23 янв. 2012 г.

Урындағы үҙидара

Башлыҡтар белемдәрен камиллаштыра
Ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн семинар-уҡыуҙар ойошторолдо
Был улар өсөн ысын мәғәнәһендә бер мәктәп, сөнки ауыл халҡы төрлө һорауҙар, тәҡдимдәр менән иң тәүҙә үҙҙәренең башлығына мөрәжәғәт итә. Тимәк, ниндәй генә өлкә булмаһын, башлыҡ вазифаһын алып барыусы һуңғы яңылыҡтар, закондарға индерелгән үҙгәрештәр тураһында хәбәрҙар булырға, йәғни урындарҙа эште дөрөҫ ойошторорға, заман менән бергә атларға тейеш.

Әйтергә кәрәк, был уҡыуҙарҙа муниципаль район хакимиәтенең бөтә бүлектәре, төрлө хеҙмәттәр әүҙем ҡатнаша. Уҙған дүшәмбенән алып башлыҡтарға яңы положениелар, закондар, эшҡыуарҙар менән эшләү, килешеүҙәр төҙөү тураһында Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Сибай төбәк комитетының Баймаҡ бүлеге эксперт-белгесе Ғ.Р. Сафиуллин,  “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы БР законын тормошҡа ашырыу, “Урындағы хакимиәт башлығының персональ менеджменты” һ.б. хаҡында муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Р.В. Ишембәтов лекция һөйләгән.
Шулай уҡ социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин етәкселегендәге социаль хеҙмәттәр вәкилдәре үҙ өлкәләре буйынса яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр менән таныштырған. Уларҙан тыш муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы К.М. Баязитов, заказдар менән идара итеү идаралығы начальнигы Р.Х. Баййегетов, Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев сығыш яһаған.
18 ғинуарҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары менән “Россельхозбанк”тың урындағы бүлексәһе идарасыһы Ә.Һ. Байсурин, банктың бүлек начальнигы Д.Р. Хисмәтуллин осрашты. Улар әлеге ваҡытта донъялағы, илдәге һәм республикалағы финанс хәл-торош, кредит төрҙәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ вкладтарға, ипотека, шәхси хужалыҡты үҫтереүгә ҡағылышлы бихисап һорауҙарға яуап бирҙе. Ғөмүмән, ауыл биләмәләре башлыҡтары хәҙерге көндә был тәңгәлдә ауыл халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Артабан семинарҙы милек менән идара итеү комитеты рәйесе Р.В. Рәхимғоловтың сығышы дауам итте. Ул шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бушлай бер тапҡыр ер алырға хоҡуҡлы граждандар категориялары, тапшырылырға тейешле документтар тупланмаһы һ.б. тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
Сара барышында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов башлыҡтарҙың уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды, районда киләсәктә башҡарыласаҡ эштәр, уй-ниәттәр тураһында һөйләне.
Уҡыуҙар бөгөн тамамлана. Башлыҡтар тест һорауҙарына яуап биреп, аттестация үтәсәк. Әлеге сара уларҙың артабанғы эше өсөн бик кәрәк, төрлө хеҙмәт етәкселәре һәм белгестәренең лекциялары фәһемле булған. «Һәр өлкәлә лә яңылыҡтар, үҙгәрештәр күп, беҙ уларҙың барыһын да белеп торорға тейеш. Шунлыҡтан киләсәктә был сара ғәмәлдә ҡалһын һәм матур бер традицияға әйләнһен ине”, – тигән теләктәрен еткерҙе улар.

Сәлимә Кейекбирҙина.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.