9 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Бәйләнеш яҡшыра
Баймаҡ район элем-тә үҙәге йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай. Йыл дауамында 330 абонент өҫтәл-гән, 875 өйгә IP-телевидение үткәрелгән (план 107,8 %-ҡа үтәлгән), 1302 йорт Интернет селтәренә (135,8%) тоташтырылған. Был һандар йыл аҙағына тиклем артасаҡ әле.
 
Газ үткәреү дауам итә
Быйыл ҡала урамдарына газ үткәреү эштәре әүҙем бара. Әле был эш Йолалы, Горький, Азанов урамдарында дауам итә. Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар газһыҙ интеккән 1-се мәктәп ҡаҙанлығы ла күптән түгел “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа көйләнде.
 
Хоҡуҡтарыбыҙҙы беләйек
Баймаҡта ике көн буйына Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының белгес-эксперты Г.М. Тоймырҙина халыҡ менән осрашыуҙар алып барҙы. Тәүге көндө ошо өлкәгә ҡағылышлы ҡануниәт хоҡуҡтары өйрәнелһә, артабан “Мегаполис” сауҙа үҙәгендә халыҡты ҡабул итеүҙәр ойошторолдо. Г.М. Тоймырҙина кисә ҡаланың 4-се мәктәбендә уҡыусылар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
 
Уңайлыҡтар арта
Төркмән ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерә: 6 йыл һыуһыҙ интеккәндән һуң, ниһайәт, бында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ уңайлыҡтары ҡайтанан тергеҙелә башланы. Урамдарҙа һыу селтәре алмаштырылды, колонкалар ултыртылды. Ошо көндәрҙә “Йәйғор” балалар баҡсаһында ла инженер селтәре тулыһынса яңыртылды. Сират – мәктәпкә. Бында һәр класҡа һалҡын һыу, ә ашханаға – эҫе һәм һалҡын һыу киләсәк, йылылыҡ торбалары алмаштырыласаҡ.
 
Яңы йыл етә!
Ҡыш балаларҙың ғына түгел, ә бар баймаҡтарҙың иң яратҡан ял урындарының береһе – “Граф күле” турбазаһы үҙенең яңы миҙгелен асырға йыйына. Әле унда боҙҙа коньки менән шыуырға (яҡтыртыу ҡоролмаһы ла бар), саңғыла йөрөргә, ҡаргиҙәрҙә елдерергә мөмкин. Әйткәндәй,  боҙҙан һырғалаҡ төҙөү эштәре лә башланған – ул декабрь урталарына әҙер буласаҡ.
Лилиә ТАКАЕВА.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр


“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе район буйынса иғлан ителгән хеҙмәт ярышында еңеп, Баймаҡта үткән тантаналы йыйылышта II дәрәжәле диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин исемендәге махсус призға ла ошо хужалыҡтың танылған игенсеһе Мозафар Ғәле улы Маликов лайыҡ булды. Ә алдынғы водитель Альберт Салауат улы Һатыбалов иһә тағы ла юғарыраҡ наградаға – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһына һәм ҡиммәтле бүләккә эйә булды.
А. Ишназаров фотоһы.

Матбуғат – 2012

«Һаҡмар»ға яҙылыу нисек бара?

2012 йылдың 1-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға күп ваҡыт та ҡалманы. Кемдәр киләһе йылда ла “Һаҡмар” менән бергә ҡала? 6 декабргә ҡарата ҡайһы ауыл биләмәһендә күпме кеше гәзитебеҙгә яҙылғанды сағылдырған таблица тәҡдим итәбеҙ.

Ауыл биләмәләре
2012 йылға тираж планы
(дана)
6 де-кабргә ҡарата яҙылғандар һаны
үтәлеш
%
1
Аҡморон ауыл биләмәһе
420
212
50,4
2
Әбделкәрим ауыл биләмәһе
200
95
47,5
3
Бикеш ауыл биләмәһе
65
41
63
4
Билал ауыл биләмәһе
395
229
57,9
5
Ишбирҙе ауыл биләмәһе
305
117
38,3
6
Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе
270
184
68,1
7
Ишмырҙа ауыл биләмәһе
190
78
41
8
Иҫке Сибай ауыл биләмәһе
200
86
43
9
Йомаш ауыл биләмәһе
365
186
50,9
10
Күсей ауыл биләмәһе
200
64
32
11
Ҡолсора ауыл биләмәһе
320
219
68,4
12
Мерәҫ ауыл биләмәһе
175
122
69,7
13
Моҡас ауыл биләмәһе
265
171
64,5
13
Ниғәмәт ауыл биләмәһе
655
311
47,4
14
Таулыҡай ауыл биләмәһе
420
141
33,5
15
Түбә ауыл биләмәһе
150
43
28,6
17
Татлыбай ауыл биләмәһе
305
159
52,1
18
Темәс ауыл биләмәһе
780
344
44,1
19
Семеновск ауыл биләмәһе
30
19
63,3
20
Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе
330
195
59
21
Йылайыр ауыл биләмәһе
160
54
33,7
22
Ярат ауыл биләмәһе
250
71
28,4
23
Баймаҡ ҡалаһы биләмәһе
700
262
37,4
Бөтәһе: 3403 дана
52

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса 14100 дана республика матбуғатына, 23100 дана үҙәк баҫмаларға яҙылыу планға алынған. 6 декабргә ҡарата уларҙың тәүгеһе 6686 (47,4 процент), ә икенсеһе 8461 (36,6 процент) дана тәшкил итә.

