26 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн
Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостан 2012 йылда федераль бюджеттан 7,4 миллион һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Федерацияһы бюджетынан иң яҡшы уҡытыусыларға йәмғеһе 200 миллион һум бүленәсәк. Субсидиялар төбәктәргә тигеҙ бүленмәгән. Мәҫәлән, иң ҙур премия фондын Мәскәү (9 миллион һум), Краснодар крайы (8,6 миллион) һәм Мәскәү өлкәһе (8,2 миллион) аласаҡ. Дағстанға – 7,2 миллион, Татарстанға 5,6 миллион йүнәлтеләсәк.
Йылылыҡҡа тарифтар үҙгәрә
Киләһе йылдың тәүге көндәренән йылылыҡ энергияһына тарифтар үҙгәрә. Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитетының ҡарарына ярашлы, “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт түбәндәге тарифтар календарын билдәләне: 2012 йылдың 1 ғинуарынан йылылыҡ энергияһы өсөн бер Гкал - 834,64 һум; 2012 йылдың 1 июленән – 884,72 һум, 2012 йылдың 1 сентябренән 924,53 һум.
Саңғыларҙа ҡоштай елеп
Кесе йомала муниципаль район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса секторы һәм спорт мәктәбе Таналыҡ боҙонда саңғы ярышы уҙғарҙы. Унда ҡала һәм район мәктәптәренән килгән 21 команда ҡатнашты. Беренсе урынды Темәс, икенсене – Ҡолсора, өсөнсөнө иһә Ярат ауылы мәктәптәренең спортсылары яуланы. Был сара менән ҡышҡы спорт миҙгеле асылды.
Кескәйҙәргә иғтибар
“Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре балалар баҡсаһына йөрөмәгән балалар өсөн Яңы йыл байрамдары ойоштора. Уларҙың маҡсаты – балалар учреждениеһында тәрбиәләнмәгән кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән таныштырыу, тәмлекәстәр тапшырыу.
Язаһын аласаҡ
Кисә Баймаҡ ҡалаһында кеҫә телефонын урлаған үҫмер тотолған. Тәү ҡарашҡа шаярыу кеүек ҡабул ителгән енәйәт өсөн ул РФ Енәйәттәр Кодексының 161-се статьяһы (дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм итеү көтөлә) буйынса хөкөм ителәсәк.
Аҙналыҡ үткән
Күсей мәктәбендә физика, химия һ.б. фәндәр буйынса аҙналыҡ үткән. Уның барышында балалар үҙҙәренең белем кимәлен тикшергән. Шулай уҡ унда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған саралар ҙа даими үткәрелә.
Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Ашығығыҙ! көндәр һанаулы ҡалды!
Хөрмәтле дуҫтар! 2012 йылдың тәүге ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыу тамамланыуға бер нисә генә көн ҡалды. Ә 27 декабрҙә редакция иғлан иткән уйындың һуңғыһы үткәрелә. Унда «Белошвейка» теген салоны (шәхси эшҡыуар А.С. Аҡҡужина) биргән карауат ябыуы, Ярат ауыл хакимиәтенән термос, шулай уҡ бассейнға абонементтар, бушлай ҡотлауҙар һ.б. уйнатыласаҡ.«Һаҡмар»ға яҙылып, квитанцияғыҙҙы тиҙ арала редакцияға ебәрегеҙ (үҙегеҙ алып килһәгеҙ ҙә була). Ярты йыл буйы «Һаҡмар»ҙы уҡып бер кинәнһәгеҙ, шул уҡ ваҡытта берәй приз отоуығыҙ ҙа мөмкин. Кем белә: бәлки, һуңғы уйында бәхет тап һеҙгә йылмайыр?!
«Һаҡмар» гәзите редакцияһы.


Хөрмәтле ҡала халҡы!
Йылылыҡ селтәренән рөхсәтһеҙ һыу алыу осраҡтары тураһында хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Сөнки был фатирҙарҙы тейешле кимәлдә йылытыуға ҡамасаулай. «Ҡыҙыу телефон» бәйләнеше: 3-19-58.

