27 янв. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Берәҙәк мал өсөн – штраф!
Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин сираттағы кәңәшмәлә шәхси хужалыҡтағы малдарҙы көтөү тәртибе тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе. Белеүебеҙсә, был йылдан-йыл һуҙылып килгән проблемаларҙың береһе. Кәңәшмәлә шәхси ихатаһында күпләп йылҡы малы көтөүселәр ҡатнашты.
– Көтөүгә ҡыуылмаған берәҙәк малдан ҡотолоуға етди саралар күреләсәк, – тине И.Ә. Бураншин. – Хәҙер Закон да беҙҙең яҡта. Баҫыуҙарҙы тәләфләгән, йәшеллекте юҡ иткән мал бикләнәсәк, ә хужаһына ҙур суммала штраф һалынасаҡ.
Ҡала башлығы белдереүенсә, Баймаҡ халҡының 344 баш йылҡыһы, 663 һыйыры, 236 ваҡ малы бар. Республика программаһына ярашлы ҡымыҙ етештереү өсөн субсидия алыусылар күп. Шәхси хужалыҡты үҫтереү, әлбиттә,  хуплауға лайыҡ, ләкин ҡайһы берәүҙәр, көтөү ойошторолоуға ҡарамаҫтан, малын ҡала урамдарына сығарып ебәрә. Тап шул сәбәпле, күп көс һалып үҫтерелгән йәшеллек, баҫыуҙарҙа иген юҡҡа сыға.
Ошо көндәрҙә Баймаҡҡа махсуслаштырылған ике техника алынасаҡ, уға тиҫтәнән ашыу малды тейәргә мөмкин. Уларҙың кемдеке икәнен билдәләү ауыр булмаясаҡ. Сөнки көндәр йылыта башлау менән малдарға шәхси номерҙар һуғыласаҡ. Был эш менән Урал аръяғы буйынса тоҡомсолоҡ предприятиеһы шөғөлләнәсәк. Хеҙмәтләндереү түләүле, бер баш малға тамға һуғыу 300 һум.
Кәңәшмәлә шулай уҡ йылҡы малын көтөүҙе ойоштороу буйынса тәҡдимдәр ҡаралды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.