14 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Һайлау дауам итә
Киләһе йылдың 4 мартында Рәсәй Федерацияһы Президенты менән берлектә ҡала Советына ла депутаттар һайлау үтәсәк. Әле округтарға депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү башланды.
 
Диплом алып ҡайттылар
8 декабрҙә Өфөлә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәте” фестиваль-марафонының Гала-концерты үтте. Унда Баймаҡтың “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Каруанһарай” бейеүе менән сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының Дипломы менән бүләкләнде.
 
“Байыҡ” саҡыра
16 декабрҙә “Байыҡ” республика конкурсының Гала-концерты үтә. Баймаҡтан Илшат һәм Айбулат Ғүмәровтар – “Ҡаһым түрә”, ә Зөлфиә, Миләүшә, Фәйрүзә Абыҙгилдиналар “Беләҙегем” бейеүе менән сығыш яһарға саҡырыу алғандар.
 
Наркоманияға ҡаршы
Уҡыусылар һәм студенттар араһында наркотик һәм психотроплы матдәләрҙе ҡулланыуҙы билдәләүсе тест үткәреү башланды. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, 105-се һөнәрселек училищеһы, ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусылары был һынауҙы уңышлы үтте. Профилактика эштәре дауам итә. Ошо көндәрҙә тағы ла 300 уҡыусы тест үтәсәк.
 
Яңы йылды ҡаршылап
Яңы 2012 йылды ҡаршыларға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Быйыл ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла боҙ ҡаласыҡтары, һырғалаҡтар төҙөләсәк. Шуға бәйле ауыл биләмәләре араһында конкурс иғлан ителгән. Иң-иңе тип ҡайһы ауылдың әкиәт майҙансығы билдәләнер икән?
 
Шыршылар баҙары
Баймаҡта яңы йылдың төп атрибуттарының береһе – шыршылар баҙары эшләй башланы. Уларҙы “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә эшҡыуар А.Бүребаев һатыуға сығара. Ҡупшыҡайҙарҙың хаҡы, ҙурлығына ҡарап, 140 һумдан башлана. Ошо көндәрҙә шыршылар балалар баҡсаларына, мәктәптәргә лә оҙатыласаҡ.
 
Волейбол ярышы үтәсәк
17 декабрҙә сәғәт 10-да физкультура-һауыҡтырыу комплексында Баймаҡ тәжрибә хужалығының элекке профком рәйесе, волейбол командаһы тренеры Ирек Ишназаровтың яҡты иҫтәлегенә волейбол буйынса район беренселеге үтәсәк.

1000-гә тулырмы?
12 декабргә ҡарата йыл башынан Баймаҡ ҡалаһында һәм районында 989 сабый донъяға килгән. ЗАГС бүлеге начальнигы З.Я. Әминева белдереүенсә, быйыл балалар әҙерәк тыуған. Йыл аҙағына тиклем улар һаны 1000-гә тулырмы?
Лилиә Такаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.