14 дек. 2011 г.

Ауылым кешеләре

Мейессе Мәрзиә инәй
Мәрзиә инәй 1948 йылда Мырҙаҡай ауылына килен булып төшә. Йортта мейес бик насар булғанлыҡтан, ҡышты өшөй-өшөй үткәрә. “Йәй еткәс, Һаҡмар буйында кирбес һуғып, мейес сығарҙым. Был минең тәүге мейесем булды. Ул ҙур, йәмһеҙ килеп сыҡһа ла, йылы ине, төтәмәне. Ҡайны-ҡәйнәм сикһеҙ ҡыуанды”, – тип йылмайып хәтерләй Мәрзиә инәй.
1952 йылда улар тормош иптәше Исмәғил Уйылданов менән бәләкәй булһа ла өй һалып сығалар. Мәрзиә инәй бында ла үҙе мейес сығара. Шул саҡ йорт һалып сыҡҡан кешеләр инәйгә мөрәжәғәт итә башлай. Мәрзиә инәй көндөҙ мәктәптә иҙән йыуа, ә төндәрен мейес сығара.
Инәй ҡайны-ҡәйнәһен бик йылы һүҙҙәр менән хәтеренә ала. “Улар менән бергә-бергә ғүмер иттек. Ҡайным “Урының – түрҙән, ҡәҙерең мирҙан булыр” тип фатихаһын биреп ултыра торғайны.Уның биргән фатихалары фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килгәндер. 82 йәш тулыуға ҡарамаҫтан, үҙемдең дә тик ултырғым килмәй. “Эшле көндәр сауаплы, эшһеҙ көндәр ғазаплы” тип мейес сығарыуымды дауам итәм”, – ти Мәрзиә инәй.
Бәхетле һәм уңған ҡатын 8 бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙерге ваҡытта уларға, 20 ейән-ейәнсәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә ҡыуанып-һөйөнөп, рәхмәттәрен уҡып йәшәй. Ҡулының оҫталығы менән йорттарға йылы өләшкән Мәрзиә инәйгә һаулыҡ һәм бәхет теләгем килә.

Рауил ИСМӘҒИЛЕВ, хеҙмәт ветераны.
Ярат ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.