25 янв. 2012 г.

Беҙҙең интервью

Кемдәр субсидияға хоҡуҡлы?
Былтыр торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидияны районда 2489 ғаилә алған. Субсидияның дөйөм суммаһы 17 миллион 162 мең һум булып, уртаса күләме 882,06 һум тәшкил иткән. Торлаҡ бүлмә һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидияға ҡағылышлы йыш бирелгән һорауҙарға Баймаҡ районы буйынса субсидия секторы мөдире Ләйсән Рамаҙан ҡыҙы Мезина яуап бирә.

– Кемдәр субсидия алыуға хоҡуҡлы?
– Субсидия – ул килеме түбән булған граждандарға дәүләт тарафынан күрһәтелгән һәм кире ҡайтарылмай торған социаль ярҙам. Был адреслы социаль программа эшһеҙ граждандарға, 1-2 балалы тулы булмаған ғаиләләргә, күп балалы ғаиләләргә һ.б. йүнәлтелә. Торлаҡ бүлмә һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидияны алыуға торлаҡ хужаһы (торлаҡ йорт, торлаҡ йорттоң бер өлөшө, фатир, фатир өлөшө), дәүләт йәки муниципаль торлаҡ менән файҙаланыусы, шәхси торлаҡ бүлмәгә инеп түләп йәшәүсе  дәғүә итә ала. Торлаҡ бүлмә һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән сығым (төбәк стандарттары сиктәрендә) ғаилә килеменән артҡан осраҡта ғына  граждандарға субсидия бирелә.  Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: субсидия юллаусының торлаҡ һәм коммуналь түләүҙәр буйынса бурысы булмауы йәки бурыстарҙы ҡаплау тураһында килешеү төҙөү шарт. Субсидия алты айға тәғәйенләнә, ошо ваҡыт уҙғас, ҡабаттан беҙҙең бүлеккә документтар йыйып тапшырырға кәрәк. 
– Субсидия алыусының ғаилә составы нисек билдәләнә?
– Субсидия алыусының үҙе менән бергә бер йортта йәшәүселәр ғаилә составына инә.
– Торлаҡ бүлмә һәм коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артыуы субсидия күләменә йоғонто яһаймы?
– Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының төбәк стандарттары үҙгәргән көндән алып, субсидияның да күләме ҡабаттан иҫәпләнә. Мәҫәлән, былтыр субсидияларҙы ҡайтанан иҫәпләү БР Хөкүмәтенең “2011 йылға Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының республика стандарттары тураһында”ғы ҡарарына ярашлы башҡарылды. Ошо уҡ ҡарар нигеҙендә ғаиләнең йыйылма сығымы күләмендә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә граждандарҙың сығымы өлөшөнә максималь рөхсәт ителгәнсә яңы республика стандарты билдәләнде. Ул граждандарҙың субсидия күләмен дә арттырҙы. Субсидиялар шулай уҡ йәшәү минимумы күләме үҙгәргәндә лә ҡайтанан иҫәпләнә. 2012 йылдың 1 ғинуарынан йәшәү минимумы хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн 5861 һум, пенсионерҙарға – 4471, балаларға 5374 һум тәшкил итә. Ошо сәбәпле субсидия күләме 1 ғинуарҙан яңынан иҫәпләнде.
– Субсидия юллау өсөн ниндәй документтар кәрәк?
– Билдәләнгән формалағы ғариза; ғариза биреүсенең һәм ғаилә ағзаларының паспорттары, балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары, торлаҡ йортҡа найм килешеүе, хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ һ.б. күсермәләре, ғаилә составы тураһында белешмә, ғариза биргән көнгә ҡарата уҙған алты айға килемдәр (эш хаҡы, пособие, пенсия һ.б.) тураһында белешмә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн һуңғы түләүҙәрҙе раҫлаусы документтар (квитанциялар һ.б), ғариза биреүсенең льготаларға хоҡуҡтарын раҫлаусы документтар,  ғариза биреүсенең һаҡлыҡ кенәгәһе күсермәләре.
Субсидия өсөн кәрәкле документтар исемлеге райондың бөтә ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә лә бар.
Тулыраҡ мәғлүмәтте райондың субсидия секторынан түбәндәге адрес буйынса алырға була: Баймаҡ ҡалаһы, Пименов урамы, 81 (элекке хәрби комиссариат бинаһында), телефоны: 2-26-11. Эш режимы: эш көндәрендә 8.30-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Сәлимә Кейекбирҙина әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.