16 дек. 2011 г.

Халыҡ иғтибарына

Йәшел ҡупшы шыршыҡай... 
Һине бит закон яҡлай
Йыл һайын ошо мәлдә шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары арта. Һәр кем байрамда өйөн йәшел ҡупшыҡай ултыртып биҙәргә теләй. Ләкин уларҙы аяуһыҙ ҡырҡыуҙан ниндәй ҙур зыян килеүен, бәлки, аңлап та бөтмәйбеҙҙер. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау маҡсатында урмандарҙа патруллек итә башланы ла инде. Шулай уҡ ағастарҙы эшкәртеү һәм яңы йыл шыршылары һатыу баҙарҙары ныҡлы контролгә алынған.
Йыл һайын байрам алдынан йәшел массаға зыян килтермәгән махсус урындарҙа ғына шыршылар әҙерләү ойошторола. Беҙҙең район биләмәһендә был эш менән “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы шөғөлләнә. Шыршылар һирәкләтергә кәрәк булған ҡуйы, юл ситтәрендә үҫкән урындарҙан бирелә. Һәр кем үҙенә оҡшағанын һатып алһын өсөн шыршы баҙары эшләй. Әгәр ҙә инде кемдер уларҙы урынлаштырыу һәм һаҡлау мәшәҡәттәренән ҡурҡһа – яһалмаларын һатып алып ҡуя ала.
Яңы йыл яҡынлашыу сәбәпле, “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы ҡала һәм район халҡына мөрәжәғәт итеп, дөйөм милек булып һаналған урман байлығын һаҡлауҙа ярҙам итеүегеҙҙе һорай. Ағас һәм шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыуға юл ҡуймаҫ өсөн шуға бәйле булған бөтә етешһеҙлектәр тураһында инспекторҙарға хәбәр итегеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ғәмәлдәге законға ярашлы, рөхсәтһеҙ ҡырҡылған яңы йыл шыршылары өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Граждандар өсөн административ штраф 3-3,5 мең һум, вазифалы кешеләргә 20-30 мең һум, юридик берәмектәргә 50-100 мең һумға тиклем. Әгәр зыян суммаһы 5 мең һум тәшкил итһә – енәйәт эше асыла.
“Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы ҡала һәм район халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлай һәм байрамды бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ ҡаршылауҙы теләй.

М. Ишбулатов,
“Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһының урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге инженеры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.