27 дек. 2011 г.

Яңылыҡтар

Президенттан күстәнәс
Матур традицияға таянып, Башҡортостан Республикаһы Президенты быйыл да күп балалы ғаиләләргә Яңы йыл күстәнәстәре тапшырырға ҡарар итте. Уҙған шәмбелә Баймаҡ ҡалаһы хакимиәтендә биләмә башлығы И.Ә. Бураншиндың ҡулынан 98 бала Президент тәмлекәстәре алып ҡыуанды.
 
Рәйестәр кәңәшләште
Баймаҡ ҡалаһындағы урам комитеттары һәм йорт советтары рәйестәренең торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары етәкселәре менән берлектә осрашыуы үтте. Кәңәшмәлә көнүҙәк проблемалар ҡаралды, уларҙы хәл итеү юлдары өйрәнелде. Етәкселәр күтәрелгән һорауҙарға яуап бирҙе.
 
Яңы техника килде
Ошо көндәрҙә “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ының базаһы тағы ла ике берәмек техника менән тулыланды. Улар ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүселәрҙең еңел булмаған эшен  еңелләштерер, тип өмөтләнәбеҙ.
 
Ҡыш бабайҙар конкурсы
Бөгөн районда “Тройка”лар, Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар ярышы башлана. Иң етеҙ арғымаҡ, иң сая Ҡыш бабай һәм иң һылыу Ҡарһылыу кем булыр?
 
Яңы эш урындары булдырылды
Үҙ эшен асырға теләүселәргә тәғәйенләнгән республика программаһы һәр кем өсөн дә ҡулай. Бөгөн 39 эшһеҙ үҙ кәсебен асып, 22 кешегә өҫтәмә эш урыны булдырған. Уларҙың 26-һы шәхси эшҡыуарлыҡ, 13-ө крәҫтиән-фермер хужалығы буйынса йүнәлеш алған. Улар башлыса ҡортсолоҡ, ремонт-төҙөлөш эштәре, малсылыҡ, баҡсасылыҡ, икмәк бешереү, төҙөлөш материалдары етештереү, автосервис, бөҙрәхана асыу буйынса шөғөлләнә.
Йылды уңышлы тамамлап
Халыҡ ижады үҙәгенең методика кабинеты белгестәре “Оҫталыҡ сиктәре” республика конкурсының өс этабын да уңышлы үтеп, ике номинацияла еңеү яуланы һәм Диплом менән бүләкләнде. Методика кабинеты мөдире С.С. Ирназарова “Йыл методисы-эҙләнеүсеһе” дипломы менән наградланды.
Лилиә ТАКАЕВА.

Ҡотлайбыҙ!
Үҙ эшендәге юғары күрһәткестәре, пландарҙы һәм йөкләмәләрҙе сифатлы башҡарғаны, финанс системаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте һәм ижади инициативалы эшмәкәрлеге өсөн Баймаҡ районы территориаль финанс идаралығының баш экономисы Әхмәтова Гөлдәр Әсхәт ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы финанс министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Һөйөнөслө яңылыҡ
Игеҙәктәргә – пособие
Быйыл 23 декабрҙә Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов “Бер үк ваҡытта ике (игеҙәк) һәм унан күберәк балалары тыуған ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә саралары тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2012 йылдың 1 ғинуарынан алып бер үк ваҡытта ике (игеҙәк) һәм унан күберәк балалары тыуған ғаиләләргә һәр балаға өс йәше тулғансы ай һайын 500 һум күләмендә пособие түләнәсәк. Был пособие Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән һәм йән башына килемдәре йәшәү минимумының икеләтә суммаһынан артмаған граждандарға бирелә.
Шулай уҡ  киләһе йылдың 1 ғинуарынан бер үк ваҡытта өс (игеҙәк) һәм унан да күберәк балаһы тыуған ғаиләләргә (әгәр улар алдан уҡ республиканың урындағы үҙидара органдарында торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған булһа) торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләүҙәр алыуға хоҡуҡ биргән торлаҡ сертификаттары тапшырыласаҡ.
Указ 2012 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. Уның үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә йөкмәтелә.
С. Кейекбирҙина әҙерләне.

