21 дек. 2011 г.

Сәйәсәт

Кемдәр депутатлыҡҡа үтте?
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар һөҙөмтәләре билдәле булғас та, партияларҙың төбәк бүлексәләре кандидаттарына депутатлыҡ мандаты алыу мөмкинлеге тыуҙы.
Юғары процент йыйыусы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән 12 кеше – Павел Крашенинников, Зөһрә Рәхмәтуллина, Павел Качкаев, Марсель Йосопов, Александр Дегтярев, Иршат Фәхретдинов, Рима Баталова, Әнүәр Мәхмүтов, Виктор Климов, Сәлиә Мырҙабаева, Рафаэль Мәрҙәншин, Владимир Поцяпун Дәүләт Думаһы депутаты булды.
КПРФ-тың төбәк бүлексәһенән депутатлыҡҡа ике кеше – Андрей Тычинин һәм Александр Ющенко үтһә, ЛДПР-ҙан – Иван Сухарев, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән –  Николай Лакутин һайланды.


С. Кейекбирҙина.

һайлау – 2012
РФ Президенты һайлауына теркәлгән кандидаттар иғтибарына!
2003 йылдың 10 ғинуарындағы “Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙары тураһында”ғы 19-сы федераль Закондың 51-се статьяһының 9-сы өлөшөнә, 53-сө статьяның 7-се өлөшөнә ярашлы, “Һаҡмар” гәзите редакцияһы 2012 йылдың 4 февраленән 2 мартына тиклем һайлау алды агитацияһы материалдарын баҫыу өсөн түләүле баҫма майҙан тәҡдим итә.
Түләүле баҫма майҙан күләме дөйөм аҙналыҡ баҫма майҙандың 5 процентын, йәғни 500 кв.см тәшкил итә. Түләүле баҫма майҙандың 1 кв.см-ы – 100 һум (НДС менән).
Түләүле һайлау алды агитация материалдары яҙма заявка нигеҙендә баҫыла. Түләү һайлау фонды сараларының махсус иҫәбенән башҡарыла. Мәҡәләнең гәзиттә баҫылып сығыуына ике көн ҡалғансы, уның хаҡы тулыһынса түләнергә тейеш. Һайлау алды агитация материалын гәзит сыҡҡан көнгә ҡарата 5 көн алда тапшырыу мотлаҡ.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34751) 3-13-26, 3-13-24.


Һайлау алды агитацияһын үткәреү тураһында

Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы кодексының 64-се статьяһының 2-се, 8-се өлөштәренә, 65-се статьяһының 1.1-се, 2-се өлөштәренә ярашлы, “Баймаҡ-ТВ” телерадиотапшырыуҙар студияһы” муниципаль учреждениеһы урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарға һайлау алды агитацияһы үткәреү өсөн теркәлгән кандидаттарға һәм һайлау берләшмәләренә бушлай һәм түләүле эфир ваҡыты бирергә тейеш.
Муниципаль телерадиотапшырыуҙар студияһының ойоштороусыһы – Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы буйынса муниципаль милек менән идара итеү комитеты; юридик адресы – 453630, Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, Горький урамы, 26; эфирға сығыу ваҡыты – аҙнаһына 4 тапҡыр, 2-шәр сәғәт.
Ш. Моталлапов,
территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.