16 дек. 2011 г.

Тантаналар

Йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтелде
Кисә район-ҡалабыҙҙың сираттағы 10 йәш ғаиләһе өсөн иҫтәлекле һәм шатлыҡлы ваҡиға булды. Республикабыҙҙа, шул иҫәптән районыбыҙҙа ла ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә тәғәйен махсус Программалар эшләп килә. Был 10 парға ла торлаҡ һатып алыу, өй һалыу өсөн алынған кредиттарын ҡапларға аҡса таныҡлыҡтары тапшырылды.
Йәш ғаиләләрҙе муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев тәбрикләп: “Ошондай матур тантанаға бәләкәстәрегеҙ менән килегеүегеҙ икеләтә ҡыуаныслы. Шуға күрә тыуған яғыбыҙҙы йәмләп ҡалҡып сыҡҡан йорттарығыҙҙа балалар тауыштары тынмаһын, улар бәхетле йәшәһен”, – тине.
Йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире З.Р. Татлыбаева үҙенсәлекле сарала ҡатнашыусыларҙы: “Һеҙҙе ошондай матур тантанағыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым. Йортоғоҙҙоң һәр саҡ йылы, ырыҫлы һәм ҡотло булыуын теләйем”, – тип сәләмләне.
Артабан шул уҡ сектор белгесе Р.Ф.Фәйзуллин йәш ғаиләләргә сертификат буйынса бүленгән аҡсаны иҫәпкә күсереү тәртибен аңлатты.
Бәхетле ғаиләләр исеменән Баймаҡ ҡалаһынан Замир Мәхмүтов сығыш яһап, район һәм республика етәкселегенә оло рәхмәтен белдерҙе.
Эйе, йәштәргә үҙ ояһын ҡороу өсөн бүленгән аҡсаға район-ҡалабыҙҙы биҙәп матур-матур йорттар ҡалҡып сығыр, уларҙа бәхетле балаларҙың шат тауыштары яңғырап торор тип ышанғы килә.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.