Рәсми бүлек

Балаларҙы төндә йөрөтөргә ярамай
2010 йылдың 14 июлендәге “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 294(з)-се Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһының, шулай уҡ Баймаҡ районы прокуратураһының тәҡдимдәргә баһаһын иҫәпкә алып, Баймаҡ районы муниципаль район Советы ҡарар итә:

Бәхил бул, ҡәләмдәш…

Күңелдәрҙә мәңге йәшәрһең, Тәфтизан ағай...
Беҙҙең хөрмәтле остазыбыҙ, яҡын кәңәшсебеҙ, республикабыҙҙа киң билдәле ысын журналист Тәфтизан Сабирйән улы Ушановтың көтмәгәндә вафат булып ҡалыуы йөрәктәребеҙҙә мәңге уңалмаҫ ауыр яра ҡалдырҙы.

2000 йылда тәүге һаны донъя күргән әсә телендәге үҙаллы гәзитебеҙҙең Тәфтизан Ушановтың хәстәрлеге, тырышлығы менән асылыуы бер кемгә лә сер түгел. Уның халҡы, туған теле өсөн янып йәшәүенең татлы емеше ул “Һаҡмар” гәзите. Тәфтизан ағай төрлө тарафтарҙан йыйылған йәш журналистарҙың остазы ла булды, иң яҡын кешеһенә әүерелде. Уның беҙҙе телебеҙ серҙәренә, мәҡәлә, очерк, репортаж яҙырға өйрәтеүе һәр беребеҙ өсөн алтынға тиң һабаҡ булды. Тәфтизан ағайҙың тәржемәләрҙе бер тында әҙерләүен һоҡланып күҙәтер инек. Ә ул беҙҙең ауыҙ асып шаҡ ҡатыуыбыҙға ҡарап көлөп-йылмая ла: “Тәржемәлә иң мөһиме – уны туған телебеҙҙә халыҡҡа аңлайышлы итеп еткереү”, – тип әйтер ине.
Тәфтизан Сабирйән улы беҙҙе эшкә генә өйрәтеп ҡалманы. Ҡайһы саҡта тормош килтереп һуҡҡан көтмәгән ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итеүе, атайыбыҙҙай ҡурсалауы ла йәнебеҙгә дауа булды. Беҙҙе – тәжрибәһеҙ йәш журналистарҙы – яҡлашып сығыш яһарға ла ҡурҡманы. Бының өсөн беҙ уға бигерәк тә рәхмәтлебеҙ. Тәфтизан Сабирйән улының кемгәлер тауыш күтәреүен, асыуланыуын бер ҡасан да күрмәнек. Беҙҙе лә ул редакцияға килгән кешеләр менән матур итеп аралашырға өйрәтте. Ғаилә ҡәҙерен белеү, яҡындарыбыҙҙы һаҡлау-яҡлау буйынса ла Тәфтизан Сабирйән улы беҙгә оло үрнәк булды. Уның тормош юлдашы, хөрмәтле Гөлшат апай ҡаты ауырып киткәс, ысын ир, ныҡлы терәк була белеүе менән дә күп кешеләргә өлгө ине. Пар аҡҡошон юғалтырға теләмәгән тоғро юлдаш булараҡ, Тәфтизан ағай бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты һәм ғүмерлек мөхәббәтенә йән өрә алды.    
Мәңгелек донъяға китер алдынан Тәфтизан Сабирйән улы редакцияға килде. Ғәҙәттәгесә, һәр журналистың хәлен белеште, балаларын һорашты, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп көлдөрөп алды. Унан “Сибайҙа ла булдыҡ беҙ...” тип аталған күләмле мәҡәләһен ҡалдырҙы. Район гәзите барлыҡҡа килеүгә 80 йыл тулыуға арналған ине ул. Күрәһең, хөрмәтле журналисыбыҙ беҙҙе йыуатыу өсөн үҙенең һуңғы ҡулъяҙмаһын бүләк иткәндер.
Һәр саҡ йылмайып, көлөп, яҡшы кәйефен бар халыҡҡа бүләк итеүсе Тәфтизан ағайҙың ашҡынып типкән йөрәге бәйгеләрҙә ярһып сапҡан аттай, кинәт туҡтаны. Шулай ҙа уның осло ҡәләме, фәһемле һәм көслө рухта яҙылған мәҡәләләре халҡыбыҙҙың күңелендә мәңге һаҡланыр.

