2 дек. 2011 г.

Сәнәғәт


Газ үткәреү дауам итә

Әлеге ваҡытта районыбыҙҙың 22 ауылына “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелгән. Район буйынса газ үткәргестең дөйөм оҙонлоғо 341 600 метрға һуҙылған. Газға тоташтырылған йорттарҙы, социаль-мәҙәни, сәнәғәт һ.б. объекттарҙы, ҡала һәм район буйынса һалынған газ үткәргестәрҙе район үҙәгендә урынлашҡан “Газсервис” ААЙ-һының Баймаҡ комплекслы хеҙмәте эшселәре хеҙмәтләндерә. Бөгөн был ойошмала 49 кеше эшләй. 


Хәҙерге көндә район буйынса күп кенә ауылдарға газ үткәргес һалынһа ла, “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылмаған йорттар ҙа бихисап. Киләсәктә шуларҙы тәбиғи газға тоташтырыу төп маҡсаттарҙың береһе булып тора.

“Кемдеңдер йортона ҡышҡа саҡлы “зәңгәр яғыулыҡ” индерергә теләге булһа, йыл башынан уҡ был турала беҙгә белдерһен ине. Бының өсөн тәү сиратта беҙгә килһендәр, уларға ниндәй документтар йыйырға кәрәклеген әйтеп аңлатырбыҙ. Быны ни өсөн әйтәм, сөнки күптәр беҙгә көҙ еткәс кенә мөрәжәғәт итә. Ҡышҡы һалҡындар төшөп, һауа температураһы минус 20 градустан түбәнерәк булһа, ҡағиҙә буйынса йорттарҙы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтыра алмайбыҙ. Әйткәндәй, Яңы йылдан һуң халыҡтың һорауы буйынса йорттарҙа газ торбаларын монтажлау эшен дә башҡара башлаясаҡбыҙ.

Быйыл февраль айынан башлап халыҡты баллондарға тултырылған шыйыҡ газ менән тәьмин итмәйбеҙ. Был эште хәҙер ”Өфө-шыйыҡ газ” ЯСЙ-һы башҡара. Беҙ бары тик газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндерәбеҙ генә”, – ти мастер Наил Илтинин. Бында шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк: әгәр баллонлы газ менән файҙаланыусы Баймаҡ комплекслы хеҙмәте тарафынан ҡорамалдарына техник хеҙмәтләндереү үткәрмәгән булһа, улар шыйыҡлатылған газға заявка бирә алмай. Ҡайһы берәүҙәр газ баллондарын заправкаға барып, автомобилдәр өсөн тәғәйенләнгән газ менән тултыра. Был, берҙән, законһыҙ булһа һәм кеше ғүмеренә хәүеф менән янаһа, икенсенән, ҡулланғанда ла сәләмәтлеккә ҙур зыян килтерә – янғанда зыянлы матдәләр бүлеп сығара.

Баймаҡ комплекслы хеҙмәте эшселәре графикка ярашлы, газ үткән һәр йортҡа йөрөп, ҡорамалдарҙың техник торошон тикшерә. Бынан тыш, саҡырыуҙарға ла йөрөргә тура килә: кемгәлер газ приборҙарының запчасын алмаштыраһың, иҫәпләгес сафтан сыҡһа, газ килмәүе лә мөмкин, газды ҡабыҙа алмағандар ҙа була. Газ яғыулығы сығанаҡтарындағы етешһеҙлектәр ҡышҡы осорға күскәндәге көсәйтелгән режим ваҡытында асыҡлана.

Тәбиғи газ менән йылытыу ҡоролмалары йылдан-йыл камиллаша бара, шуға ла слесарҙарҙан был өлкәләге һәр яңылыҡты өйрәнеп, дөрөҫ ҡулланыу талап ителә. Уларҙың йыл һайын һөнәр үҙенсәлектәре буйынса имтихандар тапшырып, белемдәрен камиллаштырып тороуы газ ҡулланыусыларҙы хәүефһеҙ хеҙмәтләндереү маҡсатын күҙ уңында тота.

Әйткәндәй, быйыл ҡала урамдарына 14 километр оҙонлоғонда газ үткәргестәр төҙөү өсөн аҡса бүленгәйне. Йыл аҙағына тиклем 20 урамға газ торбалары һуҙыласаҡ. Был төҙөлөш эштәрендә “Газсервис” ААЙ-һының Сибай филиалы, шул иҫәптән Баймаҡ комплекслы хеҙмәте коллективы ла ҡатнаша. Әлеге ваҡытта газсылар «Малыш» микрорайонында, Йолалы, Горький һ.б. урамдарҙа эшләй.

Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.