7 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Әүҙем хәбәрсе тәбрикләнде
“Башҡортостан” гәзитенең төрлө конкурстар лауреаты Салауат Мөхәмәтшин ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында гәзит редакцияһы ойошторған Матбуғат байрамында ҡатнашты. “Башҡортостан”ға күп йылдар дауамында әүҙем яҙышҡаны өсөн уға тантаналы шарттарҙа мөхәррирҙең Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырылды.    

Белемле юрист
Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Ҙур залында Юристар көнөнә арналған “Юрист-профессионал – 2011” конкурсы еңеүселәрен билдәләү тантанаһы уҙҙы. Өсөнсө йыл үткәрелгән был сарала “Хоҡуҡи көйләү алымдарын юғары кимәлдә ҡулланған өсөн” номинацияһында муниципаль район хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы Зөлфиә Батыр ҡыҙы Бүләкова еңеү яуланы. 

Ҡар яуасаҡ
Был аҙнала республиканы сағыштырмаса йылы һауа торошо көтә. “Гисметео” сайты биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, төндә нулдән түбән 6-10 градус, көндөҙ – минус икенән алып минус етегә барып етеүе ихтимал. Аҙна дауамында ҡар яуасаҡ.
А. Ишназаров.  
Һайлайбыҙ ҙа, ярышабыҙ ҙа
Татлыбай ауыл биләмәһендә һайлауҙар әүҙем барҙы. Был көндө беҙҙә шулай уҡ бай йөкмәткеле саралар ҙа үтте. Йәнйегет мәктәбендә йәштәр, уҡытыусылар һәм һайлаусылар араһында волейбол ярышы ойошторолдо. Шулай уҡ “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” исеме аҫтында спорт һөйөүсе ғаиләләр көс һынашты. Унда Вәлиевтар, Хөсәйеновтар еңеү яуланы.    
Зилә Әмирова.
Әсәләр көнөнә ҡарата
Яңыраҡ Билал ауылында “Ожмах – әсәләрҙең аяҡ аҫтында” тип аталған сара уҙҙы. Унда ауылдың  ҡул эштәре, аш-һыу оҫтаһы булған, гөлдәр, баҡса үҫтергән, шулай уҡ өлгөлө һәм күп балалы әсәләр тәбрикләнде. Һуңынан улар араһында КВН ойошторолдо. Барыһы ла был саранан бик ҡәнәғәт ҡалды.
Р. Булатова,
китапханасы.
 Банк автомобиль бүләк итә
21 ноябрҙән Рәсәй ауыл хужалығы банкыһында яңы акция старт алды. Уның сиктәрендә вкладсыларҙың, лотерея уйынында ҡатнашып, автомобиль отоу мөмкинлеге бар.
Лотереяла Рәсәй ауыл хужалығы банкыһындағы ғәмәлдәге вкладтарын тултырған йәиһә яңыһын асҡан (ул кәмендә 5 мең һум булырға тейеш) клиенттар ҡатнаша ала. Бындай акцияны банк тәүге тапҡыр үткәрә. Унда ҡалала йәшәүселәр ҙә, ауылдыҡылар ҙа ҡатнаша.
Лотереяла уйнау өсөн вкладсыларға 21 ноябрҙән 24 декабргә ҡәҙәр банкының берәй бүлексәһендә махсус купон тултырырға кәрәк. Алты тираждың бер еңеүсеһе “Лада Приора” автомобиле һәм аҡсалата приз аласаҡ. Лотереялар ошо йылдың аҙағынаса аҙна һайын уйнатыласаҡ. Тәүге еңеүселәр ҙә бар. Акция тураһында мәғлүмәтте һәм отош үткәреү тураһында банкының рәсми сайтында  уҡырға мөмкин.  

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

 
“Байҡара” агрофирмаһы районда тотороҡло эшләп килеүсе ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Хужалыҡ йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай. Агрофирма (етәксеһе М.Ф. Үҙәнбаев, профком рәйесе А.Р. Бикмөхәмәтова, баш агрономы Ғ.А. Ниғәмәтов) район буйынса иғлан ителгән хеҙмәт ярышында яҡшы күрһәткескә өлгәшеп, 3-сө урынға лайыҡ булды. Предприятие етерлек мал аҙығы, фураж, орлоҡ әҙерләп һалды, малсылыҡта яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Баш зоотехник Д.А. Йәнбәков етәкләгән был тармаҡ ҡымыҙ, һөт етештереү, мал үрсетеү буйынса тотороҡло үҫешкә иреште.
А. Ишназаров фотоһы.

Эшлекле сәфәрҙәр

Премьер-министр – Баймаҡта
Хөкүмәт рәйесе райондағы эштәрҙе юғары баһаланы
Үткән аҙна аҙағында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры А.Ф. Илембәтов эш визиты менән республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгенә сәфәр яһаны. 3 декабрҙә ул беҙҙең районда булып, уның социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты, ҡала һәм район предприятиеларының эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Премьерҙы ҡала һәм район буйлап район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов оҙатып йөрөнө.

