16 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Программа сиктәрендә
Көньяк-көнсығыш төбәкте комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә Темәс ауылында һыу менән тәьмин итеү, электр селтәрҙәре системаларын реконструкциялау эштәре тамамланды. Әле унда газ үткәреү дауам итә. Был маҡсатта бөтәһе 25 миллион һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә электр селтәре төҙөү дауам итә. Ишмырҙа ауылында иһә һыу үткәргесте реконструкциялау күҙ уңында тотола.

Ҡотлайбыҙ!
Райондың социаль-иҡтисади тормошон киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртҡаны өсөн һәм 70 йәше тулыу айҡанлы Мөхәмәтшин Салауат Хәбибрахман улы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

«Уңыш»та – семинар-кәңәшмә
Бөгөн “Уңыш” АХК-һы базаһында райондың ауыл хужалығы предприятиеларының семинар-кәңәшмәһе үтә. Унда етәкселәр һәм баш белгестәр мал ҡышлатыу барышы менән таныша, тармаҡтың эшен барлай, башҡа өлкәләрҙәге хәлде өйрәнә.

«Ирәндек» саҡыра
17 декабрҙә сәғәт 2-лә «Ирәндек» туристик базаһының тау саңғыһы үҙәгендә ҡышҡы миҙгел асыласаҡ. Теләге булған һәр кем күңелле, файҙалы ял итергә рәхим итһен.

Һөт тапшырып буласаҡ
Темәстә “Агрофин” ЯСЙ-һы тарафынан төҙөләсәк һөт эшкәртеү комбинаты 12 төр продукция етештерәсәк һәм тәүлегенә 70 тонна сеймал эшкәртеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары һәм шәхси хужалыҡтарҙан тыш, комбинат күрше райондарҙан да һөт ҡабул итәсәк.

Яңы йыл алдынан
Ҡала биләмәһе хакимиәте бина фасадтарын һәм уларҙың биләмәләрен байрамса биҙәү буйынса конкурс иғлан итә. Еңеүселәр “Предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар”, “Сауҙа объекттары”, “Белем биреү учреждениелары” номинацияларында билдәләнәсәк. Ярыш шарттарына ярашлы, биҙәү эштәрен 23 декабргә тамамлау ҡаралған.

Өфөгә, еңеүҙәр артынан!
Яңыраҡ 4-се мәктәптә “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” предметы буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы үтте. Унда район мәктәптәренең 8 – 9 һәм 10 – 11 кластарынан 30 уҡыусы ҡатнашты. Тәүҙә улар теоретик белемдәрен тикшерҙе, унан һуң автомат һүтеү-йыйыу, противогаз кейеү нормативын тапшырҙы, пневматик винтовканан атты. Бар һынауҙарҙы уңышлы үткән Х.Макулов (1-се мәктәп) һәм М.Шаранов (4-се) Өфөлә үтәсәк олимпиадала ҡатнашасаҡ.


2011 йылдың 16 декабрендә сәғәт 3-тә Баймаҡ эске эштәр бүлегендә (Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы,13) Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры урынбаҫары эске хеҙмәт полковнигы Шәрәфетдинов Руслан Михайлович хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм кешеләрҙе енәйәттәрҙән аралау һорауҙары буйынса граждандарҙы ҡабул итә.
Бүлектең штабында (315-се бүлмә) йәки 2-21-23 телефоны буйынса алдан яҙылырға.
Баймаҡ эске эштәр бүлеге штабы.

Тантаналар

Йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтелде
Кисә район-ҡалабыҙҙың сираттағы 10 йәш ғаиләһе өсөн иҫтәлекле һәм шатлыҡлы ваҡиға булды. Республикабыҙҙа, шул иҫәптән районыбыҙҙа ла ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә тәғәйен махсус Программалар эшләп килә. Был 10 парға ла торлаҡ һатып алыу, өй һалыу өсөн алынған кредиттарын ҡапларға аҡса таныҡлыҡтары тапшырылды.

Халыҡ иғтибарына

Йәшел ҡупшы шыршыҡай... 
Һине бит закон яҡлай
Йыл һайын ошо мәлдә шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары арта. Һәр кем байрамда өйөн йәшел ҡупшыҡай ултыртып биҙәргә теләй. Ләкин уларҙы аяуһыҙ ҡырҡыуҙан ниндәй ҙур зыян килеүен, бәлки, аңлап та бөтмәйбеҙҙер. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау маҡсатында урмандарҙа патруллек итә башланы ла инде. Шулай уҡ ағастарҙы эшкәртеү һәм яңы йыл шыршылары һатыу баҙарҙары ныҡлы контролгә алынған.

