4 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Наркоманиянан һаҡлау өсөн
Балаларҙы, йәштәрҙе наркоманиянан һаҡлау, наркомандарҙы билдәләү өсөн районда наркотест үткәрелә башланы. Был профилактик сара “Баймаҡ” ауыл хужалығы техникумында тамамланды. Артабан ул 105-се һөнәрселек училищеһында үткәреләсәк.

Шүлкәләр Яңы йыл ҡаршылаған
26 ноябрҙә Һижри календарь буйынса 1433 йыл башланды. Шүлкә ауылы мәсетендә китапханасы Айгөл Моталлапова менән сараның бағыусыһы имам-хатип Юламан Раев ошо календарь буйынса Яңы йыл кисәһен үткәргән. Унда әсәй-өләсәйҙәре менән мәктәпкәсә йәштәге балалар саҡырылған. Башта аят бағышланған, балаларға бүләктәр таратылған, сәй табыны ойошторолған.
Әсәләр нур сәсәләр
Аҡморон мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауыл китапханаһында Әсәләр көнөнә бағышланған кисә үтте. Йыр-моң, уйын-көлкө, фәһемле фекерҙәр менән һуғарылған сараға күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән, патронат ғаилә әсәләре саҡырылды. Ағинәйҙәрҙең дә әүҙем ҡатнашыуы кисәгә йәм өҫтәне.
А. Иҙелбаева.

Ж.Кейекбаевтың тыуыуына – 100 йыл
3-сө мәктәптә Ж.Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Һәр уҡытыусы дәрестәрендә уны телсе-ғалим ғына түгел, фольклорсы, әкиәтсе, прозаик булараҡ та асты. Аҙналыҡ әҙәби кисә менән тамамланды.
В. Иҙрисова.

Акцияға ҡушылып
Ишбирҙелә Бөтә Рәсәй “Спорт – насар ғәҙәттәргә ҡаршы” акцияһына ҡушылып, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары Түңәрәк һаҙ туғайына йыйылып, күңелле спорт ярыштары үткәрҙе. Улар санала уҙышыу, туп менән хоккей уйнау, йүгереү һ.б. буйынса көс һынашты.
Р. Халиҡова.

Беҙ айыҡ тормош яҡлы!
Кәрешкә ауылы клубында “Беҙ айыҡ тормош яҡлы!” исемле сара үтте. Клуб мөдире Тәнзилә Йәнтилина эскелек һәм тәмәке тартыуҙың насар эҙемтәләре тураһында сығыш яһаны. Йәштәр ике командаға бүленеп тапҡырлыҡта көс һынашты, интермедиялар күрһәтте. Кисә һуңында “Ярым айыҡтар” командаһы еңеүсе тип табылды.
В. Казарбаева.

Хроника
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы бойороғона ярашлы, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы урта профессиональ белем биреү дәүләт учреждениеһы директоры вазифаһына Хәсәнова Гөлнара Марат ҡыҙы тәғәйенләнде.

Рәсми бүлек

Аяуһыҙ һынауҙарға бирешмәгән кешеләр
Район хакимиәте башлығының Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата мөрәжәғәте
Халыҡ-ара инвалидтар көнө илебеҙҙә яҙмышына күп һынауҙар, ҡаршылыҡтар тура килгән, һәр көнө көрәш менән үткән ҡәрҙәштәребеҙгә йәмғиәттең, властың, бизнестың иғтибарын йүнәлтеү өсөн үткәрелә.
Һәр илдең миһырбанлығы, хәстәрлеге уның балаларға, ҡарттарға, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә булған мөнәсәбәтенә ҡарап баһалана. Бөгөн, яҙмыш һынауы буйынса инвалид булған яҡташтарыма мөрәжәғәт итеп, районыбыҙҙа һәм республикала һеҙ үҙегеҙҙе кәрәкһеҙ итеп тоймауығыҙҙы, маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләгем, йәмғиәтебеҙҙең терәк-таянысын тойоп йәшәүегеҙ өсөн бик күп эштәр башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә.
Шуныһы ҡыуаныслы, һеҙҙең күптәрегеҙ бер ниндәй ҡаршылыҡтарға бирешмәй тулы тормош менән йәшәй: тырышып эшләй, спорт менән шөғөлләнә, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Беҙҙең бурысыбыҙ – ошондай матур ынтылыштарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеү.
Бар яҡташтарымды кешенең һыҙланыу-хәсрәттәренә һиҙгер, бигерәк тә инвалидтарға ҡарата шәфҡәтле һәм миһырбанлы булырға саҡырам. Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы иң изге теләктәремде ҡабул итегеҙ. Бәхет, ғаилә именлеге һәм күңел тыныслығы һеҙгә!
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Социаль өлкә

Күсейҙәргә – сертификат!
Тағы ла ике күп бала тәрбиәләгән ғаилә торлаҡ сертификаты алып ҡыуанды
Беҙҙең республикала күп балалы ғаиләләргә ярҙам йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла. «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында» закон проектына ярашлы, биш һәм унан да күберәк балиғ булмаған йәштәге бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программа эшләп килә. Махсус социаль түләүҙәр бирелә, ә уны алыу хоҡуғы торлаҡ сертификаты менән нығытыла. 

