14 дек. 2011 г.

Саралар

Көнкүреш хеҙмәтләндереү тармағы үҫешә
7 декабрҙә Өфө ҡалаһында Өфө иҡтисад һәм сервис дәүләт академияһы бинаһында “Бизнес инновациялары һәм перспективалары” тип аталған халыҡ-ара фәнни-техник конференция үтте. Ул Башҡортостан Республикаһында халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте ойошторолоуға – 50, Өфө иҡтисад һәм сервис дәүләт академияһы барлыҡҡа килеүгә 40 йыл тулыуға арналды.

Конференцияла Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе И.И. Әхмәтшин, Мәскәү ҡалаһынан килгән ҡунаҡ, Мультисервис ассоциацияһының төбәк президенты А.Г. Самойлов ҡатнашты.
Фәнни-техник конференцияға беҙҙең райондан муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы К.М. Баязитов, шәхси эшҡыуар Ғ.М. Исмәғилева һәм уның хеҙмәткәре Ш.Р. Зариповаларҙан торған делегация барҙы. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: шәхси эшҡыуар Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы бындай сарала икенсе тапҡыр ҡатнаша – ул 1991 йылда ла саҡырылған булған. Конференцияла Башҡортостан Республикаһында халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендәге эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды, тармаҡтың данлы тарихы тураһында һөйләнде, киләсәккә үҫеш юлдары билдәләнде.
Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү тармағын үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө өсөн “Исмәғилева Ғ.М.” шәхси предприятиеһының кейем-һалым тегеү һәм ремонтлау буйынса тегенсе-универсалы Зарипова Шәүрә Алтынбай ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының Почет грамотаһына, иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.

К. Баязитов,
район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.