Уңғандар беҙҙең арала

Лайыҡлы баһа
“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенән Альберт Һатыбалов – хужалыҡта ғына түгел, ә районда ла танылыу яулаған водителдәрҙең береһе. Предприятиела ике тиҫтә йылдан ашыу эшләү осоронда Альберт Салауат улы ҙур тәжрибә тупланы, үҙ һөнәренең алдынғыһы булып танылды.

А.Һатыбалов һәр ауыл хужалығы кампанияһына үҙенең тос өлөшөн индереп, гелән юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Яҙғы баҫыу эштәре булһынмы, мал аҙығы әҙерләүме, урып-йыйыу эштәреме, ҡышҡы осорҙа малсылыҡ тармағында эшләүме – Альберт Салауат улы һәр саҡ был яуаплы эштәрҙең уртаһында ҡайнай һәм производствоны үҫтереүгә күп көс һала. Быйыл ул, мәҫәлән, 2500 тонна сенаж, байтаҡ ашлыҡ ташып, ҙур уңышҡа иреште.

Матбуғат – 2012

Ҡотлау – Йылымға осто, мейес Баймаҡта ҡалды
“Һаҡмар” гәзитенә 2012 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында сираттағы отош уйыны үткәрелде. Был юлы беҙгә еңеүселәрҙе билдәләргә Ҡуянтау мәктәбенең математика уҡытыусыһы Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы Солтанғазина ярҙам итте. Ул бәхетле отоусыларҙың квитанцияларын тартып сығарҙы.
Шулай итеп, 2012 йылда “Һаҡмар” гәзитендә бер мәртәбә бушлай ҡотлау биреү бәхетенә Сәйғәфәр ауылынан Рәшит Сафин һәм Йылым ауылынан Шәфҡәт Ишбаев эйә булды.
“Filips” электр яҡтыртҡысы иһә Ишбирҙе тарафтарына осто. Уның яҡтыһы Мостафа Халиҡовты шатландырасаҡ. “Бәхетле” димләү агентлығының сертификаты Күсей ауылы, Бикбирҙин урамының 5-се йортонда йәшәүсе Н.Хәсәнованың өлөшөнә төштө. “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы әҙерләгән микротулҡынлы мейес Баймаҡ ҡалаһының Ф.Ишморатов урамындағы 8-се йортта йәшәгән Ф.А. Байғотлинаға эләкте.
Еңеүселәребеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, уларға киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!
“Һаҡмар” гәзитенә яҙылыусылар араһында сираттағы һәм һуңғы уйын 27 декабрҙә үтәсәк. Шуға күрә гәзитебеҙгә яҙылып өлгөрмәгәндәр, ашығығыҙ, бәлки, беҙҙең елле бүләктәребеҙ нәҡ һеҙгә эләгер. Ә улар араһында Баймаҡтағы йөҙөү бассейнына абонементтар, түшәк кәрәк-яраҡтары, термос һ.б. приздар булсаҡ. Бүләктәр тураһында гәзиттең киләһе һанында ентекләберәк яҙырбыҙ.

“Һаҡмар” гәзите редакцияһы.

Беҙҙең әңгәмә

Күп балалы ғаиләләргә – ер бүлеме
2011 йылдың 28 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 437(з)-се законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бушлай бер тапҡыр ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы граждандар категорияһына өҫтәмә индерелде. Шулай итеп, закондағы үҙгәрештәр балиғ булмаған өс йәки унан күберәк балаһы булған граждандарға, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡ бирә. Ошо уҡ закон менән ер бүлемдәре биреү тәртибе лә билдәләнә.

Социаль өлкә

Уҡыуы бер ҡасан да һуң түгел...
Ололар компьютер серҙәренә өйрәнде
Районыбыҙҙа оло быуын кешеләренә ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Мәҫәлән, быйыл майҙа республикабыҙ Президенты “Халыҡ университеты” Программаһын раҫланы. Ошо программа сиктәрендә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы, ауыл биләмәһе тырышлығы менән Аҡморонда пенсионерҙар өсөн уҡыуҙар ойошторолдо. Беҙ, хаҡлы ялдағы 20 кеше, компьютерҙа эшләргә өйрәндек. Дәрестәрҙе информатика уҡытыусыһы Илнур Динислам улы Иҫәндәүләтов алып барҙы.

