14 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Һайлау дауам итә
Киләһе йылдың 4 мартында Рәсәй Федерацияһы Президенты менән берлектә ҡала Советына ла депутаттар һайлау үтәсәк. Әле округтарға депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү башланды.
 
Диплом алып ҡайттылар
8 декабрҙә Өфөлә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәте” фестиваль-марафонының Гала-концерты үтте. Унда Баймаҡтың “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Каруанһарай” бейеүе менән сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының Дипломы менән бүләкләнде.
 
“Байыҡ” саҡыра
16 декабрҙә “Байыҡ” республика конкурсының Гала-концерты үтә. Баймаҡтан Илшат һәм Айбулат Ғүмәровтар – “Ҡаһым түрә”, ә Зөлфиә, Миләүшә, Фәйрүзә Абыҙгилдиналар “Беләҙегем” бейеүе менән сығыш яһарға саҡырыу алғандар.
 
Наркоманияға ҡаршы
Уҡыусылар һәм студенттар араһында наркотик һәм психотроплы матдәләрҙе ҡулланыуҙы билдәләүсе тест үткәреү башланды. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, 105-се һөнәрселек училищеһы, ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусылары был һынауҙы уңышлы үтте. Профилактика эштәре дауам итә. Ошо көндәрҙә тағы ла 300 уҡыусы тест үтәсәк.
 
Яңы йылды ҡаршылап
Яңы 2012 йылды ҡаршыларға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Быйыл ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла боҙ ҡаласыҡтары, һырғалаҡтар төҙөләсәк. Шуға бәйле ауыл биләмәләре араһында конкурс иғлан ителгән. Иң-иңе тип ҡайһы ауылдың әкиәт майҙансығы билдәләнер икән?
 
Шыршылар баҙары
Баймаҡта яңы йылдың төп атрибуттарының береһе – шыршылар баҙары эшләй башланы. Уларҙы “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә эшҡыуар А.Бүребаев һатыуға сығара. Ҡупшыҡайҙарҙың хаҡы, ҙурлығына ҡарап, 140 һумдан башлана. Ошо көндәрҙә шыршылар балалар баҡсаларына, мәктәптәргә лә оҙатыласаҡ.
 
Волейбол ярышы үтәсәк
17 декабрҙә сәғәт 10-да физкультура-һауыҡтырыу комплексында Баймаҡ тәжрибә хужалығының элекке профком рәйесе, волейбол командаһы тренеры Ирек Ишназаровтың яҡты иҫтәлегенә волейбол буйынса район беренселеге үтәсәк.

1000-гә тулырмы?
12 декабргә ҡарата йыл башынан Баймаҡ ҡалаһында һәм районында 989 сабый донъяға килгән. ЗАГС бүлеге начальнигы З.Я. Әминева белдереүенсә, быйыл балалар әҙерәк тыуған. Йыл аҙағына тиклем улар һаны 1000-гә тулырмы?
Лилиә Такаева.

Мал ҡышлатыу


Юғары күрһәткестәр менән
Райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҙур роль уйнаған һәм үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып торған Ленин исемендәге АХК сираттағы ауыл хужалығы йылын юғары күрһәткестәр менән тамамлай. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән коллектив, баҫыу кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сығып, мал ҡышлатыу миҙгеленә аяҡ баҫты.
 Әйтергә кәрәк, йыл предприятие өсөн насарҙан булманы. Производствоны оҫта ойоштороу, алдынғы технологияларҙы ҡулланыу, киләсәкте алдан ҡайғыртыу был юлы ла үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе – хужалыҡ төп күрһәткестәрҙе үҫтереү буйынса йәнә лидер булып танылды.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Эш хаҡы артасаҡ
Бюджетниктарҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 2012 йылда 15 процентҡа артасаҡ.
– Башҡортостан Республикаһы бюджетына киләһе йылға эш хаҡын арттырыуға средстволар һалынған. Оптималләштереүҙе, бюджеттан тыш средстволарҙы йәлеп итеүҙе, үҙаллы эшләп алынған средстволарҙы иҫәптә тотҡанда, бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын 15 процентҡа арттырып буласаҡ, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының финанс министры Рузалия Хисмәтуллина онлайн-конференцияла.