1 декабрҙә ошондай оло бүләк Күсей ауыл биләмәһенең ике ғаиләһенә – Раушания менән Дәүләт Ишбирҙиндарға (Күсей) һәм Ринат Хөсәйеновҡа (Иҫәнбәт) тапшырылды. Сертификаттың күләме 1 миллион ярым һум самаһы тәшкил итә. Ҙур ҡыуаныс кисергән ғаиләләргә дәүләт ярҙамын маҡсатлы тотоноп, балаларының тик шатлыҡтарын күреп, уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Айбулат Ишназаров.
Автор фотоһы.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Йорт советтары эш башлай
Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ Кодексына 1 октябрҙән үҙгәрештәр индерелде. Шуларҙың береһе – күп ҡатлы йорттарҙа йорт советтары төҙөү. Был тәңгәлдә Баймаҡ ҡалаһында ла ойоштороу эштәре киң йәйелдерелде.

Хәтирәләр

Бала сағымдағы тәүге һайлау
Һуғыш бөтөүгә 4 йыл тирәһе үтһә лә, ауылдарҙа, колхоздарҙа бик ауыр һулыш алалар ине. Беҙҙең Күсей, Басай, Иҫәнбәт, Тоҡтағол ауылдарын берләштергән Ворошилов исемендәге колхозда барыһы егермеләп ат тороп ҡалған. Эшкә күберәк үгеҙ егәләр ине. Тракторҙар һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы әле юҡ. Колхозға эре тешле тәгәрмәстәр ҡуйылған “Нати” тракторҙары 1950 йылдарҙың баштарында ғына килә башланы. 1954 йылда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерә башлағас, беҙҙә лә ДТ-54 тракторы һәм игенде сабып яҫмаларға һалып барған “Сталинец”тар килде. Халыҡ аслы-туҡлы йәшәне, үлмәҫлек кенә аҙыҡ күрә, йәйен ойотҡан һәм йыуа менән туҡлана. Колхоз етештергән ит, һөт аҙығы, иген тулыһынса хөкүмәткә, ә уның өстән бер өлөшө Европаға бушлай китеп торҙо. Был эштең маҡсаты Европа илдәрендә социализмдың абруйын күтәреп, уны урынлаштырыу ине.
Ихтыяр көсөнөң сере бына ниҙә!
Был утрауҙа, әйтерһең дә, тормош туҡтап ҡалған: шундай һиллек, йылылыҡ ипкене бөркөлә, барлыҡ изге көстәр ошонда ғына тупланған, тиерһең. Бер мәлгә генә һуғылып, ҡайнап торған тормош ығы-зығыларынан азат булдыҡ, йылылыҡ, серлелек, изгелек иленә сәйәхәт ҡылдыҡ. Ул утрау тигәнем Семеновск ауылындағы аҡ ҡына йорт булһа, ошо изгелек нурҙарын бөркөүсе әхирәт-аҙаштар – Байназарова һәм Абдуллина Венера инәйҙәр ул. Маҡсатым физик мөмкинлеге сикләнгән Венера Байназарова тураһында яҙыу ине.

Конкурсҡа


Милләт-ара татыулыҡ йылына арналған шиғырҙар конкурсы тамамланыуға бара. Декабрь урталарында уға йомғаҡ яһаласаҡ. Ваҡыт аҙ ҡалды,йәш ижадсылар, әүҙемерәк булығыҙ! 

Татыу ғаилә кеүек
Илемдә төрлө милләттәр
Бергәләп татыу йәшәй.
Әйтерһең, улар – балалар,
Ә Башҡортостан – әсәй.
Беҙҙән ҡунаҡсыл халыҡ юҡ –
Матур ҡаршы алабыҙ,
Түрҙә генә ҡунаҡ итеп,
Бейеп кенә торабыҙ.
– Һин – татар, ә һин – урыҫ, – тип
Береһен ситкә ҡаҡмайбыҙ.
Нисә быуат дуҫ йәшәйбеҙ,
Илде бергә һаҡлайбыҙ.
Шулай йәшәй беҙҙең халыҡ:
Дуҫым ҡулы – усымда.
Ыҙғыш-талаш күргәнем юҡ,
Булмаһын бер ҡасан да!
Илмир Ғәлиев,
Ишмырҙа урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.


Бергә йәшәү еңелерәк

Беҙҙең ил – Башҡортостан,
Ә милләтебеҙ – башҡорт.
Татыулыҡта көн итәбеҙ
Урыҫ, татар, йә удмурт,
Сыуаш, әрмән, йә ҡаҙаҡ —
Һанарға етмәй бармаҡ...
Гөрләп торабыҙ эштә,
Ялда һәм көнкүрештә.
Башҡорт халҡы динле лә,
Һыйҙыра һәр кемде лә.
Татыулыҡ өсөн кәрәк
Бигерәк оло йөрәк.
Ундай йөрәк беҙҙә бар,
Илебеҙ ҙә түгел тар.
Биләмәбеҙҙе биҙәп,
Йәшәйҙәр төрлө милләт!
Рәсәй ҡыйғыр ҡош булһа,
Ә беҙ – уның ҡанаты.
Бергә йәшәү еңелерәк,
Барыр юлыбыҙ яҡты.

Рәзинә Бикташева.
Темәс ауылы.