29 дек. 2011 г.

Тантаналар

3 меңенсе сертификат тапшырылды
Бар булмышы менән һине генә яратып, һиңә генә ышанып, күҙҙәреңә мөлдөрәп ҡарап торған сабыйыңды һөйөү – Ер йөҙөндәге иң оло шатлыҡ. Балалары булған ғаиләләргә дәүләт тарафынан төрлө ярҙам күрһәтелеүе лә ҡыуаныслы. 2007 йылдан алып икенсе сабыйы донъяға килгән бәхетле ғаиләләргә әсәлек (ғаилә) капиталы бирелә башлауы уның бер дәлиле. Был дәүләт ярҙамы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларға белем биреүгә, әсәләрҙең киләсәк пенсияһын туплауға булышлыҡ итә.
Ошо көндәрҙә Пенсия фонды идаралығында беҙҙең район буйынса әсәлек (ғаилә) капиталы сертификатының өс меңенсеһен тапшырыу тантанаһы үтте. Уға Гөлназ Муса ҡыҙы Төлкөбаева эйә булды.

Ике балаға ғүмер биргән матур ғаилә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Гөлназ үҙәк ҡала дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер булып эшләһә, ире Илдар “Газсервис” ААЙ-һының Баймаҡ комплекслы хеҙмәтендә проект-смета эштәре буйынса инженер. Балалары Иҙелгә өс йәш тулһа, кескәй Русланға өс кенә ай әле.
Әсәлек капиталы тураһындағы дәүләт сертификатын тапшырып, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Роза Мараканова йәш ғаиләне ҡыуаныслы ваҡиға менән тәбрикләне, дәүләт ярҙамын маҡсатлы тотоноу мөмкинлеге, уны юллау тураһында мәғлүмәт бирҙе. Әйткәндәй, әлеге көндә Башҡортостан буйынса 121 мең әсә капиталға сертификат алған, уның дөйөм суммаһы 146 миллиард һум тәшкил итә. Беҙҙең район был тәңгәлдә республикала алдынғыларҙан иҫәпләнә. Хәҙерге көнгә ҡарата 330 ғаилә шәхси йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә алынған маҡсатлы кредитын ҡаплаһа, 240 ғаилә әсәлек капиталы сараларына (79 миллион һумға) торлаҡ һатып алған. Шулай уҡ 48 сертификат хужаһы төҙөлгән йорто өсөн компенсация юллаған, уның дөйөм суммаһы 15 миллионға тиң. Әсәлек капиталы йыл һайын индексациялана, киләһе йылдың 1 ғинуарынан ул 387,6 мең һумға тиң буласаҡ.
Гөлназ һәм Илдар Төлкөбаевтарҙан әсәлек капиталын ниндәй маҡсатта тотонасаҡтары тураһында ла белештек. Уларҙың Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” микрорайонында ер бүлеме һәм унда ҡыйығы ябылған буралары бар икән. Улар әлеге дәүләт ярҙамын шул йортто төҙөп бөтөүгә йүнәлтмәкселәр.
Бәхетле йәш ғаиләгә киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын, балаларына матур тәрбиә биреп үҫтереүҙәрен һәм барлыҡ изге уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын ғына теләйһе ҡала.

Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.