24 декабрь – БР конституцияһы көнө

Хөрмәтле район халҡы!
Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлайым!
1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһы үҙаллы дәүләт сифатында федератив демократик Рәсәй составында республикабыҙҙы артабан үҫтереү, уның дәүләт һәм йәмәғәт институттарын нығытыу өсөн ышаныслы нигеҙе булған Конституцияһын булдырҙы. Бөгөн республиканың заман талаптарына яуап биргән, донъя стандарттарына, шулай уҡ федераль ҡануниәт нормаларына ярашлы Төп Законы бар. Башҡортостанда сәйәси тотороҡлолоҡ һәм милләт-ара татыулыҡ, халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарындағы ыңғай үҙгәрештәр – республиканың Төп Законы положениеларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе һәм шул уҡ ваҡытта уның граждандарының конституцион хоҡуҡтарын тәьмин итеү өсөн нигеҙ булып тора.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы артабан да Башҡортостандың күп милләтле халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итер, республика иҡтисадының, социаль һәм рухи-мәҙәни өлкәһенең динамик үҫешен тәьмин итер, илдә федератив мөнәсәбәттәр үҫешенә, Рәсәйҙең  нығыныуына һәм сәскә атыуына булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, оптимизм һәм бәхет, район һәм Башҡортостан мәнфәғәтендә яңы үрҙәр теләйем.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышында
Кисә муниципаль район Советының сираттағы ултырышы булды. Унда көн тәртибенә биш мәсьәлә сығарылып, уларҙың барыһы буйынса ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
2012 йылға муниципаль район бюджеты тураһында территориаль финанс идаралығы начальнигы Рәмил Сирғәлин сығыш яһаны. Ул киләһе йылда көтөлгән сығымдар, килемдәр тураһында ентекле итеп һөйләне. Райондың төп документтарының береһе булған бюджет проекты нигеҙендә башҡарыласаҡ эштең төп бурыстары һәм йүнәлештәре билдәләнгән. Дөйөм суммаһы 700 миллион һумдан ашыу булған бюджеттың 86 проценты социаль йүнәлештә, тине ул.

Закон һәм беҙ

Шыршы урлаһаң – штраф
Республикала яңы йыл шыршыларын әҙерләү дауам итә. Башҡортостан Республикаһы Урман министрлығы ведомство ҡарамағындағы ойошмалар тарафынан 206 мең шыршы ҡырҡылған. Беҙҙең районда улар 6000 дана тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡыу осраҡтарын аныҡлау саралары ла күрелә. Баймаҡ урмансылығы буйынса урман һәм янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман фондында ғына түгел, юлдарҙа ла патруллек ойоштора.
Ғәмәлдәге законға ярашлы, рөхсәтһеҙ ҡырҡылған шыршы, аҡ шыршы (пихта), ҡарағай өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Граждандар өсөн штраф – 3-3,5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-30 мең, юридик берәмектәргә 50-100 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш тәбиғәткә килтергән зыянды ла ҡапларға тура киләсәк. Әгәр рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙа ниндәйҙер техника йәки ҡорамал ҡулланылған булһа, штраф күләме лә артасаҡ. Йәғни, “эш ҡоралдары” тартып алынасаҡ. Килтерелгән зыян күләме 5 мең һумдан ашһа – енәйәти эш ҡуҙғатыла.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

«Урал аръяғы» МТС-ы райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҙур роль уйнай. Быйылғы баҫыу кампаниялары осоронда ла был предприятие хужалыҡтарға ҙур ярҙам күрһәтте.

Станцияның Баймаҡ филиалы үҙенең алдынғы игенселәре менән билдәле. О.Й. Рәхимов тап шундай уңғандарҙың береһе. Предприятиела оҙаҡ йылдар комбайнсы булып эшләгән Оморҙаҡ Йәноҙаҡ улы быйыл да һынатманы – 879 гектарҙа иген культуралары сабып, 13500 центнер ашлыҡ һуғып алып, яҡшы күрһәткескә өлгәште һәм һөнәре буйынса иң яҡшыһы булып танылды.

Дәүләт ярҙамы

Ҡортсолоҡто үҫтереү өсөн
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән “2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү һәм бал етештереүҙе арттырыу” маҡсатлы программаһы раҫланғайны. Уға ярашлы, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси предприятиеларға, КФХ-ларға, ЯСЙ-ларға, АХК-ларға (шәхси ярҙамсы хужалыҡтар был категорияға инмәй) бюджеттан субсидиялар бүленә.
2011 йылда дәүләт ярҙамы умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе 23 ауыл хужалығы тауар етештереүсеһенә күрһәтелгән, йәғни бал ҡорто тотоуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө компенсацияланған (бал йыйыу урынына күстәрҙе ташыуға, материалдар, һауыт, бал ҡыуғыс, балауыҙ, рамдар, шәкәр, ветеринар препараттар, махсус кейем һ.б. һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға).
Субсидия юллау өсөн түбәндәге документтарҙың булыуы мотлаҡ:
  • ”Ауыл хужалығын үҫтереү тураһында”ғы федераль Законға (№ 264-ФЗ, 26 декабрь, 2006 йыл) ярашлы, ауыл хужалығы тауар етештереүсеһе статусын раҫлаған документтарҙың күсермәһе;
  • ауыл хужалығы тауар етештереүсеһе тарафынан бал ҡорто тотоуҙы раҫлаған документтар күсермәһе (2010 йыл өсөн 3-фермер отчетының формаһы);
  • хужалыҡ етәксеһе тарафынан раҫланған умарталыҡты көҙгө тикшереү акты;
  • бал ҡорто ғаиләләренең барлығы тураһында мәғлүмәт.