Cпорт

Баймаҡтар бирешмәй!
Үткән кесе йомала Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында 1994 йылғы һәм унан йәшерәк үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса район-ара турнир уҙғарылды. Был ярыш Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналды. Унда барлығы 12 команда ҡатнашты.
Турнирҙа Баймаҡ данын 13 уҡыусы яҡланы. Ныҡышмалы көс һынашыуҙан һуң беҙҙең команда яҡшы һөҙөмтәгә – икенсе урын яулауға иреште. Унан тыш шәхси беренселектә лә тәүге урындарҙы баймаҡтар алды: Фәнзил Түләков (Баймаҡ), Илнур Нурғәлин (Билал), Баязит Исхаҡов (Таулыҡай), Марат Латыпов (Юлыҡ) үҙ төркөмдәрендә икенсе булды. III урынды иһә Алмас Ишмөхәмәтов (Билал) менән Байрас Исхаҡов (Таулыҡай) яуланы.
А. Ишназаров.

«Һаҡмар»ға килә хаттар

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Быйыл да һеҙҙең әүҙем булыуығыҙ, фәһемле, матур йөкмәткеле хаттарығыҙ гәзитебеҙҙең сағыу биҙәгенә әүерелде. Быйыл редакцияға 1021 хат килде. Шуларҙың 37-һе төрлө ойошма-учреждениеларға тикшерергә ебәрелде. Уларға ваҡытында яуап алынып, гәзит биттәрендә баҫылды йәки адресаттың үҙенә генә тапшырылды. Ун бер хат аноним булыу сәбәпле, архивҡа һалынды.
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың әүҙем яҙышыуы бер яҡтан беҙҙе сикһеҙ ҡыуандырһа, икенсе яҡтан мәҡәләләрҙең баҫылыу ваҡытын тотҡарлай. Шуға күрә хаттарығыҙҙың донъя күреүен көткәндә сабырыраҡ булһағыҙ ине.
“Һаҡмар” гәзитенең яҡын дуҫтары –  Баймаҡтан Гөлкәй Яҡупова, Рәшит Үтәев, Әмир Сәйғәфәров, Рәйсә Хәсәнова, Вәсилә Иҙрисова, Венера Килдебаева, Зөлфиә Сапарова, Икенсе Этҡолдан Сәлимә Хәсәнова, Ҡолсоранан Салауат Мөхәмәтшин, Әбделкәримдән Йәмних Ҡашҡаров, Билалдан Райхана Булатова, Мерәҫтән Дилбәр Яхина, Муллаҡайҙан Әхмәдулла Хәсәнов, Ҡыуаттан Шәрифйән Әбделғафаров, Темәстән Сәлимйән Вәлиев, Зарина Игебаева, Ишбирҙенән Гөлсирә Вәлиева, Әминдән Райхана Халиҡова һ.б. оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең әүҙемерәк булыуын, ауыл-ҡалалағы хәбәрҙәр, яңылыҡтар менән ваҡытында уртаҡлашыуын үтенгебеҙ килә.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, ысын күңелдән һаулыҡ-бәхет теләп, киләсәктә лә беҙҙең менән бергә ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ. “Һаҡмар”ҙың тик һеҙҙең өсөн генә донъя күреүен онотмағыҙ, дуҫтар!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА,
хаттар һәм социаль тормош
бүлеге мөдире.

