23 дек. 2011 г.

Афарин!

Иң яҡшы КФХ – Баймаҡтан!
Һаҡмар фермеры Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты
Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтенә Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығынан ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. Унда “Алтын көҙ” 13-сө Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе һөҙөмтәләре буйынса Баймаҡ районы Һаҡмар ауылынан шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Радик Бикастан улы Арғынбаевтың “Иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы”  конкурсында “Иген культуралары етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн”номинацияһында еңеүе һәм Рәсәй ауыл хужалығы министры Е.Скрынник һәм Мәскәү мэры С.Собяниндың ҡултамғаһы ҡуйылған Диплом менән бүләкләнеүе тураһында әйтелә.

Радик Бикастан улы – Һаҡмар ауылында тыуып, бар ғүмерен тыуған еренә хеҙмәт итеүгә арнаған ир азаматы. 105-се һөнәрселек училищеһын тамамлай. Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын “Һәүәнәк” совхозында механизатор булып башлай. Артабан механик, бүлексә идарасыһы булып эшләй.
Бынан дүрт йыл элек Р.Арғынбаев үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм КФХ ойоштора. Ауыл хужалығы производствоһында бай тәжрибә туплаған Радик Бикастан улына яңы эш башлап ебәреү артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Сәскән 290 гектарҙағы иген культураларынан ул яҡшы уңыш йыйып ала. Шул йылдың көҙөндә үк фермер хужалығының малсылыҡ тармағы 25 баш һыйыр, һимертеү өсөн йәш мал һәм герефорд тоҡомло үгеҙ менән тулылана.
Бөгөн Р.Арғынбаев – үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнгән фермерҙарҙың береһе. Ул 450 гектарҙа иген культуралары үҫтерә, 60 баш һыйыр малы (шуның 30-ы – һауын һыйыр), ике тиҫтәгә яҡын йылҡы һәм  биш тиҫтә һарыҡ үрсетә. Ҡышҡа етерлек аҙыҡ запасы туплаған – 30 тонна бесән һәм 35 тонна һалам әҙерләгән.
Уңған фермер Темәс ауыл биләмәһенең социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә тос өлөш индерә, төрлө сараларҙа спонсор булараҡ сығыш яһай. Күптән түгел ауылда асылған яңы мәсетте төҙөүҙә лә ярҙам күрһәткән.
Радик Бикастан улы өлгөлө ғаилә башлығы ла – тормош иптәше Зөһрә Ишбулды ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Ринат Сибайҙа йәшәй, эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә, ғаиләле. Рәфис иһә БДУСИ-ның юридик факультетында белем ала.
Ғаилә киләсәктә “Ғаилә һөтсөлөк фермалары” республика программаһында ҡатнашырға һәм малсылыҡ тармағын артабан киңәйтергә ниәтләй. Үҙҙәрен ерҙең ысын хужаһы итеп танытҡан Арғынбаевтарҙың бар ниәттәре лә тормошҡа ашыр, тип ышанайыҡ.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.