Социаль өлкә

Ауылдар төҙөкләнә
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов төп иғтибарҙы ябай халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәлтә. Ҡала һәм ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн бығаса булмаған финанс ярҙам күрһәтелеүе шуға асыҡ дәлил. Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә был тәңгәлдә арыу уҡ эштәр башҡарылды һәм улар бөгөн дә дауам итә. Түбәндә Мерәҫ һәм Ишмөхәмәт ауыл биләмәләрендәге төҙөкләндереү эштәре хаҡында бәйән ителә.

Сәләмәт тормош

Таналыҡта каток асылды
Әүҙем ял итергә яратыусылар өсөн ул шәп урын буласаҡ
Сатнама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, сәләмәт ял итергә яратыусылар үткән шишәмбе кисендә Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына ашыҡты. Был көндө Таналыҡ йылғаһы өҫтөндә Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы тарафынан ҡоролған каток һәм һырғалаҡ эшләй башланы.

Паркка инеп, фонтан янынан үтеп, Таналыҡ боҙона  сығабыҙ. Кис булыуға ҡарамаҫтан, бында ҡаршы ярға тиклем яҡты – предприятие тарафынан фонарҙар ҡуйылған. Был хәүеф, бәлә-ҡаза булмаһын өсөн бик яҡшы.

Һорау – яуап

Таксистарға талаптар ҡәтғиләшә
Гәзитебеҙҙең “Депутатҡа әйтер һүҙем” рубрикаһында  таксистарға бәйле һорауҙар ҙа яңғырағайны. Уларҙың күрһәткән хеҙмәтенә, хаҡтарҙың ҙур булыуына зарланыусылар таксистарҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоп булмаймы, тип мөрәжәғәт иткәйне. Был һорауға муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы транспорт бәйләнеше комиссияһы секретары З.Б. Бүләкова яуап бирә: 
“Ысынлап та, таксистарҙың хеҙмәтен контролгә алыу актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала килде. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 433-сө ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында еңел таксиҙа пассажирҙар һәм багаж ташыуҙы ойоштороу буйынса саралар планы раҫланды. Йәғни, 2012 йылдың 1 ғинуарынан пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән еңел таксиҙар түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейеш:
  • алты ай һайын техник күҙәтеү үтергә;
  • таксиҙың кузовында (уның яҡтарында) такси билдәһен аңлатҡан шахмат тәртибендәге төҫлө схема урынлаштырырға;
  • еңел таксиҙың башында ҡыҙғылт һары төҫтәге фонарь ҡуйырға;
  • уларҙа мотлаҡ таксометр урынлаштырырға;
  • такси водителенең хеҙмәт һәм граждандар ҡануниәттәренә ярашлы документтар менән раҫланған водитель стажы – өс йәки дөйөм водитель стажы 5 йылдан да кәм булмаҫҡа;
  • таксиҙарға даими техник ремонт эшләү һәм линияға сығыр алдынан техник күҙәтеү үткәрергә;
  • водителдәргә рейсҡа сығыр алдынан мотлаҡ медицина күҙәтеүе үтергә кәрәк буласаҡ.
Һанап үтелгән талаптар бөтә таксиҙарға ла ҡағыла. Әгәр талаптар үтәлмәһә, уларҙың хужалары административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Таксистар үҙ хеҙмәтен яңы йылға тиклем рәсмиләштерергә бурыслы. Ниндәйҙер аңлашылмаған һорауҙар булһа, беҙгә мөрәжәғәт итә алалар.

Гәзит уҡыусы...

...хәбәр итә
Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә “Ҡәләмемде тирбәтәм” әҙәби-ижад конкурсы үтте. Уҡыусыларҙың әҙәбиәткә булған һөйөүе, ижади ҡыҙыҡһыныуы, үҙҙәрен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарауҙары ҡыуандырҙы. Улар төрлө темаларға мөрәжәғәт итә, заман проблемаларын, ер, тел, милләт мәсьәләләрен күтәрә. Шулай итеп, бөтәһе 80-дән ашыу эш ҡаралды. Беренсе категорияла  беренсе һәм икенсе урындарҙы Икенсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары А.Исхаҡова менән А.Ғүмәрова, ә өсөнсө урынды 1-се мәктәп уҡыусыһы И.Сирбаев яуланы. Икенсе категория еңеүселәре – Ы.Ишбулатова (1-се мәктәп), Г.Рәсүлева (Байыш мәктәбе), Ф.Әүәлбаева (Ниғәмәт мәктәбе) булһа, өсөнсө категорияла беренсе урын бирелмәне, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы В.Сәйетов (Әбделкәрим мәктәбе), Г.Дәүләтшина (Икенсе Этҡол мәктәбе) яуланы. Афарин!
Г. Рәсүлева.