Үҙ ҡулдарым менән мөғжизә тыуҙырам

Районыбыҙҙа тирә-яҡҡа нур сәсеп торған, үҙенсәлекле, зауыҡлы биҙәлеше менән һоҡланыу уятҡан йорт-ҡура төҙөгән ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырған ошондай ғаиләләр  һәр ауылдың биҙәге.
 Баймаҡ район китапханаһы район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы уңайынан “Мөғжизәле йорт – үҙ ҡулдарым менән” исемле конкурс иғлан иткәйне. Ул үҙҙәре төҙөгән йорт-ҡураһы менән тормошобоҙға йәм өҫтәүсе ғаиләләрҙе барлау, уларҙың өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Бәйгелә 43 ғаилә ҡатнашты. Улар араһында сәләмәт тормош алып барыусы, матур йәшәүгә ынтылыусы оҫта ҡуллы йәш ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Заман ауырлыҡтарына зарланмай, төрлө юлын табып йорт һалып инеп, уны үҙ ҡулдары менән эшләнгән йорт-йыһаздары менән зауыҡлы итеп биҙәп, иркен йорттарында балалар үҫтерә, татыу ғүмер итә улар. Районыбыҙ ғорурлығы булған ошондай ғаиләләрҙең береһе – Күгиҙел ауылынан Ләлә һәм Ғаяз Аҫылбаевтар бәйгелә беренсе урын яуланы. Өс балаға ғүмер биргән был парҙың көндәлек тырыш хеҙмәте, оҫта ҡулдары, фантазияға бай, матурлыҡҡа ғашиҡ күңелдәренең емешенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Мерәҫ ауылынан Ләйсән менән Факил Шәриповтар, Ниғәмәт ауылынан Айгөл менән Иршат Бикмәтовтар икенсе урынды яуланы. Ә өсөнсө урынға Йомаштан Иҫәновтар һәм Бөрйәнйылғанан Теләүсиндар лайыҡ булды.
Әбделкәримдән Булатовтар, Аҡморондан Байсуриндар, Юлыҡтан Солтановтар, Темәстән Назарғоловтар, Үрге Иҙристән Сәғәҙиевтарҙың эштәре лә баһалама ағзалары тарафынан яҡшы яҡтан билдәләнде.
Бәйгелә ҡатнашыусы барлыҡ ғаиләләргә оҫта ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырыу, үҙҙәренең генә түгел, тирә-йүндәгеләрҙең дә тормошона ҡот-йәм өҫтәп йәшәүҙәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да эштәрегеҙ уң, тормошоғоҙ күркәм, бәхетегеҙ тулы булһын.
Ә. Сәйғәфәров, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе;
Л. Дәүләтшина, үҙәк район китапханаһы директоры.

Күгебеҙ аяҙ булһын

Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ. Йылдар үтеү менән уның хәтирәләре лә тынғы бирмәй, йыш ҡына күңелгә инеп оялай. Гәзит уҡыусыларҙы бынан 70 йыл элек булған ваҡиғалар менән таныштырмаҡсымын.
…Матур йәй иртәһе. Кемдер ял көнөн файҙалы үткәрергә уйлаған, кемдәрҙер мәктәпте тамамлап, хыялдарға сумып, таң ҡаршылаған мәлдә бөтә уй-өмөттәрҙе селпәрәмә килтереп һуғыш башланды. Ошо сәғәт-минуттарҙа илебеҙ сигендә халҡыбыҙҙың ҡаны ағыла ине...
Беҙ бала инек. Һуғыштың мәғәнәһен дә аңламаныҡ. Ил һаҡлайым, ил яҡлайым тип 13 өйҙән генә торған ауылдан 16 кеше фронтҡа китте. Уларҙың тик бишәүһе генә кире әйләнеп ҡайтты. Эйе, беҙ бәләкәй инек. Әммә яуҙа ятып ҡалған ағайҙарҙы күреп, хәтеребеҙҙә ҡалдырып өлгөрҙөк. Улар әле лә күҙ алдымда. Бынамын тигән ҡурайсы Мәхмүтйән ағай Һөйөндөков (әле уның ҡыҙы йыраусы Ғилмияза беҙҙең арала, ә ҡарындашы Хөсниямалдың улы ҡурайсы Азат Айытҡолов һәр кемгә яҡшы таныш), тракторсы Сабирйән Байсоғоров, һунарсы Аллағыуат Үтәпов, оҫта мандолинасы, бейеүсе Зәбихулла ағай Ҡадыровтар әле лә онотолмай. Онотолмаһындар ҙа, киләсәк быуындың тыныслыҡ һаҡсыһы булып күңелебеҙҙә мәңге йәшәһен.
Уларҙың үҙ ерен, ғаиләһен, балаларын, туғандарын ҡалдырып фронтҡа китеүе, тыуған еренә әйләнеп ҡайта алмауы мәңгелек һағыш, үкенес булып ҡалды. Ул саҡта малай ғына булған Әхтәм ағай Булатов бер яугирҙың фронтҡа йүнәлгән поезд тамбурында йырлап торған йырын күҙ йәше аша  беҙгә йырлап еткерер ине:
Әрмеләргә барып сәс еткерҙем,
Сәскенәйем етте (лә) үрмәгә.
Хаҡ Тәғәлә беҙгә яҙған  микән
Тыуған ерҙе ҡайтып күрмәгә.
Был йырға ниндәй һағыш, ниндәй зар һалынған! Әммә илде һаҡларға, яҡларға, азат итергә кәрәк ине. Был изге бурыс тыуған еребеҙҙең арҙаҡлы улдарының иңенә төштө. Халҡыбыҙҙың йәше лә, ҡарты ла күп ауырлыҡтар кисереп, шул эшкә дәррәү тотондо. Сөнки Мостай ағай яҙғанса:
Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Ул көндәр башҡа бер ҡасан да килмәһен! Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек, ҡәрҙәштәр!

Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы булды

Совет осороноң алдынғы ҡарашлы, йәмәғәт эштәрендә башлап йөрөүсе уҡытыусыбыҙ һәм ауылдашыбыҙ, хеҙмәт ветераны, үҙ ғүмеренең 42 йылын белем биреүгә бағышлаған Яҡуп Мөхәмәҙиә улы Дияров тураһында был мәҡәләм. Ул беҙҙең арабыҙҙа булмаһа ла, ауыл халҡы уны кешеләргә ихтирамлы, һәр саҡ теремек, абруйлы булды, тип иҫкә ала.


Яҡуп Мөхәмәҙиә улы 1931 йылдың 12 июлендә Басай ауылында, күмәк балалы  ғаиләлә тыуа. Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, 1949 йылда уҡытыусы булып эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға башланғыс белем бирә. Бигерәк тә тел һәм математика дәрестәрен күңелле итеп алып бара ине. Математика фәненә  һөйөү уҡытыусыбыҙҙан килгәндер, ни тиһәң дә беҙҙең синыфтан ғына 5-6 математика уҡытыусыһы сыҡты. Үҙенең кәңәштәре менән беҙгә оло тормош юлына баҫҡас та ярҙам итеп торҙо.
«Һәр нәмәне үҙегеҙ эшләп өйрәнегеҙ», – ти торғайны ул. Йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге, тырышлығы, үҙ фекерле булыуы менән айырылып торҙо. Агитатор, пропагандист, парторг ҡына түгел, өлгөлө ғаилә башлығы һәм атай булды ул.

Мәктәпте ойоштороусы иҫтәлегенә

Иҫке Сибай мәктәбендә ауылда беренсе Совет мәктәбен ойоштороусы Күсәбаев Яҡуп Ғүмәр улы исемендәге кубокка волейбол буйынса ярыш үтте. Бәйгене  арҙаҡлы ауылдашыбыҙҙың ейәне Замир Рәфҡәт улы Күсәбаев һәм уның туғандары ойошторҙо.
Яҡуп Ғүмәр  улы 1892 йылда Иҫке Сибай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1912–1914 йылдарҙа Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡый. Тырышып уҡып йөрөгәнендә беренсе донъя һуғышы башланып китә, уның тәүге көндәрендә үк ул хәрби хеҙмәткә алына һәм 1914– 1918 йылдарҙа ошо һуғыш мәхшәрен үҙ иңендә татый. Шуның өс йылын немецтарҙа әсирҙә үткәрә. Әсирҙәр араһынан немец телен өйрәтеү өсөн бер нисә кешене һайлап алалар, улар араһында Яҡуп Ғүмәр улы ла булып, махсус танытма ала. Тотҡонлоҡтан ҡотолғас, ул үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм хәрби хеҙмәттән тик 1921 йылда ғына тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта. 1921–1922 йылдарҙа Темәстә Бөрйән-Түңгәүер кантонында инструктор-ойоштороусы булып эшләй.

Башҡорт рухлы ҡаҙаҡ еҙнәйем

Башҡортостан – Ҡаҙағстан... Мин Ер шарының был ике урынын өҙөлмәҫ туғанлыҡ ептәре менән сырмаған ғаилә тураһында бәйән итмәксемен.
Ҡаҙаҡ еҙнәйем  Минжасаров Ҡабый ата-әсәһе, туғандары менән 1940-1950 йылдарҙа Баймаҡ районында йәшәй. Ул Ғәле ауылында тыуып үҫкән, Урғаҙа йылғаһының һыуын эсеп, Сатратау итәгенең емеш-еләген йыйып, һомғол, зифа буй еткергән Хәнифә исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Хәнифә Ғилман ҡыҙы Ҡарасова – минең ике туған апайым. Күп уйлап тормай, ҡыҙыу ҡанлы ҡаҙаҡ егете апайымды һората. Ҡартатайым  зиһенле, аҡыллы ҡарашлы кеше булараҡ, йәштәргә ризалығын бирә. Заманына күрә, йолаға ярашлы итеп йәштәр матур ғына туй үткәреп, Хәйбулла районының Первомайский ауылында йәшәй башлайҙар. Ҡаҙаҡ ғаиләһе апайымды тиҙ генә үҙ  итә. Ҡабый еҙнәйем алдынғы һарыҡ көтөүсе була. Уны тырыш хеҙмәте өсөн Бөтә Союз Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә Мәскәүгә делегат итеп ебәрәләр. Хатта Хәйбулла районына бүленгән  “Волга” машинаһын да уға бирәләр.

