2 дек. 2011 г.

Рәсми бүлек


Баһа бирелде

Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы етәкселеге менән осрашты. Осрашыуҙа ул фракцияның һуңғы дүрт йылдағы эшмәкәрлегенә баһа бирҙе.

Р.З. Хәмитов: «Халыҡ өсөн эшләргә!»



Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламентының 45-се ултырышында ҡатнашты һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Халыҡ өсөн эшләргә!” тигән Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Түбәндә Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөштәренә байҡау яһаныҡ.

Әҙерлек эштәре нисек бара?


Ҡолһарина Г.Й., Ишей ауылы, 1046-сы һайлау участкаһы, агитация төркөмө етәксеһе:

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр



“Таналыҡ” ауыл хужалығы кооперативы район буйынса иғлан ителгән хеҙмәт ярышында еңеп, 3-сө урынға лайыҡ булды. Хужалыҡ урып-йыйыу эштәре, мал аҙығы әҙерләү буйынса быйыл яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Бер төркөм хеҙмәт алдынғылары районда ла еңеүсе тип табылды.

А. Ишназаров фотоһы.

Матбуғат – 2012


Саң һурҙырғыс Ишмырҙаға юллана

«Һаҡмар» гәзитенә яҙылыу буйынса сираттағы уйында Шүлкә ауылынан Юламан Раев әҙерләгән дини китаптарҙың хужалары түбәндәгеләр булды: аят төшөрөлгән панно – Ниғәмәт ауылынан Урал Кәримовҡа, 2012 йылға башҡорт телендә дини календарь – Аҡтауҙан Ф.Арыҫланбаеваға, “Намаҙ уҡыу тәртибе”, “Шүлкә” китаптары – Төркмәндән С.Гуватоваға, “Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр” китабы – Бикештән Рәмил Бүләкәровҡа эләкте.

Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте әҙерләгән сәй сервизына Баймаҡтан Айрат Ҡаһарманов (Чернышевский урамы,17) эйә булды.

Төп приз – “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексы ҡуйған саң һурҙырғыс Ишмырҙанан Зәкир Байғотлиндың йортонда тоғро хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ.

Бүләк отҡан кешеләрҙең приздарын 6 декабрҙә сәғәт 11-ҙә Матбуғат йортона килеп алыуҙарын һорайбыҙ.

Киләһе отош 13 декабрҙә буласаҡ. Унда төп бүләк – беҙҙең даими бағыусыбыҙ, районыбыҙҙың иң эре төҙөлөш ойошмаһы “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы әҙерләгән микротулҡынлы мейес уйнатылсаҡ. Шулай уҡ башҡа приздар — “Бәхетле” димләү агентлығынан бүләк сертификаты, «Filips» электр яҡтыртҡысы, “Һаҡмар” гәзитендә киләһе йылда бер тапҡыр бушлай ҡотлау биреү һ.б. буласаҡ.

Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата иғлан ителгән Мәрхәмәтлек айлығында үткәреләсәк саралар планы


2 декабрь – Халыҡ ижады үҙәгендә 10.00 сәғәттә Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә һәм Баймаҡ инвалидтар ойошмаһына 15 йыл тулыуға арналған концерт, күргәҙмә. Артабан беренсе төркөм инвалидтарҙың йортона барыу көтөлә.

3 декабрҙә ҡаланың 3-сө мәктәбендә 11.00 сәғәттә спорт саралары һәм мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу ашы.

Инвалидтарға 50 процент ташлама менән Юбилей урамы, 8а адресы буйынса урынлашҡан бөҙрәханала сәс ҡырҡтырырға, “Колор” салонында (Тыныслыҡ урамы, 13) теле- һәм радиоаппаратура йүнәттерергә, Көнкүреш йортонда кейем-һалымға ваҡ ремонт, ҡала мунсаһында (14.00 – 17.00 сәғәттә, 6 һәм 14 декабрь – ҡатын-ҡыҙҙар, 7 һәм 15 декабрь ир-егеттәр көнө) йыуынырға була. Декабрҙә өлкәндәр һәм балалар өсөн Баймаҡ музейына экскурсия ойоштороласаҡ.

“Ирәндек” кинотеатрында декабрҙә һәр шәмбе бушлай фильм ҡарау, ошонда уҡ 16, 17 декабрҙә 17.00 сәғәттә йәштәр өсөн дискотека буласаҡ.

