25 янв. 2012 г.

Баймаҡ лицей-интернатына – 55 йыл

Осрашайыҡ, класташтар!
“Балалар, тороғоҙ, йүгерегеҙ зарядкаға!”. Бүлмәбеҙгә дежур тәрбиәсе инеп утты яндыра, бөтәбеҙ ҙә һикереп тороп, спорт формаһын кейеп, зарядкаға теҙеләбеҙ. Коридорҙың осонан һәлмәк кенә баҫып Айҙар Йыһанша улы Хөсәйенов күренә. Ул йыш ҡына таң менән килеп шулай тикшерә.
Иртәнге аштан һуң дәрестәргә ҡыңғырау зыңғырлай. Алъяпҡыстар, ҡыҙыл галстуктар тағып, беҙ кабинеттарға йүгерәбеҙ. Дәрестәр һиҙелмәйсә үтеп тә китә. Уҡыусылар төшкө ашҡа йыйыла. Был аҙнала беҙҙең 8-се “а” класы ашханала дежур. Икмәк бүлгән бүлмәлә малайҙар эшләй, ә ҡыҙҙар тәрилкә йыуа, уҡыусыларға аш ташый. Бындағы эш тиҙ генә, конвейер шикелле башҡарыла. Сәғәт 2-лә ашхана бушап ҡала. Бына тағы ла ҡыңғырау. Класс бүлмәһенә беҙҙең тәрбиәсебеҙ Фәүзиә Такаева килеп инә. Ул шул тиклем талапсан, ғәҙел кеше. Беҙ теҙмә буйынса дәрестәрҙе әҙерләргә тейешбеҙ.
Иң көтөп алған көнөбөҙ – шәмбе. Кискеһен спортзалда нәфис фильм күрһәтәләр, ә унан һуң өлкән синыфтар ял кисәһе ойоштора. Кемдер ял кисәһенә, берәүҙәр киноға, бәғзеләр ҡайтып китергә әҙерләнә. Беҙгә өлкән класс уҡыусыларының гармунға өҙә баҫып бейеүҙәре, аҡҡош шикелле вальста әйләнеүҙәре оҡшай, бер яҡ ситтә иҫебеҙ китеп уларҙы күҙәтәбеҙ. Киске 11-гә яйлап бүлмәләргә таралышабыҙ. Бөгөн отбой һуңыраҡ. Бүлмәләш ҡыҙҙар йоҡларға әҙерләнә, тәрбиәсе инеп утты һүндерә һәм беҙ төнө буйы ҡыҙыҡ нәмәләр  һөйләшеп сығабыҙ. Күҙ алдымдан интернатымдың оҙон бер аҙнаһы кино таҫмаһы кеүек үтте. Ә ҡасан ғына булды был онотолмаҫ көндәр... Эйе, ғүмер аҡҡан һыу кеүек үтеп тә киткән.
Төптән уйлап ҡараһаң, интернатым мине күп нәмәгә өйрәтте, тормошта бирешмәҫкә, үткен булырға, ғөмүмән, иң изге сифаттарҙы тәрбиәләне. Буласаҡ һөнәремде лә мин еңел һайланым. Районда сит телдәр уҡытыусылары булманы, ә интернатҡа Өфөнән йәш кенә ҡыҙҙар килеп уҡыта торғайны. Инглиз теле буйынса һөнәр һайлауыма улар этәргес көс биргәндер.
Быйыл беҙҙең интернатты тамамлауыбыҙға 40 йыл. Класташтарым Рәсүл, Мирза, Заһита, Айһылыу, Шәмсинур, Мөслимәне мәктәпте бөткәндән алып күргәнем юҡ. Һеҙ ҡайҙа? Әйҙәгеҙ, класташтарым, тағы ла бер тапҡыр туған мәктәбебеҙгә йыйылайыҡ, үткәндәрҙе иҫләйек, бала саҡ эҙҙәренән атлайыҡ, алһыу таңдарҙы ҡаршылайыҡ!


Рәсимә Мәғәфүрова, мәғариф ветераны,
 1972 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.