Оло йөрәкле тәрбиәсе

Осһоҙ-ҡырыйһыҙ урман... Ҡараш менән генә булһа ла иңләйем тиһәң – күҙең талыр. Уны ҡалын юрған булып ҡаплаған ҡарҙың, ағастарға ҡунған бәҫтең аҡлығын бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Тәбиғәттең шундай аҡлыҡ, сафлыҡ бөркөп торған мәлендә Халиҡова Миңзәлә Рамаҙан ҡыҙы матур Алғаҙы ауылында донъяға килә.


Мәктәп йылдарын Алғаҙы, Әбделкәрим ауылында үткәндән һуң, хеҙмәт юлын Магнитогорск ҡалаһында башлай. Бер нисә йыл эшләгәс, Сибай ҡалаһына юллана. Тик уға Сибайҙа оҙаҡ эшләргә тура килмәй: үҙенең мөхәббәтен – Мостафа ағайҙы осратып, күп тә үтмәй Ишбирҙе ауылына килен булып төшә. Тормоштарының йәме, ҡыуанысы булып, бер-бер артлы ҡыҙҙары Лилиә, улдары Йәҙгәр донъяға килә.
1982 йылда Миңзәлә Рамаҙан ҡыҙы Ишбирҙе ауылының балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Тәүҙә төрлө эштәрҙә йөрөһә, 1985 йылдан бирле  кесе тәрбиәсе вазифаһын башҡара. 26 йыл дәүерендә балалар баҡсаһы ниндәй генә ваҡиғалар кисермәне?! Тик Миңзәлә апай бер ваҡытта ла зарланмай, тик яҡшы мәлдәрҙе генә иҫкә алып һөйләргә ярата. Коллективта үҙенең ихласлығы, ярҙамсыллығы менән оло абруй ҡаҙанды. Иғтибарлы булыуы, йор һүҙлелеге, шаянлығы менән балаларҙы үҙенә ылыҡтыра белә.
Балалар баҡсаһында үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. Төрлө иртәлектәрҙә, байрамдарҙа ихлас ҡатнаша, бер ҙә өлкәнәйҙем инде тип ултырмай. Ниндәй генә ролдәргә, образдарға инергә тура килмәне уға!
Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләүсе коллегабыҙға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете, йөрәге менән әлегеләй гел йәш булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Әсәләрсә хәстәрлекле

Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина Мерәҫ ауылы мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Ул һәйбәт теоретик әҙерлеге, үҙ бурыстарына етди ҡарауы менән айырылып тора. Уның уҡыусылары мәктәпкә байрамға килгән кеүек ашҡынып килә. Тимәк, балалар өсөн бында ҡыҙыҡ, белем алыу улар өсөн шатлыҡ. Яратҡан апайҙары һәр береһенең хәлен һорашырға, әсәләрсә йылы һүҙ ҡушып, күңелен күтәрергә, ҡанатландырырға ла өлгөрә. Уҡытыусы дәрестәрендә күберәк үҙе әҙерләгән дидактик таратма материалдарҙы файҙалана. Кластан тыш сараларҙың сценарийҙарын да үҙе төҙөй.

