16 дек. 2011 г.

Социаль өлкә

Уҡыуы бер ҡасан да һуң түгел...
Ололар компьютер серҙәренә өйрәнде
Районыбыҙҙа оло быуын кешеләренә ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Мәҫәлән, быйыл майҙа республикабыҙ Президенты “Халыҡ университеты” Программаһын раҫланы. Ошо программа сиктәрендә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы, ауыл биләмәһе тырышлығы менән Аҡморонда пенсионерҙар өсөн уҡыуҙар ойошторолдо. Беҙ, хаҡлы ялдағы 20 кеше, компьютерҙа эшләргә өйрәндек. Дәрестәрҙе информатика уҡытыусыһы Илнур Динислам улы Иҫәндәүләтов алып барҙы.

Әлбиттә, тәүҙә беҙҙең икеләнеүҙәребеҙ күп булды. Ни тиһәң дә, өлкән кешеләрбеҙ, өйрәткән дәрестәрҙе иҫтә ҡалдыра алырбыҙмы тип борсолдоҡ. Әммә Илнур Динислам улы беҙҙе өйрәтеүгә бар көсөн һалды, һәр беребеҙ менән айырым эшләне. Ул беҙҙе текстар йыйырға, Интернет селтәрендә эшләргә, таблицалар төҙөргә һ.б. өйрәтте.
Уҡыу барышында беҙ берҙәм, татыу ғаиләгә әүерелдек. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙе күпкә ышаныслыраҡ тота башланыҡ, хатта беҙҙең хәл-торошобоҙ күпкә яҡшырҙы. Компьютер менән ныҡ мауыҡҡан балаларыбыҙҙы һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе лә аңларға өйрәндек.
Киләһе йыл беҙ төркөм менән һауыҡтырыу гимнастикаһы дәрестәренә йөрөүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
Беҙҙең турала хәстәрлек күреп уҡыуҙар ойошторған ауыл биләмәһе, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм, әлбиттә, беҙҙең уҡытыусыбыҙ И.Д. Иҫәндәүләтовҡа ысын күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Рәшиҙә Фәттәхова,
Аҡморон ауылының ветерандар советы рәйесе,
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.