2 дек. 2011 г.

Кәңәшмәләр


Лайыҡлы үтһен өсөн

29 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы селектор кәңәшмәһе уҙғарҙы. Сараға райондың барлыҡ участка һайлау комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары, ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, муниципаль район хакимиәтенең урындарҙағы вәкилдәре йыйылды.



РФ Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Владимир Чуров селектор кәңәшмәһен асып, 4 декабрҙә һайлау участкалары тейешле кимәлдә эшләргә тейеш, тип билдәләне. “Һайлауҙар процедураһы законға ярашлы үтәлергә тейеш. Шуға ла төрлө провокацияларға юл ҡуйылмаһын. Бюллетендәрҙе, һайлау протоколдарын яҡшы һаҡлағыҙ”, – тине.

Бынан тыш Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе территориаль һәм участка һайлау комиссиялары рәйестәренә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп, участкаларҙы һаҡлауға айырым иғтибар биреүҙәрен һораны. Шулай уҡ һайлауға тиклем тауыш биреү биналарының әҙерлеген ҡабаттан тикшерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Биналар яҡтылыҡ, йылылыҡ, һыу, тауыш биреү өсөн кәрәкле йыһаздар менән тейешенсә тәьмин ителергә тейеш. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре менән берлектә электр үткәргестәренең төҙөклөгөн тикшереү зарур”, – тине.

Уның һүҙҙәре буйынса, участка һайлау комиссияһы рәйестәре күҙәтеүселәр өсөн памяткалар булыуын хәстәрләргә тейеш.

В.Чуров участкаларҙы асҡан саҡта һайлау комиссияһының барлыҡ ағзалары һәм төрлө партияларҙың күҙәтеүселәре мотлаҡ булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ йәшниктәрҙе мисәтләп ябыуға һәм теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары менән эш иткәндә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, тине ул.

Кәңәшмәлә РФ Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Николай Конкин халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта 555 халыҡ-ара күҙәтеүсе аккредитация үткән. Шулай уҡ һайлау участкаһында фотоға һәм видеоға төшөрөү хаҡында ла әйтелде. Закон буйынса фото, видеоға төшөрөр алдынан һайлау комиссияһын иҫкәртергә кәрәк. Йәшерен төшөрөү, кешенең ризалығынан тыш уның йөҙөн яҡындан төшөрөү, һайлаусының персональ мәғлүмәттәрен һәм уның тауыш биреп тороуын төшөрөү ҡәтғи тыйыла.

РФ Эске эштәр министрлығы үҙ сиратында 28 ноябрҙән 7 декабргә тиклем “Ҡыҙыу бәйләнеш” аса, 8 (495) 667-77-89 телефонына шылтыратып йәки vibori-mvd@mail.ru адреслы электрон почтаға Дәүләт Думаһына һайлауҙар барышында хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәр итергә була.

Кәңәшмә барышында һайлауҙарҙы тейешле кимәлдә үткәреү өсөн шарттар булдырыусы төрлө федераль хеҙмәт етәкселәре, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һайлау комиссиялары әҙерлек барышы тураһында отчет бирҙе. Аҙаҡтан 4 декабргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирелде.

Артабан Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. Вәлиев республика буйынса селектор кәңәшмәһен дауам итте. Ул сығышында бюллетендәрҙе һәм һаҡлау маркаларын ғәмәлдән сығарыу, теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтарының ғәмәлгә яраҡлығын тикшереү тураһында һөйләне. “Бер нисә көндән һайлау. Беҙҙең һайлау системаһының быға тиклем һынатҡаны юҡ, уны лайыҡлы үткәрәйек”, – тине.

Һуңынан кәңәшмә муниципаль район күләмендә үтте. Һайлауҙар тураһындағы законға ярашлы, ҙур әһәмиәткә эйә булған сараны яҡшы кимәлдә үткәреү тураһында һөйләшелде. Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов сығыш яһаны, төрлө хеҙмәттәр етәкселәре отчет бирҙе.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.