Динә Ғәфүр ҡыҙы – ысын уҡытыусы, баланың психологияһын яҡшы белә, белемде ғәҙел баһалай. Ул балаларҙы хөрмәт итә һәм үҙе лә быға лайыҡ. Был һоҡланғыс уҡытыусы ауыл китапханаһында үткән төрлө сараларҙа бөтә класы менән ҡатнаша, мин уға оло рәхмәтлемен.
Ғаиләлә һөйөклө ҡатын, өлгөлө әсәй ҙә ул. Тормош иптәше Илшат Дамир улы менән өс бала үҫтерәләр. Илшат Дамир улы ла мәктәптә эшләй, тарих уҡытыусыһы. Уның уҡыусылары район, республика кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яулай. Татыу ғаилә Илшаттың ата-әсәһе менән бергә йәшәй, балалары ғүмерҙәрен мәғарифҡа арнаған ҡартатай-ҡартәсәй тәрбиәһе алып үҫә.
Ошондай матур ғаиләләр, үҙ эштәрен намыҫ менән башҡарған уҡытыусылар күберәк булһа, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслыраҡ, ныҡлыраҡ булыр ине. Мырҙағәлиндарға һаулыҡ, бәхет, эштәрендә түҙемлек, уңыштар теләйем.

Киң күңелле апайым

Әсәйемдең бер туған һеңлеһе Фәймә Теләүбирҙина хаҡында һүҙем. Бик бәләкәй көйө генә әсәйһеҙ ҡалғас, уларға был тормоштоң ҡағып-һуғыуҙарын үҙ иңендә күтәреп, бөтә ауырлыҡтарҙы күреп үҫергә тура килә.
Апайым бик тә сабыр, изге күңелле кеше ул. Элекке “Һәүәнәк” совхозының Һаҡмар ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған Фәтхислам еҙнәбеҙ донъя ҡуйғас та ул совхозда эшләүен ташламаны – хаҡлы ялға сыҡҡансы маҡталып, алһыҙ-ялһыҙ тир түкте. Бер ул һәм алты ҡыҙын яңғыҙ үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы, уҡытты, шартына еткереп туйҙар яһаны. Хәҙер инде балалар үҙҙәре ныҡлы донъя көтә, һәр береһенең яратҡан эше бар, балалар үҫтерә, уҡыта. Апайыма оҡшап, ҡыҙҙары ла егәрле, шәп, матур йырлай, бешеренеүгә лә бик оҫта. Уның Баймаҡ төҙөлөш бригадаһында эшләгән Флүзә исемле ҡыҙы “БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеменә лайыҡ булды. Бындай маҡтаулы исем һәр кемгә бирелмәй бит!
Ә Фәймә апайымдың үҙенең аш-һыуға оҫталығы хаҡында айырым әйтеү урынлы булыр. Сөнки уның өҫтәле һәр саҡ тәмле-татлы ризыҡтарҙан һығылып тора, унан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ауылға туғандарым янына ҡайтҡанда һәр ваҡыт апайыма барырға тырышам – уның татлы ризығын тәғәм итеп, һөйләшеп ултырып сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер! Минең шатлыҡтарым өсөн ихлас ҡыуана, көйөнөстәрем булһа, бергә көйөнә. Балалары апайымды бер ваҡытта ла ҡалдырмай, килеп хәлен белеп торалар.
Апайым, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт! Хоҙай һиңә ныҡлы һаулыҡ бирһен, балаларыңдың ҡыуаныстарын ғына күреп оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Зифа Буранғолова.
Йылайыр районы, Петровка ауылы.

Вәзимә инәй таҡмаҡтары

Ауылыбыҙҙа йор һүҙле, аҡ күңелле бер ағинәй йәшәй. Вәзимә Мөхәммәтша ҡыҙы Вәхитова булыр ул. Һикһәнде теүәлләп килгән ил инәһенең бала сағы уҙған быуаттарҙағы коллективлаштырыуҙың иң ауыр осорҙарына тура  килә.  Тулыр-тулмаҫ алты класлыҡ белем менән ул бик йәшләй генә ҡара эшкә егелә. Бәхетле киләсәккә оло өмөттәр бағлап йөрөгән үҫмер  Вәзимәнең  һәм уның  ише  бик  күптәрҙең  яҡты  хыялдарын  көтмәгәндә ҡупҡан ҡәһәрле  һуғыш  пыран-заран  килтерә.  Әсе  нужаларҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, сәйәси ғәҙелһеҙлекте, ауыр  юғалтыуҙарҙы – барыһын да, барыһын да үҙ иңдәрендә кисерергә тура килә уға. Ләкин инәй  бөгөлөп  төшмәй – ауыр  тормош уны бик йәшләй сыныҡтырған, тәүәккәл булырға өйрәткән инде.