Саралар

Көнкүреш хеҙмәтләндереү тармағы үҫешә
7 декабрҙә Өфө ҡалаһында Өфө иҡтисад һәм сервис дәүләт академияһы бинаһында “Бизнес инновациялары һәм перспективалары” тип аталған халыҡ-ара фәнни-техник конференция үтте. Ул Башҡортостан Республикаһында халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте ойошторолоуға – 50, Өфө иҡтисад һәм сервис дәүләт академияһы барлыҡҡа килеүгә 40 йыл тулыуға арналды.

Матбуғат – 2012

Акцияға ҡушылығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!
Хөрмәтле дуҫтар, гәзит-журналдарға яҙылыу тамамланыуға табан бара. Киләһе йылда ла заман менән бергә атларға, яңылыҡтар, район тормошо менән ваҡытында танышып барырға теләһәгеҙ, тиҙ арала «Һаҡмар» гәзитенә яҙылып ҡуйығыҙ.

2012 йылдың тәүге ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыусылар араһында иғлан ителгән уйыныбыҙ дауам итә. Ә унда ҡатнашыу шарттарының бик ябай булыуын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Һаҡмар»ға яҙылып, квитанцияғыҙҙы тиҙ арала редакцияға ебәрегеҙ (үҙегеҙ алып килһәгеҙ ҙә була). Отош һәр 2 аҙна һайын үткәрелеп, еңеүселәр билдәләнә. Әйткәндәй, бөгөн «Баймаҡ ПМК-һы» ЯСЙ-һы әҙерләгән микротулҡынлы мейес, «Бәхетле» димләү агентлығынан бүләк сертификаты, «Filips» электр яҡтыртҡысы, «Һаҡмар» гәзитендә киләһе йылда бер тапҡыр бушлай ҡотлау биреү һ.б. уйнатылып, гәзиттең киләһе һанында еңеүселәрҙең исемдәре баҫыласаҡ.
Ярты йыл буйы «Һаҡмар»ҙы уҡып бер кинәнһәгеҙ, шул уҡ ваҡытта хәтәр генә приз отоуығыҙ ҙа мөмкин. “Һаҡмар”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы – 310 һум 86 тин. Индексы – 50772.
«Һаҡмар» гәзите редакцияһы.

Һайлау – 2012

№121 , 9 декабрь 2011 йыл
Территориаль һайлау комиссияһы ҡарары
Өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутаттар һайлау буйынса бер мандатлы һайлау округтары схемаһын билдәләү тураһында «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуҡтары тураһында»ғы Федераль закондың 18-се статьяһы, Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы кодексының 15-се статьяһына ярашлы, Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһенең һайлау комиссияһы вәкәләттәре  һалынған Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы ҡарар итте:
Өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутаттар һайлау буйынса бер мандатлы һайлау округтары схемаһын билдәләргә.

Беҙҙең әңгәмә

Ете нотанан тыуған мөғжизә
Сихри йәйғорҙоң ете төҫтән тороуында, кешелектең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған йыр-моңдоң да ете нотанан хасил булыуында оло мәғәнә бар. Ә ысын сәнғәт оҫталары ошо ете генә төҫтө йәиһә нотаны мең төрлөгә байыта ала. Мин күкрәк моңо ана шул ете нота ҡыҫаларын артылып, тау юлдары кеүек урау-урау, йылға кеүек иркен ағышлы йырҙары менән халыҡтың һөйөүен күптән яулаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың Батыр Вәлид исемендәге премия, район, республика һәм Халыҡ-ара бихисап йыр бәйгеләре лауреаты Рауил Харрасов менән әңгәмәнең шаһиты булырға саҡырам.

– Рауил ағай, беҙ һеҙҙе иң элек күркәм алтын юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ошо уңайҙан яратҡан тамашасыларығыҙҙы ҡыуандырырға ла йыйынаһығыҙ шикелле...
– Эйе, минең тағы ла бер юбилей – сәхнәгә сығыуыма 30 йылдан ашты. Ошо ике датаны билдәләп, 15 декабрҙә халыҡ ижады үҙәгендә “Рауил Харрасов сәхнәләш дуҫтарын йыя” тип аталған концерт ҡуйырға йыйынып йөрөйөм. Тамашасыға оҡшар, тип уйлайым.

