16 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Программа сиктәрендә
Көньяк-көнсығыш төбәкте комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә Темәс ауылында һыу менән тәьмин итеү, электр селтәрҙәре системаларын реконструкциялау эштәре тамамланды. Әле унда газ үткәреү дауам итә. Был маҡсатта бөтәһе 25 миллион һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә электр селтәре төҙөү дауам итә. Ишмырҙа ауылында иһә һыу үткәргесте реконструкциялау күҙ уңында тотола.

Ҡотлайбыҙ!
Райондың социаль-иҡтисади тормошон киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртҡаны өсөн һәм 70 йәше тулыу айҡанлы Мөхәмәтшин Салауат Хәбибрахман улы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

«Уңыш»та – семинар-кәңәшмә
Бөгөн “Уңыш” АХК-һы базаһында райондың ауыл хужалығы предприятиеларының семинар-кәңәшмәһе үтә. Унда етәкселәр һәм баш белгестәр мал ҡышлатыу барышы менән таныша, тармаҡтың эшен барлай, башҡа өлкәләрҙәге хәлде өйрәнә.

«Ирәндек» саҡыра
17 декабрҙә сәғәт 2-лә «Ирәндек» туристик базаһының тау саңғыһы үҙәгендә ҡышҡы миҙгел асыласаҡ. Теләге булған һәр кем күңелле, файҙалы ял итергә рәхим итһен.

Һөт тапшырып буласаҡ
Темәстә “Агрофин” ЯСЙ-һы тарафынан төҙөләсәк һөт эшкәртеү комбинаты 12 төр продукция етештерәсәк һәм тәүлегенә 70 тонна сеймал эшкәртеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары һәм шәхси хужалыҡтарҙан тыш, комбинат күрше райондарҙан да һөт ҡабул итәсәк.

Яңы йыл алдынан
Ҡала биләмәһе хакимиәте бина фасадтарын һәм уларҙың биләмәләрен байрамса биҙәү буйынса конкурс иғлан итә. Еңеүселәр “Предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар”, “Сауҙа объекттары”, “Белем биреү учреждениелары” номинацияларында билдәләнәсәк. Ярыш шарттарына ярашлы, биҙәү эштәрен 23 декабргә тамамлау ҡаралған.

Өфөгә, еңеүҙәр артынан!
Яңыраҡ 4-се мәктәптә “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” предметы буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы үтте. Унда район мәктәптәренең 8 – 9 һәм 10 – 11 кластарынан 30 уҡыусы ҡатнашты. Тәүҙә улар теоретик белемдәрен тикшерҙе, унан һуң автомат һүтеү-йыйыу, противогаз кейеү нормативын тапшырҙы, пневматик винтовканан атты. Бар һынауҙарҙы уңышлы үткән Х.Макулов (1-се мәктәп) һәм М.Шаранов (4-се) Өфөлә үтәсәк олимпиадала ҡатнашасаҡ.


2011 йылдың 16 декабрендә сәғәт 3-тә Баймаҡ эске эштәр бүлегендә (Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы,13) Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры урынбаҫары эске хеҙмәт полковнигы Шәрәфетдинов Руслан Михайлович хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм кешеләрҙе енәйәттәрҙән аралау һорауҙары буйынса граждандарҙы ҡабул итә.
Бүлектең штабында (315-се бүлмә) йәки 2-21-23 телефоны буйынса алдан яҙылырға.
Баймаҡ эске эштәр бүлеге штабы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.