26 дек. 2011 г.

Социаль өлкә

Ауылдар төҙөкләнә
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов төп иғтибарҙы ябай халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәлтә. Ҡала һәм ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн бығаса булмаған финанс ярҙам күрһәтелеүе шуға асыҡ дәлил. Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә был тәңгәлдә арыу уҡ эштәр башҡарылды һәм улар бөгөн дә дауам итә. Түбәндә Мерәҫ һәм Ишмөхәмәт ауыл биләмәләрендәге төҙөкләндереү эштәре хаҡында бәйән ителә.
С.М. Нәҙербаев, Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы: “Президентыбыҙҙың ошондай ярҙамы булмаһа, урындарҙа күмәртәләй эш башҡара алмаҫ инек. Сөнки 131-се федераль Закон талаптарына ярашлы,  урындағы бюджетты тулыландырыу беҙҙең үҙебеҙгә ҡайтып ҡала. Шуға күрә күп проблемалар хәл ителмәй килде. Ике траншты ла беҙ  төҙөкләндереүгә йүнәлттек. Ауылыбыҙҙың эшҡыуарҙары Ришат Хәсәнов һәм Миңлеғәле Кинйәбулатов менән килешеү төҙөгәнбеҙ. Улар беҙҙе кәрәкле төҙөлөш материалдары менән тәьмин итәсәк. Ауыл зыяратының ҡоймаларын яңыртыу өсөн Р.Хәсәнов төҙөлөш материалдары, ә М.Кинйәбулатов бетон бағаналар бирәсәк.
Шулай уҡ транштың бер өлөшөн Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусы ауылдаштарыбыҙҙың исемдәре мәңгеләштерелгән обелискыны яңыртыуға тотонасаҡбыҙ. Мәрмәр плиталарға уларҙың исемдәре уйып яҙыласаҡ. Әле уға заказ бирелгән.
Ауылыбыҙҙың Еңеү паркы ҡоймаларын яңыртыу ҙа талап ителә. Шул маҡсатта төҙөлөш материалдары алынасаҡ.
Ғөмүмән, ошондай программалар беҙҙең эште күпкә еңеләйтә. Быйыл “Таҙа һыу” республика программаһы буйынса бүленгән аҡса ауылдағы һыу селтәрен яңыртыуға тотонолдо: колонкалар, гидранттар алынды.
Киләһе финанс ярҙамды ла ауылды төҙөкләндереү өсөн тотонасаҡбыҙ”.
Р.Х. Хәсәнов, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы: “Ике траншты ла ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлттек. Байыш ауылындағы зыяраттың ҡоймалары яңыртылды. Беҙҙең ауыл биләмәһендә ташландыҡ, иҫке йорттар күп. Уларҙың эргә-тирәһен, нигеҙҙәрҙе тәртипкә килтереү буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Шулай уҡ ауыл эсендәге юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн дә аҡса бүленде.  Байыш урамдарына ҡырсынташ түшәлде, бындай  эш башҡа ауылдарҙа ла башҡарыласаҡ.
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон талаптарын тормошҡа ашырыу маҡсатында урамдар атамаһын ике телдә лә яҙып элеү өсөн табличкаларға заявка бирҙек.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов Мораҡта үткән кәңәшмәлә ошондай ярҙам квартал һайын буласаҡ, тип белдергәйне. Киләһе финанс ярҙамды урамдарҙы яҡтыртыуға тотонорға иҫәп тотабыҙ.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Рөстәм Зәки улының инициативаһы менән күрһәтелгән ярҙам – халыҡ өсөн. Сөнки урындағы бюджет бик ҡыҫынҡы булыу сәбәпле, әллә ни ҙур эштәр атҡарыу мөмкин түгел. Ауыл биләмәһе исеменән республика башлығына рәхмәтебеҙҙе белдерәм”.

Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.