Ҡануниәт

Етемдәрҙең хоҡуҡтарын күҙәтеү өсөн
Баймаҡ районы прокуратураһы тарафынан етем балалар һәм ата-әсә ҡурсыуынан ҡалған балаларҙың торлаҡҡа булған хоҡуҡтарының үтәлеше тикшерелә башланы. Ошо категория граждандарҙы яҡлау өсөн уларҙың суд ултырыштарында ҡатнашыуы мотлаҡ. Шуға күрә түбәндәге кешеләрҙең Баймаҡ прокуратураһына мөрәжәғәт итеүҙәре һорала:

Һорау – яуап

Пайға ни өсөн әҙ түләнде?
7 гектар пай ерем бар. Беҙ, бөтәһе 384 кеше, еребеҙҙе “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалына ҡуртымға бирҙек. Тик көҙгөһөн пай өсөн 90-шар килограмм ғына иген бирҙеләр. Был бик аҙ. Ни өсөн шулай? Рәсми яуап көтәбеҙ.
Рәйсә Кәримова, Темәс.
“Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалы директоры Альберт Рәсих улы Хөсәйенов яуап бирә:

Ауылым кешеләре

Мейессе Мәрзиә инәй
Мәрзиә инәй 1948 йылда Мырҙаҡай ауылына килен булып төшә. Йортта мейес бик насар булғанлыҡтан, ҡышты өшөй-өшөй үткәрә. “Йәй еткәс, Һаҡмар буйында кирбес һуғып, мейес сығарҙым. Был минең тәүге мейесем булды. Ул ҙур, йәмһеҙ килеп сыҡһа ла, йылы ине, төтәмәне. Ҡайны-ҡәйнәм сикһеҙ ҡыуанды”, – тип йылмайып хәтерләй Мәрзиә инәй.

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы

Нина инәйемдә ҡунаҡта
Башҡортостанда 2011 йыл – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы. Республикабыҙҙа нисәмә төрлө милләт үҙ-ара берҙәм, татыу һәм туғандарса матур мөнәсәбәттә йәшәй. Ә ошондай татыу, дуҫ илдә таңдар ҙа нурлыраҡ, йөҙҙәр ҙә көләсерәк, хыялдар ҙа яҡтыраҡ, тормош та көндән-көн яҡшыраҡ була бара.

Иғтибар! Конкурс!

Әстәғәфирулла тәүбә, Ҡарһылыуға ни булған?...
Ҡәҙерле райондаштарыбыҙ! Һеҙҙең шиғри күңелле  икәнегеҙҙе бик яҡшы беләбеҙ. Шуға ла Яңы йыл уңайынан тағы ла бер конкурс иғлан итергә булдыҡ. Унда беҙ 3 шиғырҙың тәүге 2 юлын бирәбеҙ, ә һеҙ ҡайһыныһын теләйһегеҙ, шуныһын һайлап, үҙегеҙ дауам итеп яҙығыҙ. Иң мөһиме, ул ҡыҫҡа ла булһын, эсенә бик күп мәғәнә лә һыйҙырһын. Таҡмаҡ тигәндә лә була. Иң-иң ҡыҙыҡлы шиғырҙар Яңы йылдан һуң сыҡҡан тәүге һанда донъя күрәсәк.
  1. Әстәғәфирулла тәүбә, Ҡарһылыуға ни булған?
  2. Яңы йылдың кисендә Ҡыш бабай юҡҡа сыҡҡан...
  3. Алып ҡайттыҡ шыршыны, Тышта буран шыңшыны...
Конкурс 28 декабргә тиклем генә, шулай булғас, ашығығыҙ!
«Һаҡмар» гәзите редакцияһы.

Тәрбиә

Ҡыҙҙарҙы ҡырҡ урындан тый...
Хәҙерге заманда был мәҡәл бик урынлы булһа ла, тыйып ҡына сикләнеү етмәй,  ә, киреһенсә, ни өсөн ярамағанын аңлатыу ҙа зарур. Күп кенә әсә менән ҡыҙ араһында ошондай сетерекле темаларға һөйләшеү килеп сыҡмай, кисектерелә килә һәм ҡурҡҡан эҙемтәгә килтереүе лә ихтимал. Бәхеткә, Ғаиләгә, йәштәргә һәм балаларға социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге йәш ҡыҙҙар араһында аңлатыу эштәрен алып барыусы күпер ролен үтәй.