүен һоҡланып күҙәтер инек. Ә ул беҙҙең ауыҙ асып шаҡ ҡатыуыбыҙға ҡарап көлөп-йылмая ла: “Тәржемәлә иң мөһиме – уны туған телебеҙҙә халыҡҡа аңлайышлы итеп еткереү”, – тип әйтер ине.
Тәфтизан Сабирйән улы беҙҙе эшкә генә өйрәтеп ҡалманы. Ҡайһы саҡта тормош килтереп һуҡҡан көтмәгән ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итеүе, атайыбыҙҙай ҡурсалауы ла йәнебеҙгә дауа булды. Беҙҙе – тәжрибәһеҙ йәш журналистарҙы – яҡлашып сығыш яһарға ла ҡурҡманы. Бының өсөн беҙ уға бигерәк тә рәхмәтлебеҙ. Тәфтизан Сабирйән улының кемгәлер тауыш күтәреүен, асыуланыуын бер ҡасан да күрмәнек. Беҙҙе лә ул редакцияға килгән кешеләр менән матур итеп аралашырға өйрәтте. Ғаилә ҡәҙерен белеү, яҡындарыбыҙҙы һаҡлау-яҡлау буйынса ла Тәфтизан Сабирйән улы беҙгә оло үрнәк булды. Уның тормош юлдашы, хөрмәтле Гөлшат апай ҡаты ауырып киткәс, ысын ир, ныҡлы терәк була белеүе менән дә күп кешеләргә өлгө ине. Пар аҡҡошон юғалтырға теләмәгән тоғро юлдаш булараҡ, Тәфтизан ағай бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты һәм ғүмерлек мөхәббәтенә йән өрә алды.    
Мәңгелек донъяға китер алдынан Тәфтизан Сабирйән улы редакцияға килде. Ғәҙәттәгесә, һәр журналистың хәлен белеште, балаларын һорашты, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп көлдөрөп алды. Унан “Сибайҙа ла булдыҡ беҙ...” тип аталған күләмле мәҡәләһен ҡалдырҙы. Район гәзите барлыҡҡа килеүгә 80 йыл тулыуға арналған ине ул. Күрәһең, хөрмәтле журналисыбыҙ беҙҙе йыуатыу өсөн үҙенең һуңғы ҡулъяҙмаһын бүләк иткәндер.
Һәр саҡ йылмайып, көлөп, яҡшы кәйефен бар халыҡҡа бүләк итеүсе Тәфтизан ағайҙың ашҡынып типкән йөрәге бәйгеләрҙә ярһып сапҡан аттай, кинәт туҡтаны. Шулай ҙа уның осло ҡәләме, фәһемле һәм көслө рухта яҙылған мәҡәләләре халҡыбыҙҙың күңелендә мәңге һаҡланыр.

Тыныс йоҡла, хөрмәтле Тәфтизан ағай. Һине юғалтҡан яҡындарыңа, балаларыңа Хоҙай Тәғәлә сабырлыҡ бирһен, ә беҙ һинең эшеңде лайыҡлы дауам итербеҙ.
“Һаҡмар” гәзите редакцияһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.