26 дек. 2011 г.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышында
Кисә муниципаль район Советының сираттағы ултырышы булды. Унда көн тәртибенә биш мәсьәлә сығарылып, уларҙың барыһы буйынса ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
2012 йылға муниципаль район бюджеты тураһында территориаль финанс идаралығы начальнигы Рәмил Сирғәлин сығыш яһаны. Ул киләһе йылда көтөлгән сығымдар, килемдәр тураһында ентекле итеп һөйләне. Райондың төп документтарының береһе булған бюджет проекты нигеҙендә башҡарыласаҡ эштең төп бурыстары һәм йүнәлештәре билдәләнгән. Дөйөм суммаһы 700 миллион һумдан ашыу булған бюджеттың 86 проценты социаль йүнәлештә, тине ул.
Район биләмәһендәге ауыр хәлле ғаиләләр, улар менән эш итеүҙә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙ-ара килешеп эшләүе хаҡында мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Ильясов һөйләне. Хәҙерге ваҡытта районда балалар араһында енәйәтселек күренештәре бар. Енәйәттәрҙең күбеһе – урлыҡ. Хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса әлегә 113 балиғ булмаған бала иҫәптә тора. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар менән етди эш алып барыла. Әлеге ваҡытта 15 бала Сибай ҡалаһындағы приютта, 31 бала Өфө ҡалаһының 2-се интернатында тәрбиәләнә. Шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһында ла ауыр хәлдә ҡалған балаларға тәү ярҙам күрһәтелә, ҡайҙалыр урынлаштырғансы, улар шунда тәрбиәләнә. Быйыл район буйынса 22 ата-әсә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән, был 28 бала дәүләт ҡурсауында ҡалған, тигән һүҙ. Ағымдағы йылда ата-әсәһеҙ ҡалған 24 бала опекунлыҡҡа, өсәүһе патронат ғаиләгә, бишәүһе яңы ғаиләгә урынлаштырылған, һигеҙе уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған, бишәүһе үҙ ғаиләһенә ҡайтарылған. Дөйөм алғанда, эш системаға һалынған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был тәңгәлдә хәлдәр яҡшырмай әле, тимәк, башҡараһы эштәр ҙә күп.
Муниципаль район хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илдус Зәйнуллин ултырышҡа йыйылыусыларҙы район биләмәһендә төнгө ваҡытта 17 йәше тулмаған балаларға йөрөргә тыйылған йәмәғәт урындары менән таныштырҙы.
Артабан муниципаль район хакимиәтенең юридик бүлек начальнигы Зөлфиә Бүләкова 2012 йылға райондың урындағы үҙидара органдары менән биләмәләр араһында биләмәләргә үҙидара органдарының ҡайһы бер вәкәләттәрен тапшырыу тураһындағы килешеүҙе раҫлау, “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ын ҡала биләмәһе милкенә күсереү тураһында сығыш яһаны. Депутаттар атап үтелгән был тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында бер тауыштан ҡарар ҡабул итте.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.