29 дек. 2011 г.

Сәләмәт тормош

Спортта ла алдынғы улар!
Үткән шәмбелә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында  уҡытыусылар спартакиадаһы уҙғарылды. Сараны мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы, мәғариф бүлеге  менән берлектә район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса секторы ойошторҙо.

Район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса сектор мөдире И.Н. Хәмитов:
Был сараның төп маҡсаты – зона, район ярышында еңеү яулаған беҙҙең педагогтарҙы асыҡлап, уларҙы республика ярыштарында ҡатнаштырыу. Һынауҙарға килгәндә, улар былтырғыға ҡарағанда ҡатмарланды.  Мәҫәлән, йөҙөү дистанцияһын  арттырҙыҡ – ир-егет-тәр – 50, ҡатын-ҡыҙҙар 25 метрҙа көс һынашты.
Үҙ зоналарында еңеү яулаған уҡытыусылар волейбол, саңғы ярышында, өҫтәл теннисы, йөҙөүҙә һәм шахмат турнирында көстәрен һынаны.
Профсоюз ойошмаһы рәйесе Р.Р. Морозова белдереүенсә, спортсыларҙың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ. Көньяк-көнсығыш төбәк ярыштарында ла Баймаҡ педагогтары һөҙөмтәле сығыш яһай.
5 зонаның командалары – Аҡморон, Темәс, Иҫке Сибай, Ниғәмәт һәм ҡаланың мәғариф учреждениелары спортсылары бар һынауҙарҙы ла һөҙөмтәле үтте.
Шуны билдәләргә кәрәк – уҡытыусыларҙың  үҙ-ара ярышыуын, үҙҙәрен спорт яғынан күрһәтеүен күҙәтеү ҡыҙыҡ ине. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләгән, уларға бар яҡтан да өлгө булған һөнәр эйәләре бирешмәне, яҡшы сығыш яһаны.
Шулай итеп, өҫтәл теннисынан ир-егеттәр араһында беренсе урындарҙы Ф.Аралбаев,  А.Йәналин (Буранбай), С.Намазкаев (Темәс), ҡатын-ҡыҙҙар араһында А.Күсәбаева (Аҡморон), А.Баймөхәмәтова (Күсей), З.Кадаева (2-се мәктәп) яуланы. Йөҙөүҙә А.Салихов (спорт мәктәбе), Р.Йортбәков (Беренсе Этҡол), М.Абдрахманов (Бетерә) һәм И.Хәмитова (Иҫке Сибай), Я.Ураҙбаева (Беренсе Этҡол), Д.Ишбаева (БЛИ) алдынғылыҡты бирмәне.
Волейболда Иҫке Сибай, Темәс, Ниғәмәт зоналары командалары тәүге урындарҙы алды. Интеллектуалдар уйыны – шахматта иһә ир-егеттәр араһынан И.Фәйзуллин (Беренсе Этҡол), И.Зөбәйеров (балалар ижады үҙәге), Р.Ҡужабәков (Беренсе Этҡол), ҡатын-ҡыҙҙарҙан З.Баййегетова (Таулыҡай), М.Мырҙабулатова (Һаҡмар), З.Вилданова (йәш техниктар станцияһы) еңелеү белмәне. Саңғы ярышында И.Йосопов (Ишбирҙе), И.Арғынбаев (4-се мәктәп), Д.Юлдашбаев (спорт мәктәбе) һәм С.Мырҙаҡаева (Ярат), И.Иванова (Крепостной Йылайыр), Ю.Самарбаева (Темәс) еңде.
Ә дөйөм команда иҫәбенә килгәндә, беренсе урынды Ниғәмәт, икенсене – Баймаҡ, өсөнсөнө Темәс алды. Аҡморон менән Иҫке Сибай зоналары уҡытыусылары дүртенсе-бишенсене бүлеште.
А. Ишназаров.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.