14 дек. 2011 г.

Беҙҙең әңгәмә

Ете нотанан тыуған мөғжизә
Сихри йәйғорҙоң ете төҫтән тороуында, кешелектең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған йыр-моңдоң да ете нотанан хасил булыуында оло мәғәнә бар. Ә ысын сәнғәт оҫталары ошо ете генә төҫтө йәиһә нотаны мең төрлөгә байыта ала. Мин күкрәк моңо ана шул ете нота ҡыҫаларын артылып, тау юлдары кеүек урау-урау, йылға кеүек иркен ағышлы йырҙары менән халыҡтың һөйөүен күптән яулаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың Батыр Вәлид исемендәге премия, район, республика һәм Халыҡ-ара бихисап йыр бәйгеләре лауреаты Рауил Харрасов менән әңгәмәнең шаһиты булырға саҡырам.

– Рауил ағай, беҙ һеҙҙе иң элек күркәм алтын юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ошо уңайҙан яратҡан тамашасыларығыҙҙы ҡыуандырырға ла йыйынаһығыҙ шикелле...
– Эйе, минең тағы ла бер юбилей – сәхнәгә сығыуыма 30 йылдан ашты. Ошо ике датаны билдәләп, 15 декабрҙә халыҡ ижады үҙәгендә “Рауил Харрасов сәхнәләш дуҫтарын йыя” тип аталған концерт ҡуйырға йыйынып йөрөйөм. Тамашасыға оҡшар, тип уйлайым.

– Ниндәй йырҙар менән һөйөндөрмәксеһегеҙ?
– Концерт программаһына халыҡ, ретро һәм эстрада йырҙары ингән. Хөсәйен Әхмәтов, Сара Садыҡова, Нур Дауытов кеүек профессиональ һәм Хисмәт Дәүләтов, Вилүр Мәүлитов, Дамир Солтанов кеүек һәүәҫкәр композиторҙарҙың ижады яңғыраясаҡ.
– Һеҙҙең йырҙарҙы “Юлдаш” радиоһы аша йыш ишетәбеҙ, телевидениенан клиптарығыҙ ҙа күренгеләп ҡала. Нисә йырығыҙға клип төшөрөлгән?
– “Уҙған ғүмер”, “Маһисәрүәр”, “Әсәй, һине йыуатам”, “Йәшлек эҙҙәре”, “Йәшәп һыуһын ҡанманы” йырҙарына Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бик сағыу клиптар төшөрҙө.
– Һеҙ ер йөҙөндәге иң изге һөнәрҙәрҙе үҙләштергәнһегеҙ: игенсе, уҡытыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре... Барыһы ла ижади һөнәрҙәр. Улар әлеге көндә күңелегеҙҙә ҡыбырлап ҡуямы?
– Агитбригада менән сыҡҡан саҡта иген еҫен еҫкәһәм, ҡара ерҙе, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙы күрһәм, дәртләнеп китәм. Сөнки мин бәләкәйҙән атайыма эйәреп комбайнда ярҙамсы булып йөрөнөм. Мәктәптән һуң атайым менән ике комбайнда  бер звено булып эшләнек. “Йылайыр” совхозы баҫыуҙарында икәүләп ике комбайнда 1000 гектар игенде яҫмаға һалдыҡ. Унан әрмегә киттем. Унда бер көндө беҙҙе теҙеп ҡуйҙылар ҙа: “Рядовой Харрасов! Һеҙ әрмегә тиклем  комбайнда яҡшы эшләгәнһегеҙ икән! Тыуған яғығыҙҙан – ВЛКСМ обкомынан Почет грамотаһы килгән. Сығып алығыҙ!” – тип Почет грамотаһын тапшырҙылар. Аҙаҡтан хеҙмәттәштәр мине бер килке “Комбайнер” тип шаяртып йөрөттө.
Уҡытыусылыҡҡа килгәндә, минең дәрестәрем һәр ваҡыт йыр-моң менән бәйле булды. Мин: “Һиңә сәнғәт юлын һайларға кәрәк”, – тип өгөтләгән уҡыусыларым Башҡорт дәүләт академия, Сибай дәүләт драма театрҙарында билдәле артистар булып китте.
– Киләсәккә ниндәй уйҙар менән йәшәйһегеҙ?
– Ижади эҙләнеүҙәр, яңы йырҙар өҫтөндә эшләргә тырышам. Әммә бөтәһе лә сығымдар талап итә. Барлығы 30-ҙан ашыу йырым тупланды. Шуларҙы айырым аудио-диск итеп сығарыу уйы бар. Артабан халыҡ йырҙарына иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Баймаҡ биләмә-ара китапханалар селтәре менән берлектә район мәктәптәрендә халыҡ йырҙары буйынса лекторийҙар ойоштороу планға индерелгән. Ошо өлкәлә ҙур эш башларға торабыҙ.
– Барлыҡ изге уй-хыялдарығыҙ ҙа ғәмәлгә ашһын! Һеҙҙең йыр-моңға ғашиҡ тамашасылар концертығыҙҙан халҡыбыҙ моңо менән танһығын ҡандырһын, ә һеҙгә артабан да ижади бейеклектәр, талмаҫ ҡанаттар теләйбеҙ!
– Рәхмәт!

Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.