Әлбиттә, тәүҙә беҙҙең икеләнеүҙәребеҙ күп булды. Ни тиһәң дә, өлкән кешеләрбеҙ, өйрәткән дәрестәрҙе иҫтә ҡалдыра алырбыҙмы тип борсолдоҡ. Әммә Илнур Динислам улы беҙҙе өйрәтеүгә бар көсөн һалды, һәр беребеҙ менән айырым эшләне. Ул беҙҙе текстар йыйырға, Интернет селтәрендә эшләргә, таблицалар төҙөргә һ.б. өйрәтте.

Аҡса тирәләй

Компенсациялар түләнә
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, дефолт арҡаһында, күптәрҙең йыйған аҡсаларынан “ҡолаҡ ҡағыуын” бөгөн дә һәр кем яҡшы хәтерләй. Уларҙың кире ҡайтарып бирелеүенә бер кем дә ышанманы. Ләкин борсолоуҙар бушҡа. 1995 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 1992 йылдың 1 ғинуарына тиклемге дәүләт страховка ойошмаларына һалынған иғәнәләрҙе үҙенең эске бурысы итеп ҡабул итте һәм 2001 йылдан уларҙы «Росгосстрах» компанияһы аша ҡайтарып бирә башланы. Түләү тәртибенә бәйле һорауҙарға “Росгосстрах” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең компенсацион түләүҙәр иҫәбе үҙәге етәксеһе Татьяна Бабурина яуап бирә.

Хәтер

Һүнмәҫ рухы ҡалды
Күп осраҡта беҙ яҡты донъянан иртәрәк киткәндәр тураһында һуңынан һөйләргә йәки яҙырға ғәҙәтләнгәнбеҙ, уларҙың ҡәҙерен аҙаҡтан ғына баһалайбыҙ, ҙурлайбыҙ. Был тәбиғи ҙә һымаҡ.
Ләкин башҡаларҙан айырмалы рәүештә, был арҙаҡлы ил ағаһының хеҙмәт юлындағы уңыштары районда ла, өлкә матбуғатында ла киң яҡтыртылды. Күләмле фотоһүрәтләмәләр, репортаждар, очерктар баҫылды. Ҡыҫҡаһы, ул һәм фиҙаҡәр хеҙмәте тейешенсә баһаланды, хупланды.

Рафаэль Әкрәм улы Сәйетов, атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡалғас та, үҙенең тырышлығы менән Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Уҡытыусы, колхоз рәйесе, леспромхоз директоры, хакимиәт башлығы – уның хеҙмәт биографияһы ҡыҫҡаса бына ошолай.
Уның шәхси сифаттарын барлағанда, беренсе нәүбәттә киң күңеллелеге, һәр кем менән уртаҡ фекергә килә алыуы, алсаҡ, үтә иғтибарлы, кешеләргә ярҙамсыл, эскерһеҙ фекерҙәш булыуы күҙ алдына килеп баҫа. Һәр һүҙе тос, фәһем алырлыҡ булды. Кешенең етешһеҙлеген күҙенә тура ҡарап әйтер, әммә уның күңелен һис тә ҡырмаҫ, аҡыллы кәңәштәре менән йәшәргә, эшләргә өйрәтер ине.

Күргәҙмәләр

Фотоларҙа – заман һулышы

Г.Исхаҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды
Совет заманы, партия сафы, хеҙмәт кешеһен бейеккә күтәреү... Оло быуын өсөн был үтә лә яҡын, йәшлек хәтирәһен уятырлыҡ тема, шулай бит? Ошо дәүерҙе күҙ алдына баҫтырырға теләһәгеҙ, халыҡ ижады үҙәгенә – СССР Журналистар, БАССР Яҙыусылар Союздары ағзаһы Гәрәй Исхаҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған фотокүргәҙмәгә сәйәхәт ҡылырға саҡырабыҙ. Был изге эште уның кейәүе, “Умырзая” салоны хужаһы, билдәле фотограф Рауил Иҫәнов ойошторған. Ошо уңайҙан Рауил ағай менән әңгәмә ҡороп алдыҡ.

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы

Бер татыу ғаилә булып
Республикабыҙҙа нисәмә милләт вәкиле бер татыу ғаилә булып берҙәм, дуҫ йәшәй. Башҡортостанда һәр кем үҙ телендә иркен аралаша, белем ала, изге йолаларын тергеҙә, быуындар күсәгилешлелеген һаҡлай, балаларын атай-олатайҙары рухында тәрбиәләй. Ошо үҙе үк милләт-ара татыулыҡтың сағыу өлгөһө булып тора.
Таулыҡай мәктәбендә лә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған саралар үтә.