Һайлау – 2011

Һайлауҙар ойошҡанлы үтте

4 декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайланды. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса республика халҡының 79,3 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Мөрәжәғәтнамә

Күҙ уңында –халыҡ мәнфәғәте
Мәғлүм булыуынса, 30 ноябрҙә  Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. «Халыҡ өсөн эшләргә» тип аталған йыллыҡ программа документында республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде.

Эшҡыуарлыҡ

«Быйыл уңыш мул булды»

Эшҡыуар Илнур Ямалетдинов Баймаҡ һәм Йылайыр халҡын йәшелсә менән тәьмин итте
Әбделкәрим ауылында тиҫтә йылға яҡын йәшелсәселек менән уңышлы шөғөлләнгән, ул төбәктә генә түгел, ә районда иң уңған эшҡыуарҙарҙың береһе булып танылған Илнур Ямалетдиновты бөгөн яҡшы беләләр.
Бынан 9 йыл элек пай ере алып, үҙ эшен асып ебәргән Илнур Нурбулат улы бөгөн кәбеҫтә, картуф, кишер, сөгөлдөр, теплицала помидор, ҡыяр үҫтерә, игенселеккә лә йөҙ борған. Тәүге аҙымдарын нисек яһауын бына шулай тип хәтерләй

«01» хәбәр итә

Бәлә-ҡазаларға тарымағыҙ!
2011 йылдың башынан район-ҡалала 56 янғын (былтыр – 53) һәм 30 ут сығыу (97) теркәлгән. Уларҙан күргән зыян 2 274 312 һум тәшкил итә. Янғын ваҡытында 5 кеше һәләк булған (уҙған йылда – 2). Биш кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған.
1 ноябрҙә Төркмән ауылында иртәнге 06 сәғәт 30 минутта бер ҡатын күршелә йәшәгән улының йорто яныуын күрә. Ул эскә инергә маташа, тик өйҙө ут ялмап алған була. Күрше-тирә лә уға бер нисек тә ярҙам итә алмай. Янғын һүндереүселәр йорт хужаһының һәләк булыуын билдәләй.
Ошондай уҡ фажиғәле янғын Урғаҙа ауылында ла була. Ут ҡапыл ғына бар йортто ялмап ала. Һөҙөмтәлә, йорт хужаһы һәләк була.
Ике осраҡта ла янғындың сәбәбе – ирҙәрҙең түшәктә тәмәке тартыуы.

Хәтер

Ауылыбыҙҙың тотҡаһы ине...
Атайым Зәкирйән Дәүләтҡәле улы Мөхәмәтйәров Ғатаулла Әлибаев ишандың өсөнсө быуын вәкиле. Уны Алғаҙы ғына түгел, тирә-яҡ күрше ауыл халҡы ла ихтирам итте, хөрмәтләне. 

Атайым хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Сибай ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнаша. Ләкин тыуған ауылын үҙ итеп, Алғаҙыға ҡайта. Тәүҙә столяр, аҙаҡ малсылыҡ фермаһында бригадир булып эшләй. 1976 йылда малдарҙы һимертеү буйынса республикала беренсе урынды яулай. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Өлкә комитеты партияһынан тиҫтәнән ашыу Почет грамоталарына лайыҡ була. Күп тапҡырҙар ауыл Советы депутаты булып һайланды.
Һуңғы йылдарҙа атайым иман юлын үҙ итте, Нурмөхәмәт хәҙрәттә белем туплап, был йүнәлеш буйынса эшләргә рөхсәт ҡығыҙы ла алды. Ҡөрьәнде яттан белде. Яңы ғаилә ҡорған йәш парҙарға никахтар уҡыны. Бигерәк тә сабыйҙарға исем ҡушыуға айырым иғтибар бирә торғайны, сит милләт исемдәренә ҡәтғи ҡаршы булды.
Атайыбыҙҙың беҙҙең аранан китеүенә бөгөн бер йыл. Уны барыбыҙ ҙа һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
Хәбир Мөхәмәтйәров.
Алғаҙы ауылы.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

«Иң гүзәл зат – әсәйебеҙ!» – ти уның хаҡында балалары

Әҙәм балаһы, яҡты донъяға килеп, берәм-берәм ғүмер йомғағын һүткән арауыҡта төрлө яҙмышлы кешеләр менән осраша. Берәүҙәренең тормошо аяныслы һәм ғибрәтле, бәғзеләр иһә башҡалар фәһем алырлыҡ, һоҡланырлыҡ һәм үрнәк булырлыҡ итеп йәшәй. Эйе, һәр кем Хаҡ Тәғәлә ҡушҡан юлды үҙенсә үтә, үҙ һуҡмағын үҙе яра…

Район гәзитенә – 80 йыл

Беренсе мөхәррирҙе хәтерләп

Ниндәй генә баҫманың тарихына күҙ һалһаң да, иң элек уның тәүге мөхәррире телгә алына. Был йәһәттән Баймаҡ Матбуғат йортона ҡуйылған таҡтаташҡа күҙ һалыу ҙа етә: “Был йортта 1930-1932 йылдарҙа “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзитен ойоштороусы һәм уның тәүге мөхәррире, драматург Сәғит Мифтахов эшләгән”. Был яҙмамда мин уның исеменә бәйле бер нисә хәл-ваҡиға тураһында һөйләмәксемен.