23 дек. 2011 г.

Хоҡуҡ һаҡлау

Кешеләрҙе яҡлау өсөн
2004 йылда Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығында консультация-кәңәшмә органы – хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегендә кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Йәмәғәт советы төҙөлә. Артабан бындай ойошма һәр ҡала, райондарҙа булдырыла. Уның төп маҡсаты – йәмәғәт тәртибен һаҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы йүнәлтелгән профилактик эштәр алып барыу, граждандарҙың хоҡуҡ һаҡлау органдары эшенә ҡарата яҙылған ялыуҙарын тикшереү.
Йәмәғәт советы ағзалары эске эштәр органдары биналарын, ғәйепләнеүселәр һәм енәйәтселәр мәжбүри тотолған урынды алдан иҫкәртмәйенсә тикшерә ала. Улар шулай уҡ граждандарҙың полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡарата яҙылған ялыуҙарын, мөрәжәғәттәрен үҙаллы ҡарай.
Баймаҡ районының эске эштәр органдары эшмәкәрлегендә кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Йәмәғәт советы рәйесе итеп район эшҡыуарҙары советы рәйесе И.Ғ. Ҡыуатов, уның урынбаҫары – 105-се һөнәрселек училищеһы директоры А.А. Исхаҡов, секретары булып “Баймакский вестник” гәзитенең хаттар һәм социаль тормош бүлеге мөдире Р.З. Әхмәтйәнова  һайланды.  Шулай уҡ Йәмәғәт советына “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексы директоры И.М. Йәндәүләтов, 4-се мәктәп уҡытыусыһы, район коммунистар партияһының I секретары И.Н. Сирусин, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина, ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов, Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитов, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Ш.Т. Әбдрәхимов, БР Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйы вәкиле К.Б. Байтурина тәғәйенләнде.

Г. Иҫәнгилдина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.