29 декабрҙә 11.00 сәғәттә халыҡ ижады үҙәгендә инвалид балалар өсөн Яңы йыл иртәлеге.

25-29 декабрҙә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегендә ауылдарҙа йәшәгән инвалид балалар өсөн Яңы йыл бүләктәре таратыласаҡ.

Һайлау – 2011


КПРФ – яңы курс – яңы тормош!

СССР-ҙың юҡҡа сығарылыуына 20 йыл ваҡыт үтеп китте. Ошо йылдар эсендә власть халыҡтан олигархтар ҡулына күсте. Бының һөҙөмтәһе асыҡтан-асыҡ күренеп тора: бөйөк дәүләттән беҙ урта хәлле илгә әйләндек. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫеше туҡтаны, күп кешеләр эшһеҙ ҡалды, бушлай медицина һәм мәғариф, торлаҡ, арзанлы аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар юҡҡа сыға бара.

Һайлау бюллетене тураһында


РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа һайлау бюллетендәре нәшриәт ойошмалары тарафынан Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы заказы буйынса баҫыла. Ошо юлы һайлауҙарға бөтәһе 3 миллион 67 мең 700 бюллетень әҙерләнәсәк.

Кәңәшмәләр


Лайыҡлы үтһен өсөн

29 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы селектор кәңәшмәһе уҙғарҙы. Сараға райондың барлыҡ участка һайлау комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары, ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, муниципаль район хакимиәтенең урындарҙағы вәкилдәре йыйылды.

Сәнәғәт


Газ үткәреү дауам итә

Әлеге ваҡытта районыбыҙҙың 22 ауылына “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелгән. Район буйынса газ үткәргестең дөйөм оҙонлоғо 341 600 метрға һуҙылған. Газға тоташтырылған йорттарҙы, социаль-мәҙәни, сәнәғәт һ.б. объекттарҙы, ҡала һәм район буйынса һалынған газ үткәргестәрҙе район үҙәгендә урынлашҡан “Газсервис” ААЙ-һының Баймаҡ комплекслы хеҙмәте эшселәре хеҙмәтләндерә. Бөгөн был ойошмала 49 кеше эшләй. 

Бөтә донъя спид-ҡа ҡаршы көрәш көнө


Быуат фажиғәһенә әйләнгән сир

XX быуат афәте тип иғлан ителгән СПИД ауырыуы беҙҙең быуаттың фажиғәһенә әүерелде. Әле бер нисә йыл элек кенә белгестәр ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙең һанын алтыға ҡабатлаһаң, ысынбарлыҡтағы сирлеләр һаны билдәләнә тигән фекерҙә ине. Бөгөн был ҡот осмалы һандарҙы унға ҡабатларға кәрәк.


Бер нисә йыл элек беҙҙең район-ҡалала ла ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙең һаны тиҫтәгә лә тулмай ине. Бөгөн уларҙың һаны 56-ға барып еткән. Шуларҙың 20-һе ауыл ерендә, ҡалғандары ҡалала йәшәй. Шулай уҡ бер ВИЧ-инфекциялы бала ла бар. Иң оло сирле 1945 йылғы булһа, иң кесеһе, баланы иҫәпкә алмағанда, 1988 йылғы. Биш ғаиләлә ире лә, ҡатыны ла ВИЧ-инфекцияға дусар.

Беҙҙең почта

7 йәшлек меценат

Әмин ауылында йәшәүсе Рифат Халиҡов йәш меценат булып танылған. Быйыл ул урындағы балалар баҡсаһы менән хушлашты һәм 1-се класҡа уҡырға барҙы. 


Рифат йәй буйы ағаһы менән бергәләп үҙенең баҡсаһында 6 түтәл сөгөлдөр, 4 түтәл кишер, кәбеҫтә үҫтерҙе. Уңыш йыйыр мәл еткәс, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәй дуҫтарын саҡырып, бергәләп йәшелсәне йыйып алдылар. “Дуҫтарым ауырымай, һау-сәләмәт үҫһендәр һәм тиҙерәк мәктәпкә килһендәр. Бәләкәстәргә үҫер өсөн витаминдар бик кәрәк”, – ти ул.

Әҙәби кисәләр


Таш келәттең сере ниҙә?

Яҙыусы Гөлнара Мостафина менән осрашыу үтте