29 нояб. 2011 г.

Яңылыҡтар


Шәхес хөрмәтенә

26 ноябрҙә Икенсе Этҡол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе Дәүләтбай Сөләймән улы Ибраһимовтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтәсәк. Ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыласаҡ.

“Юлдаш йыры” лауреаттары

18-19 ноябрҙә “Юлдаш” каналы быйыл икенсе тапҡыр “Юлдаш йыры” республика конкурсын ойошторҙо. 30 райондан килгән ҡатнашыусылар араһынан Иҫке Сибай ауылынан Венер Моратов һәм Сибайҙан Фәнис Сирбаевтар икенсе урынға сыҡты. Афарин! Уларҙы был еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Балалар фантазияһы етерлек!

Балалар ижады үҙәгендә “Ҡаурый ҡәләм” конкурсына килгән 80 эш ҡаралды. Шөкөр, балаларыбыҙҙың фантазияһының сиге юҡ! Еңеүселәрҙең ижади эштәре район, республика матбуғатына ебәреләсәк, ә рус телендә яҙышҡандар араһындағы яҡшы эштәр Рәсәй кимәлендәге “Пробуем перо” конкурсына тәҡдим ителәсәк.

Йәш һайлаусылар аҙналығы үтте

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтенең йәштәр секторы ҡалабыҙҙың бөтә уҡыу йорттары студенттары араһында “Йәш һайлаусы аҙналығы” ойошторҙо. Унда “Иң зирәк һайлаусы” темаһына викторина, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, конкурстарҙа еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Йәштәр союзы сафы тулыланды

105-се һөнәрселек училищеһында Башҡортостан демократик йәштәре союзы сафына әүҙем студенттарҙы ҡабул итеү тантанаһы үтте. Уларға билдәләр, ағзалыҡ танытмалары тапшырылды. Район буйынса етәксеһе итеп Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенты Хәсән Үлйәбаев һайланды.

Спорт яңылыҡтары

Ишембай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының 19-сы Ауыл уйындары иҫәбенә шашка һәм шахмат буйынса ярыш үтте. Баймаҡ районының шашка командаһы өсөнсө урынды яуланы. Район намыҫын “Баймакский вестник” гәзитенең яуаплы секретары Х.З. Үтәев, 105-се һөнәрселек училищеһы директоры А.А. Исхаҡов, “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт мастеры А.Х. Бураншин, Таулыҡай ауылынан мәҙәниәт ветераны Р.Ҡ. Ҡоланбаева яҡланы. Р.Ҡоланбаева шәхси зачетта өсөнсө урынға сыҡты.

Айгөл Иҙелбаева.

Тантаналар


Юғары наградаларға лайыҡ булдылар

22 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы саралар ойошторолдо. Унда беҙҙең райондан хакимиәт башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендәге делегация ла ҡатнашты һәм юғары наградалар алып ҡайтты.

Ауылға – дәүләт ярҙамы


Ҡорт һәм йылҡы тот – субсидия алырһың

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте 2013 йылға тиклем “Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү һәм бал етештереүҙе арттырыу” һәм “Башҡортостан Республикаһында һөт йылҡысылығын үҫтереү һәм ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу” программалары сиктәрендә республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибен раҫланы.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға 9 көн ҡалды

Әҙерлек эштәре нисек бара?
Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Урындарҙа һайлауға әҙерлек кимәле нисек? Әлеге мәлдә участка һайлау комиссиялары ни менән шөғөлләнә?

Матбуғат – 2012


Акцияға ҡушылығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!

2012 йылдың тәүге ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыусылар араһында иғлан ителгән уйын дауам итә. Шулай итеп, 29 ноябрҙә киләһе отош үткәреләсәк. Унда төп приз – «Һаҡмар» редакция-нәшриәт комплексы әҙерләгән саң һурҙырғыс уйнатыласаҡ. Шулай уҡ башҡа бүләктәр ҙә буласаҡ: Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәтенән сәй сервизы, Шүлкә ауылынан Юламан Раевтан дини китаптар һ.б.

Һайлау–2011


Кешеләр хаҡына эшләргә

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан һайлаусыларына мөрәжәғәте

Хөрмәтле һайлаусылар!

Беҙҙең республика бихисап быуындарҙың көсөргәнешле хеҙмәте менән барлыҡҡа килгән ҙур потенциалға эйә. Бөгөн Башҡортостан – илебеҙҙең иң ныҡ үҫешкән төбәктәренең береһе. Беҙ ҡеүәтле нефть химияһы һәм ауыл хужалығы, етди фәнни мәктәп һәм мәғариф системаһы менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең барлыҡ уңыштарыбыҙ – тәү сиратта республикабыҙҙың ҡаҙанышына, ғорурлығына әйләнгән эшһөйәр, аҡыллы, һәләтле кешеләрҙең хеҙмәте ул.

Хоҡуҡ һаҡлау


Эш хаҡы түләнергә тейеш

Баймаҡ прокуратураһы тарафынан «Аҡморон» ауыл хужалығы кооперативында Хеҙмәт кодексы закондарының үтәлеше тикшерелде. Уның барышында кооперативтың хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү буйынса 2011 йылдың 14 октябренә тиклем 1 млн 161 000 һум күләмендәге бурысы барлығы асыҡланды. Шуға күрә «Аҡморон» АХК-һы рәйесенә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 5.27-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы эш ҡуҙғатылды.

Киләсәккә аҙымды бөгөн яһа!


Баш ҡалаға сәйәхәт

Каникул – уҡыусыларҙың көтөп алған мәле. Күптәр өсөн ул иң тәүҙә күңелле ял, уйындар, яратҡан шөғөлөңә күберәк ваҡыт бүлеү булһа, ҡайһы бер уҡыусылар иһә каникулдың күңелле генә түгел, файҙалы ла үтеүен теләй. Ошондай маҡсат менән Билал урта мәктәбенең егермегә яҡын өлкән класс уҡыусыһы баш ҡалабыҙ Өфөгә юл тотто.

Спорт

Баймаҡтар еңеүҙәргә әҙер!
19 ноябрҙә мәктәп уҡыусылары араһында физик культура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы уҙғарылды.