14 дек. 2011 г.

Һорау – яуап

Пайға ни өсөн әҙ түләнде?
7 гектар пай ерем бар. Беҙ, бөтәһе 384 кеше, еребеҙҙе “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалына ҡуртымға бирҙек. Тик көҙгөһөн пай өсөн 90-шар килограмм ғына иген бирҙеләр. Был бик аҙ. Ни өсөн шулай? Рәсми яуап көтәбеҙ.
Рәйсә Кәримова, Темәс.
“Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалы директоры Альберт Рәсих улы Хөсәйенов яуап бирә:
– Ҡуртым килешеүе нигеҙендә түләүҙәрҙе беҙ ерҙең һәр гектарына түгел, ә һәр айырым пайға бирергә тейешбеҙ. Быйыл Темәс зонаһында үҫкән игендең төшөмө әҙ, гектарынан 6-7 центнер булды, өҫтәүенә, ураҡ ваҡытында ямғыр яуыу эштәрҙе тотҡарланы. Иҫәпләп сығарып, беҙ һәр пайға 90 кг иген бирергә булдыҡ. Унан тыш теләгәндәр арпа, бойҙай һаламы алды. Пай еренә түләү күләме, уның тәртибе муниципаль район хакимиәте тарафынан раҫланды.
Баҫыуҙарға мал төшөү күп мәшәҡәт тыуҙырҙы. Халыҡты күпме иҫкәртһәк тә, был тәңгәлдә тәртип булманы. Темәстә һәм Түбәләге объездчиктар малдарҙы ҡыуып сығарып өлгөрә алманы. 
Әйтергә кәрәк, предприятие пай ерҙәренә түләүҙе тәүге тапҡыр башҡарҙы. Киләһе йылдарҙа уңыш юғарыраҡ булһа, игенде лә күберәк күләмдә бирергә иҫәп бар.

А. Ишназаров.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.