27 дек. 2011 г.

Башҡорт рухлы ҡаҙаҡ еҙнәйем

Башҡортостан – Ҡаҙағстан... Мин Ер шарының был ике урынын өҙөлмәҫ туғанлыҡ ептәре менән сырмаған ғаилә тураһында бәйән итмәксемен.
Ҡаҙаҡ еҙнәйем  Минжасаров Ҡабый ата-әсәһе, туғандары менән 1940-1950 йылдарҙа Баймаҡ районында йәшәй. Ул Ғәле ауылында тыуып үҫкән, Урғаҙа йылғаһының һыуын эсеп, Сатратау итәгенең емеш-еләген йыйып, һомғол, зифа буй еткергән Хәнифә исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Хәнифә Ғилман ҡыҙы Ҡарасова – минең ике туған апайым. Күп уйлап тормай, ҡыҙыу ҡанлы ҡаҙаҡ егете апайымды һората. Ҡартатайым  зиһенле, аҡыллы ҡарашлы кеше булараҡ, йәштәргә ризалығын бирә. Заманына күрә, йолаға ярашлы итеп йәштәр матур ғына туй үткәреп, Хәйбулла районының Первомайский ауылында йәшәй башлайҙар. Ҡаҙаҡ ғаиләһе апайымды тиҙ генә үҙ  итә. Ҡабый еҙнәйем алдынғы һарыҡ көтөүсе була. Уны тырыш хеҙмәте өсөн Бөтә Союз Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә Мәскәүгә делегат итеп ебәрәләр. Хатта Хәйбулла районына бүленгән  “Волга” машинаһын да уға бирәләр.
Алтмышынсы йылдарҙа ҡаҙаҡ ғаиләһе үҙҙәренең тыуған иленә – Ҡаҙағстанға күсенә. Ата-әсәһенән, барлыҡ туғандарынан, тыуып үҫкән Баймағынан айырылыу апайыма бик ауыр була.  Ләкин Ҡабый еҙнәм уға ныҡлы таяныс булғас, Хәнифә апайым да ҡаҙаҡ далаларына ереккән. Еҙнәйем менән бергәләп мал көтөп, йәйләүҙәргә лә  сығып, ал-ял белмәй эшләп,  һигеҙ  балаға ғүмер биреп,  татыу ғүмер итәләр.
Элек мин бала саҡта, ҡаҙаҡ еҙнәйем менән апайымдар ҡунаҡҡа килһәләр, апайымдың барыбыҙҙы ҡосаҡлап илауына, һөйөүенә ғәжәп ҡыла торғайным. Хәҙер генә аңланым: апайыма сит-ят ерҙәрҙә йәшәүе бик ауыр булғандыр. Әгәр еҙнәм уға терәк, кәрәк  булмаһа, апайым ҡайтып та килер ине. Ләкин ундай һүҙ бер ҙә сыҡманы. Ҡабый еҙнәйем балаларына яҡшы атай, һәйбәт ир, туғандарына, беҙгә кәрәк булыуына ҡыуанам. 
Ҡабый еҙнәмә  әлеге көндә  87  йәш. Оло йәштә  булыуына ҡарамаҫтан, ул шат сырайлы, дәрт-дарманы ташып тора, йәш йөрәкле. Беҙҙе – башҡорт туғандарын онотмай, алыҫ араларҙы яҡын итеп, йыл да Башҡортостанға килеп тора. Үкенескә ҡаршы, апайыбыҙ  ҡаты ауырыуҙан һуң  4 йыл элек мәрхүм булды, ауыр тупрағы еңел булһын.
Ҡабый еҙнәбеҙ Башҡортостанға балаларын да алып килә. Әсәләренең  тыуған ерен күреп, туғандарын танып, Хәнифә  апайымдың  тамыры башҡорт икәнен белеп үҫеүен теләй. Ғайса, Әхмәтулла ағайымдарҙың  Иҫке Сибай ауылы эргәһендәге Айсыуаҡ тауына менеп, тирә-яҡҡа хайран ҡалып ҡарап тороуҙары бөгөнгөләй хәтеремдә. Апайым ауырығанында ла Сатратауҙың үләнен, яландарының мәтрүшкәһен, Урғаҙа йылғаһының, шишмәһенең саф һыуын, тыуған яғының  емеш-еләген һораны тип, еҙнәм йыйып алып ҡайтып китә  торғайны. Алып ҡустым: «Өләсәйем һораны», – тип хатта Сатратауҙың ташын да  алып  ҡайтты.
Ҡабый еҙнәмдең хәтере бик яҡшы. Ул башҡорт йырҙарын да, ҡаҙаҡ йырҙарын да башҡара, бик оҙон ҡобайырҙар әйтә, «Урал батыр» эпосын да яттан һөйләй. Беҙҙә булғанында ҡайны-ҡәйнәһенең, улының, Мөжәүир хәҙрәт олатайҙың ҡәберҙәренә барып аяттар уҡый, ҡорбанлыҡ алып сала, туғандарҙы йыйып табын ҡора, аяттар бағышлай. Хәҙер еҙнәйем ейәне Алып менән килә. Ҡустым да бик итәғәтле бала: «Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә ғашиҡмын, башҡорт туғандарымдың ҡунаҡсыллығына, бешергән ризыҡтарына рәхмәтлемен», – ти.
Ҡабый еҙнәйем ҡайҙа булһа ла , ҡаҙаҡ халҡының йөҙөн күрһәтеп йөрөй. Ул бер йыл килгәнендә ағайымдарға, еҙнәйемдәргә милли кейемдәрен – сапан һәм башлыҡ алып килде. Икенсе йылына балдыҙҙарына, килендәренә мәрйендәр менән сигелгән камзулдар бүләк итеп ҡыуандырҙы. Беҙ был кейемдәрҙе аяттарға, мәсеткә, туғандар бергә йыйылғанда кейәбеҙ.
Бына ошондай ул минең башҡорт рухлы ҡаҙаҡ еҙнәйем. Еҙнәмә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Ер шарының ҡайһы өлөшөндә йәшәһәк тә, ниндәй милләттән булһаҡ та бер-беребеҙ менән аралашып, татыу туғандар булып ҡалайыҡ.

Ғилминур Юнысбаева.
Сәйғәфәр ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.