...рәхмәт әйтә

Белеүебеҙсә, ошоға тиклем 1-се мәктәпте “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы йылылыҡ менән тәьмин итте. Завод менән мәктәп араһы йыраҡ ҡына булыу сәбәпле, йылылыҡ тулыһынса килеп етә алмай ине. Быйыл завод үҙенең цехтарында үҙаллы йылытыу ҡоролмалары урынлаштырыу сәбәпле, мәктәпкә йылылыҡ биреүҙе туҡтатты. Шуға күрә тиҙ арала ҡаҙанлыҡ төҙөү бурысы килеп тыуҙы. Баймаҡ муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән “Универсал” ЯСЙ-һы тарафынан ҡаҙанлыҡ ҡоролоп, сафҡа индерелде. Мәктәптең үҙенең генә ҡаҙанлығы булыуы – айырыуса ҡыуаныслы хәл. Балалар хәҙер йылы кластарҙа белем ала.
Уҡыусыларҙың ҡыуанысын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ һәм район хакимиәтенә, ҡаҙанлыҡты ҡороп, сафҡа индереүсе “Универсал” ЯСЙ-һына барлыҡ ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
1-се мәктәптең ата-әсәләре исеменән – Э.Мырҙабаева.

...һорай
Бюджет өлкәһендә эшләгән ауыл халҡы гел генә бушай алмау сәбәпле, поликлиникаға бушлай анализдар тапшырыуға килеп өлгөрмәй, ә түләү күптәрҙең хәленән килмәй. Анализдарҙы берәй нисек участка дауаханаларында тапшырыуҙы ойоштороп булмаймы?
Ишдәүләт Сафиуллин.
Үрге Яйыҡбай ауылы.

...тәҡдим итә
Баймаҡ ҡалаһы буйлап йөрөгән 4-се, 6-сы автобустарҙың маршруты халыҡ өсөн уңайлы. Тик бына 5-сене бер аҙ үҙгәртергә ине. Автобус вокзалдан ҡуҙғалғас, Аҡназаров урамынан үтеп, артабан Юбилей урамына төшөп, үҙенең элекке маршруты буйынса китһә, пассажирҙар тағы ла күберәк булыр ине. Сөнки ауылдан килгән халыҡтың күпселектә Юбилей урамы осонда урынлашҡан Пенсия фонды, Баймаҡ урмансылығы, полиция, дарыухана, 105-се һөнәрселек училищеһына йомошо төшә.
М. Мөхәмәтйәнов.
Ярат ауылы.

Хоҡуҡ һаҡлау

Енәйәт хәмер йоғонтоһонда ҡылына
Кешеләрҙең уйламай эш итеүе, иҫерткес эсемлектәр йоғонтоһонда үҙ-үҙен тота алмауы күңелһеҙ ваҡиғаларға, фажиғәләргә килтерә.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 54 йәштәге ир ҙә, эсеп иҫереп алғандан һуң, енәйәт ҡыла. Ул “батырайып”, алдан үсләшеп йөрөгән танышына барып бәйләнә башлай, унан үлтереү ниәте менән уны таш менән туҡмай. Һөҙөмтәлә, кеше фажиғә урынында уҡ йән бирә.
Ҡанһыҙлыҡ һәм вәхшилек менән ҡылынған енәйәт өсөн ғәйепләнеүсене, РФ Енәйәттәр Кодексы 105-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, алты йылдан ун биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү көтә.
Покровка ауылынан 37 йәшлек кеше РФ Енәйәттәр Кодексы 228-се статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы хөкөм ителәсәк. Ул айырыуса ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә һаҡлауҙа ғәйепләнә.
Тикшереү барышында был кешенең 9 900 грамм наркотик тәьҫирле киндерҙе йыйып алыуы һәм һаҡлауы асыҡланды. Уны өс йылдан ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеү һәм 500 мең һум күләмендәге штраф көтә. Шулай уҡ был кешенең  РФ Енәйәттәр Кодексы 157-се статьяһының 1-се өлөшө (алимент түләмәү) буйынса хөкөм ителеүе асыҡланды.