Эшҡыуарҙар иғтибарына

Иғәнәләр түләү ваҡыты етте
Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса Пенсия фонды идаралығында 1276 шәхси эшҡыуар теркәлгән. Уларҙың барыһы ла Пенсия фондына һәм мотлаҡ медицина страховкалауы фондына страховка иғәнәһе түләргә тейеш. Иғәнә һәр фондҡа айырым квитанция менән түләнә.
2011 йыл өсөн иғәнәләрҙе ағымдағы йылдың 26 декабренә тиклем түләргә кәрәк.
Уның өсөн квитанцияларҙы Пенсия фонды идаралығынан (Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 32а, 303-сө бүлмә) йәки Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһе сайтынан (https://opfrrb.ru) алырға була.

Рәсми бүлек

Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы ҡарары
 
Өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына өҫтәмә депутат һайлауҙары үткәреү тураһында

Социаль программа

Халыҡ файҙаһына тотонола

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың “Халыҡ өсөн эшләйбеҙ” тигән һүҙе республикала бар йәһәттән дә тормошҡа ашырылып, аныҡ эштәр менән нығытыла бара. Урындағы проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында муниципалитеттар, ауыл биләмәләре финанс ресурстары менән тәьмин ителә. Улар юл, транспорт, төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу, газ тәьминәте буйынса тотонолорға тейеш. Ә беҙҙең район ауыл биләмәләренә бирелгән маҡсатлы аҡса ҡайҙа, нисек тотонола? Ниндәй проблемалар хәл ителгән? Был һорауҙарға яуап эҙләп ауыл биләмәләре башлыҡтарына мөрәжәғәт иттек.

Яҙмыш

«Мин һине ҡиәмәтлек ҡыҙ итеп алам...»

Халҡыбыҙҙың борон-борондан һаҡланып килгән матур йолалары, ғөрөф-ғәҙҙәттәре бихисап. Уларҙың быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙе тәрбиәләүе, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауы әһәмиәтле. Шундай матур йолаларҙың береһе ул – ҡиәмәтлек ҡыҙ, ул ҡабул итеү. Байым ауылында йәшәгән Зөлфиә Рахманғолова һәм уның ҡиәмәтлек әсәһе Раҡия инәй Арыҫланова менән осрашыу күңелемдә мәңгелек эҙ ҡалдырҙы.

Белгес кәңәше

Страховкалау мотлаҡ кәрәк

Уҡыу йылында уҡыусылар күп ваҡытын мәктәптә уҙғара. Улар һәр ваҡыт педагогтарҙың күҙәтеүе аҫтында булыуына ҡарамаҫтан, балаларҙың шаярыуҙары ҡайһы саҡта йығылыуҙар, йәрәхәт алыуҙар, күҙ йәштәре менән тамамлана. Был ваҡытта нимә эшләргә? Ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә?

Проблема күтәрәбеҙ

«Әсәй! Әсәлек капиталына алынған өйөбөҙ ҡайҙа?» 
«Бер ҡыйырсыҡ икмәк булһасы!..»
Ҡышҡы һыуыҡ көн. Асыҡ ишектән ҡурҡыныс аждаһалай булып ингән ап-аҡ туңдырғыс боҫҡа түҙмәй кескәй өс ҡыҙсыҡ ултырғыс башына менеп торҙо. “Өлкәне” – биш йәшлек апай бәләкәй туғандарын: “Хәҙер тәҙрәнән генә ҡарап торһаҡ, әсәйебеҙ тиҙ ҡайтып етә”, – тип йыуатҡан булды. Береһе – 2007, икенсеһе 2009 йылғы ғына булған балаларҙың уға яуап өндәшергә лә хәле юҡ. Һыуһаған-асыҡҡан балалар илауҙың да файҙаһы булмауын күптән яҡшы аңлай. Табалағы “ризыҡты” тағы ла ашап маташтылар. Юҡ, сейле-бешле, тәмһеҙ, ҡатып бөткән бутҡа булырға тейешле ашты кескәйҙәр ашай алмай шул. Шулай ҙа үҙәкте өҙөп алып барған аслыҡтан бер-ике ҡалаҡ йотҡан булдылар. Ә тамам хәлһеҙләнгән ике йәшлек ҡыҙыҡайҙың тамағынан сей тары үтмәне. Их, исмаһам, бер ҡыйырсыҡ ҡына икмәк булһа! Ҡыҙҙар биҙрәләге боҙҙо алып кимерҙе. Ә әсәй һаман юҡ та юҡ.

Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлөүгә – 70 йыл

Онотолмай ялҡынлы йылдар

Рәсәйҙең хәрби данын күтәргән 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавдивизияһының ойошторолоу тарихынан
Республика йәмәғәтселеге күптән түгел 112-се (16-сы гв.) Башҡорт атлы дивизияһы ойошторолоуының 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 17 ноябрҙә Өфөлә ошо уңай менән конференция һәм Офицерҙар йортонда тантаналы ултырыш булды.
Дивизияның данлыҡлы хәрби юлын өйрәнеү буйынса урындарҙа күп эштәр башҡарыла. Сара аҙағындағы ҡарарҙа эшләйәсәк нәмәләр байтаҡ булыуы билдәләнде. Батыр яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү, уларҙың хәрби юлын өйрәнеү буйынса эште дауам итергә кәрәк тип әйтелде.