23 дек. 2011 г.

Һөнәри байрамдар

Ҡатын-ҡыҙ бар ерҙә тәртип тә бар
Бөгөн – Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнө
Пенсия фондының төп маҡсаты – халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, йәғни пенсия, социаль түләүҙәр менән тәьмин итеү. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт ошо йүнәлештә генә эшләгән Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре бөгөн һөнәри байрамдарын билдәләй.

Бөгөн Пенсия фонды кеше тыуғандан алып вафат булғанға тиклем мөрәжәғәт итә торған урын,  тип иҫәпләнә. Сөнки сабый донъяға килгәндә әсәлек (ғаилә) капиталы юллана, кешене һуңғы юлға оҙатҡанда ла ерләү аҡсаһы ошо фондтан бирелә. Идаралыҡ көнөнә генә бер нисә тиҫтә кешене хеҙмәтләндерә.
– Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләү –  беҙҙән эшебеҙгә ҡарата яуаплылыҡ, һәр кем менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы талап итә, – ти Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Баймаҡтағы бүлексәһе начальнигы Р.В. Мараканова. – Беҙҙең бурыс – халыҡты пенсия һәм төрлө социаль түләүҙәр менән тәьмин итеү.
Г.Х. Йәнтүрина етәкләгән бүлек пенсия системаһы аҡсаһы менән идара итеү һәм һәр гражданды пенсия менән тәьмин итеү йүнәлеше буйынса эшләй. Яҡынса 60 меңдән ашыу кеше мотлаҡ пенсия страховкаһы менән файҙалана. Һәр кемгә асылған шәхси иҫәп, иҫәпләнгән һәм түләнгән страховка иғәнәләре, стаж тураһындағы мәғлүмәт йыл да страховкаланыусыға махсус хат аша еткерелә. Яҡынса 4 меңдән ашыу кеше пенсияны финанслау дәүләт программаһында ҡатнаша. Был иһә буласаҡ пенсияны арттырырға булышлыҡ итә.

Клиенттар менән эшләү бүлеге – халыҡ менән туранан-тура эшләгән бүлек. М.С. Тотманова етәкселегендәге белгестәр кешеләрҙең проблемаһын хәл итеп кенә ҡалмай, ә уларҙың пенсияға булған хоҡуҡтары һағына ла баҫҡан. Йыл башынан бында 33008 кеше мөрәжәғәт иткән. Коллектив билдәләнгән эш ваҡыты менән иҫәпләшмәй, һәр мөрәжәғәт итеүсегә шәхсән ҡарашта булып, уларҙың мәсьәләләрен теүәл һәм ваҡытында башҡарыуҙы бурыс итеп алған.
А.В. Крыгова етәкләгән пенсия тәғәйенләү, ҡайтанан иҫәпләү һәм пенсия хоҡуғын баһалау бүлеге белгестәре яуаплылығында – халыҡтан ҡабул итеп алынған документтарҙы тикшереү һәм пенсияны дөрөҫ тәғәйенләү. Пенсия менән тәьмин итеү программаһы йылдан-йыл үҙгәреш кисерә, тулылана. 2010 йылдан кешеләрҙең шәхси документтары ҡағыҙҙарҙа ғына түгел, ә электрон формала ла һаҡлана. Был иһә эш сифатын күтәрергә, ваҡытында норматив документтарҙы өйрәнергә һәм эшкәртергә булышлыҡ итә.
Беҙҙең районда әсәлек (ғаилә) капиталы башлыса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Башҡортостан Республикаһында сертификаттар биреү буйынса Баймаҡ районы алдынғылар рәтендә. Ул 3 меңдән ашыу ғаиләгә бирелгән. Торлаҡ төҙөү буйынса алынған кредиттарҙы һәм займдарҙы ҡаплауға 330 граждан ғариза яҙған һәм ошо маҡсатта 108 миллион һум тотонолған. Ә инде әсәлек капиталы иҫәбенә 240 ғаилә (79 миллион һум) өй һатып алһа, 128 ғаилә уны шәхси йорт (21 миллион һум) һалыуға йүнәлткән. 48 кешегә (15 миллион һум) төҙөгән өйҙәренә киткән сығымды ҡаплау өсөн компенсация итеп бирелгән.
Страховка иғәнәләре менән идара итеү бүлеге белгестәре страховка иғәнәләре түләүсе ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар менән эшләй. Иғәнәләрҙе иҫәпләү, туплау һәм йыйылған бурыстарҙы түләттереү, страховкаланыусыларҙы теркәү һәм камераль тикшереү үткәреү уларҙың бурыстары. Бөгөн Пенсия фонды идаралығында 2120 страховка түләүсе теркәлгән. Уларҙың ваҡытында страховка иғәнәләре индереүе пенсия, социаль түләүҙәр менән тәьмин итеүгә бәйле. Беҙҙең район һәм ҡала пенсионерҙарына пенсия һәм социаль түләүҙәр өсөн ай һайын 106 миллион 74 мең һум аҡса бүленә. Шул уҡ ваҡытта уртаса 20 миллион 734 мең һум страховка иғәнәһе  туплана. 
Пенсия фонды граждандарҙың пенсия хоҡуҡтарын яҡлау буйынса етди эш алып бара. Шуға күрә иғәнәләрҙе түләмәүселәргә ҡарата был бүлек белгестәре бөтә административ сараларҙы ла ҡуллана: штраф һәм пеня һалыу, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мәғлүмәттәр биреү, планға ярашлы камераль һәм урынға сығып тикшереү кеүек ысулдар ҡулланыла.
Пенсия фонды идаралығы коллективын һөнәри байрамдары уңайынан ихлас күңелдән ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий