12 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!
Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн һәм 60 йәше тулыу тулыу айҡанлы 105-се һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы Бураншина Флүрә Әмир ҡыҙы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Һәләк булғандар мемориалына...
Чечняла терроризмға ҡаршы операциялар үткәреүҙә башын һалғандар көнө уңайынан 12 декабрҙә 3-сө мәктәп уҡыусылары, йәштәр эштәре буйынса сектор янындағы социаль-психологик үҙәк хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар тарафынан Һәләк булғандар мемориалына сәскәләр гөлләмәһе һалынасаҡ.
 
Баш ҡалала осрашыу
17 декабрҙә Баймаҡ муниципаль район хакимиәте етәкселеге Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы менән бергә студенттар һәм эшләп йөрөүсе яҡташтарыбыҙ өсөн осрашыу үткәрергә йыйына.
 
Темәстә – һуғым байрамы
Темәс тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре халҡыбыҙҙың матур йолаһын – һуғым һуйыу һәм ашын әҙерләүҙе атҡарған. Был матур байрамда бар ауыл халҡы ҡатнашҡан. Йәш ҡыҙҙар һәм килендәр ҡаҙы тултырыу, бишбармаҡ әҙерләү серҙәренә өйрәнгән, ә мәктәп уҡыусылары халҡыбыҙҙың фольклор байрамын сәхнәләштереп күрһәткән.
 
Хәүефһеҙлек өсөн
Баймаҡ эске эштәр бүлеге енәйәттәрҙе профилактикалау буйынса төрлө саралар үткәрә. Хәҙерге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре “Браконьер”, Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка полицейскийы”, “Канал-2011” операцияларын уңышлы алып бара.   
 
Беҙҙән һеҙгә концерт
Һаҡмар ауылында һәр урам концерт менән сығыш яһап, ауылдаштарын ҡыуандырған. Ауыл китапханасыһы Ғәлиә Мәһәҙиева әйтеүенсә, күңелле сара ваҡытында яңы таланттар асылған, йырсылар, бейеүселәр билдәләнгән. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, тәмлекәстәр менән бүләкләнгән.  

 Әҫәрҙәр йыйынтығы әҙерләнә
“Ирәндек гәүһәрҙәре” китабының икенсе йыйынтығы баҫмаға әҙерләнә. Үҙҙәрен оҫта яҙам тип һанаған ижадсыларға мөрәжәғәт итәбеҙ: әҫәрҙәрегеҙҙе, биографияғыҙҙы, сифатлы фотоһүрәтегеҙҙе “Һаҡмар” гәзите редакцияһына ебәрегеҙ йәки алып килегеҙ. Улар китапҡа инер алдынан комиссия тарафынан ҡараласаҡ. Белешмә өсөн телефон: 3-11-43.
Г. Иҫәнгилдина.
А. Иҙелбаева.

12 декабрь – рәсәй конституцияһы көнө

Дәүләт байрамы менән!

Һеҙҙе дәүләт байрамы – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тауыш биреүе менән ҡабул ителде. Ул Рәсәйгә бәхәсһеҙ ҡануниәт абруйы булған цивилизациялы донъя йәмғиәтенә ҡушылырға хоҡуҡи нигеҙ булды. Кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын юғары ҡиммәттәр итеп,  Рәсәйҙең суверенитетын һәм уның ҡаҡшамаҫ демократик нигеҙен раҫланы.
Яңы һулыш алған Рәсәй һуңғы ваҡытта еңел булмаған юл үтте. Беҙҙең йәмғиәттә үҙгәрештәрҙең береһе лә еңел бирелмәне, ләкин улар рәсәйлеләрҙең үҙ көсөнә һәм илде тергеҙеүгә булған ышанысын һүндермәне. Бөгөн йәмғиәттә сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлауҙа Конституцияның роле ҙур. Илебеҙ хоҡуҡи дәүләткә әйләнеүен дауам итә һәм беҙ был тарихи процестың тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылары.
Төп Законда ҡаралған дөрөҫ һәм ғәҙел юлдар беҙгә һәм беҙҙең эшебеҙҙә ныҡлы таяныс булырына, эшмәкәрлеккә йүнәлеш биреренә ышанам. Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының бурысы – Конституцияла ҡаралған ҡағиҙәләрҙе һәм ҡабул ителгән закондарҙы күҙәтеү, хоҡуҡи дәүләттең принциптарын һаҡлау. Бары тик шул осраҡта ғына киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙгә тыныслыҡ, именлек, изгелек һәм оптимизм теләйем. Байрам беҙгә Рәсәй һәм Башҡортостан мәнфәғәтенә ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға яңы көс бирһен!
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр


Үҙенең техник һәм иҡтисади потенциалы буйынса Салауат исемендәге АХК райондың агросәнәғәт комплексында ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Ф.Ғ. Әхмәров етәкләгән был коллектив быйылғы ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сыҡты. Урып-йыйыу эштәре, малға аҙыҡ әҙерләү йомғаҡтары буйынса хужалыҡтың мал аҙығы әҙерләү бригадаһы районда еңеүсе тип табылды һәм Почет грамотаһы, аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Предприятие ҡеүәтле малсылыҡ комплексына эйә. Техник потенциалды даими рәүештә нығыта барыу ҙа (быйыл хужалыҡ өс техника-агрегат һатып алды) үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе – 1000 башҡа яҡын малды ҡыш имен сығарырҙай аҙыҡ базаһы тупланды. Бөгөн төп көс ҡышлау миҙгеленә йүнәлтелгән.
Һүрәттә: механизатор Рәйес Кәримов, бригадир Урал Ғарифуллин, хужалыҡ рәйесе Фәнил Әхмәров, механизатор Хәйҙәр Усманов.
Айбулат Ишназаров фотоһы.

Закон һәм беҙ

Бурыслылар милкенә арест һалынды

Пенсия, социаль түләүҙәр һәм ҡараусыһын юғалтыусы балаларға вафат булған ҡараусының пенсияһының тупланма өлөшө буйынса түләүҙәрҙең ваҡытында башҡарылыуы, уларҙы арттырыу мотлаҡ пенсия страховкаһына страховка иғәнәләрен мәлендә күсереп барыуға бәйле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар киләсәк тураһында көслөк менән “ҡайғыртыуҙы” хуп күрә. Ағымдағы йылдың 22-24 ноябрендә шәхси эшҡыуарҙарҙан бурыстарын түләттереү маҡсатында суд приставтары хеҙмәте менән берлектә рейд үткәрелде. Һөҙөмтәлә Пенсия фонды файҙаһына бурыслыларҙың милкенә, шул иҫәптән автотранспорт, аудио-, видео-, көнкүреш техникаһына арест һалынды. Бурыстарын тиҙ арала түләмәгән осраҡта, арест һалынған милек тартып алынасаҡ һәм һатыуға сығарыласаҡ.
Ошо саралар мөһим социаль мәсьәләне үтәргә – страховка иғәнәләре буйынса бурыстарҙы, бурыслыларҙың һанын кәметергә мөмкинлек бирә. Бындай рейдтар даими рәүештә үткәреләсәк. Тимәк, страховка иғәнәләре буйынса бурыстары булғандар өсөн уңайһыҙ хәлдән ҡотолоу юлы бер генә – тиҙ арала бирәсәктәрен ҡаплау.
Р. Мараканова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Ҡотлайбыҙ!

Гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, С.Мифтахов исемендәге премия лауреаты хөрмәтле Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшинды оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәрәкәтле оҙон ғүмер, ижад ҡомарының киләсәктә лә һүрелмәүен, артабан да гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булып ҡалыуын теләйбеҙ.
«Һаҡмар»ҙар. 

Сәйәсәт

Ниәттәр тормошҡа ашыр

Мәғлүм булыуынса, 30 ноябрҙә Башҡортостандың дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 45-се ултырышында Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. «Халыҡ өсөн эшләргә» тип аталған йыллыҡ программа документында республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде. Беҙ ошо тәңгәлдәге фекерҙәрҙе белеү өсөн ҡала һәм район халҡына мөрәжәғәт иттек. Әйтергә кәрәк, респонденттарҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Президентының Мөрәжәғәтнамәһе менән киң мәғлүмәт саралары аша хәбәрҙар булыуы тураһында белдерҙе.

Матбуғат – 2012

Акцияға ҡушылығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!

Хөрмәтле дуҫтар, гәзит-журналдарға яҙылыу тамамланыуға табан бара. Киләһе йылда ла заман менән бергә атларға, яңылыҡтар, район тормошо менән ваҡытында танышып барырға теләһәгеҙ, тиҙ арала «Һаҡмар» гәзитенә яҙылып ҡуйығыҙ.

2012 йылдың тәүге ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыусылар араһында иғлан ителгән уйыныбыҙ дауам итә. Ә унда ҡатнашыу шарттарының бик ябай булыуын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Һаҡмар»ға яҙылып, квитанцияғыҙҙы тиҙ арала редакцияға ебәрегеҙ (үҙегеҙ алып килһәгеҙ ҙә була). Отош һәр 2 аҙна һайын үткәрелеп, еңеүселәр билдәләнә. Киләһе уйын 13 декабрҙә буласаҡ. Унда «Баймаҡ ПМК-һы» ЯСЙ-һы әҙерләгән микротулҡынлы мейес, «Бәхетле» димләү агентлығынан бүләк сертификаты, «Filips» электр яҡтыртҡысы, «Һаҡмар» гәзитендә киләһе йылда бер тапҡыр бушлай ҡотлау биреү һ.б. уйнатыласаҡ. Ярты йыл буйы «Һаҡмар»ҙы уҡып бер кинәнһәгеҙ, шул уҡ ваҡытта хәтәр генә приз отоуығыҙ ҙа мөмкин.
“Һаҡмар”ға ярты йылға    яҙылыу хаҡы – 310 һум 86 тин. Индексы – 50772.
«Һаҡмар» гәзите редакцияһы.

Хроника

Ойоштороусыларҙың дөйөм йыйылышы  ҡарары нигеҙендә «Йылылыҡ селтәре» ЯСЙ-һы директоры итеп быға тиклем «РемСтройСервис» ЯСЙ-һы директоры булып эшләгән Рысбаев Солтан Яныбай улы тәғәйенләнде.
Быға тиклем «Йылылыҡ селтәре» ЯСЙ-һы директоры булған Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан бушатылды. 

Халыҡ иғтибарына

Электр иҫәпләгестәре – йорт тышында

2011 йылдың яҙында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Президиумы электр энергияһын һатыуҙың иҫәпләү системаһын үҫтереү программаһы проектын раҫланы. Уға ярашлы, бөтә Рәсәй буйынса 48 миллион ҡулланыусыны электр энергияһы сығымын иҫәпләү өсөн интеллектуаль приборҙар менән йыһазландырыу күҙ уңында тотола.

Һорау – яуап

Дәүләт пошлинаһын түләү тураһында

«Миңә расписка буйынса бирелгән 62 000 һумды ҡайтарыу өсөн судҡа ғариза яҙырға кәрәк. Уның өсөн дәүләт пошлинаһын түләү мотлаҡ. Тик бына күпме түләргә кәрәклеген белмәйем».
Һорауға Баймаҡ судьяһының ярҙамсыһы М.М. Ҡужабаев яуап бирә:
“Дәүләт пошлинаһын түләү тәртибе, уның күләме РФ Һалым Кодексының 25.3-сө статьяһына ҡарап билдәләнә. Мөлкәткә ҡағылышлы 20 000 һумға тиклемге дәғүә ғаризаһын биргәндә, 4 процент, йәғни 400 һум дәүләт пошлинаһы тотола. Әгәр дәғүә ғаризаһы 20001 һумдан 100 000 һумға тиклем булһа – 800 һум һәм 20000 һумдан үткән сумма өсөн 3 процент, 100001 һумдан 200000 тиклем – 3200 (+2%), 200001 һумдан 1 000 000 тиклем – 5200 һум (+1%) тотола. Бер миллион һумдан артҡан дәғүә өсөн 13 200 һум дәүләт пошлинаһы һәм сумманың 0,5 проценты түләттерелә. Тик сумма 60 000 һумдан артырға тейеш түгел.
Дәғүә ғаризаһы 62 000 һумды тәшкил итһә, дәүләт пошлинаһы 800 һум һәм өҫтәмә түләү 1260 һум буласаҡ (бөтәһе бергә 2 060 һум).
Ғаризаны ҡайһы судҡа йүнәлтергә кәрәклеге дәғүәнең суммаһына ҡарап билдәләнә. Әгәр ул 50000 һумдан кәмерәк булһа, эште мировой судья, ә унан күберәк булған осраҡта район суды ҡарай. Апелляция, кассацион ялыу биргән граждандар ҙа дәүләт пошлинаһы түләй (физик берәмектәр өсөн – 200, ойошма-предприятиелар өсөн 2000 һум).
Дәүләт пошлинаһы банк аша түләнә. Реквизиттарҙы суд һәм һалым инспекцияһының Интернет сайтынан да алырға була. Дәғүә ғаризаһына түләнгән квитанцияның төп нөсхәһе ҡушып һалына.
Йыш ҡына граждандар дәүләт пошлинаһын икенсе бюджет иҫәбенә яңылыш күсерә. РФ Бюджет кодексының 50-се, 61.1-се статьяларына ярашлы, район судында ҡаралған, уртаҡ юрисдикцияла булған эштәрҙең дәүләт пошлиналары муниципаль райондың һалым килеменә инә.
Пошлиналарҙы яңылыш түләү эште ҡарауҙың ваҡытын кисектереүгә килтерә.  Шуға күрә беҙгә мөрәжәғәт иткән граждандарҙың иғтибарлы булыуҙарын һорайбыҙ”.
 

 «Йылайыр һөтө» ҡайҙа?

“Һуңғы ваҡытта Баймаҡ ҡалаһы магазиндарында үҙебеҙҙең “Йылайыр һөтө” һирәк осрай. Аптырағас, шикле күренһә лә, икенсе һөт продукцияһы һатып алырға тура килә.  Был тәңгәлдә хәл ҡасан яйға һалыныр икән? Магазин кәштәләрендә ҡасан был продукция тулып ятыр?
И.Самарбаева”.
Гәзит уҡыусыбыҙҙың был һорауына яуап биреүен һорап, беҙ “Яковлевка” эшкәртеү ауыл хужалығы кооперативының бухгалтеры Эльвира Тимероваға шылтыраттыҡ. Ул бына нимә тип яуап бирҙе: “Эш шунда: һуңғы осорҙа беҙҙә һөттө пакетлау күләме кәмене, шуға күрә лә ул ҡала магазиндарына аҙ оҙатыла. Сәбәбе – сеймалдың аҙ булыуы. Әле урындағы хужалыҡта һауын һыйырҙары күпләп һыуалған осор, шунлыҡтан продукция етештереү кәмене. Ошо айҙа һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башлана, тимәк, һөт пакетлау күләме лә артасаҡ. Йәйге осорҙа көнөнә 3,5-4 тонна продукция пакетланһа, бөгөн ни бары 500 литр ғына. Предприятие етәкселеге күрше хужалыҡтар, шәхси секторҙан сеймал һатып алыу буйынса эш алып бара. Ғөмүмән, тиҙҙән һөт етештереү артасаҡ.
Сеймал мәсьәләһе ыңғай хәл ителһә, йогурт, ҡатыҡ, эремсек тә етештерә башлаясаҡбыҙ – бының өсөн беҙҙең кәрәкле ҡоролма ла, сертификатыбыҙ ҙа бар”.   

Юбиляр түрҙе биҙәр

Ҡәләме һәр саҡ ҡулында…

Район, “Башҡортостан” гәзиттәренең күптәнге дуҫы, абруйлы хәбәрсе, Ҡолсора ауылы ветераны Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшинға бөгөн 70 йәш тула. Шул уңайҙан мин уның тураһында өс йыл элек “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Матбуғат менән бергә” исемле мәҡәләмде тәҡдим итәм.
«Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшин бынан теүәл илле йыл элек, мәктәп эскәмйәһенән үк, район гәзитенә яҙыша башлай һәм һаман да ошо яуаплы йәмәғәт бурысына тоғро. Ул үҙен ысын мәғәнәһендә матбуғат дуҫы, оҫта хәбәрсе итеп танытты. Республика эшсе һәм ауыл хәбәрселәре съездарына делегат итеп тә һайлана, тиҫтәләрсә йыл инде район гәзиттәренең һәм “Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе. Ул райондың Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһына лайыҡ булды.