16 янв. 2012 г.

Хәтер

Яҡын дуҫ һәм тәжрибәле юрист ине...
Районыбыҙ үҙенең билдәле шәхестәре, көслө рухлы кешеләре менән билдәле. Уларҙың рәтенә Салихйән Мөхәмәтғариф улы Иҫәнамановты ла индерергә була.

Салихйән 6 балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы береһенән-береһе бәләкәй балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн заводта тырышып эшләй. Иң өлкән Сабирйән исемле улдары Баймаҡ техникумында уҡый, бик һәләтле булыуы, матур шиғырҙар ижад итеүе менән айырылып тора. Уның шиғырҙары әле лә Иҫәнамановтарҙың ғаиләһендә ҡәҙерләп һаҡлана.

Һуғыш башланыу менән Иҫәнамановтар өсөн дә ауыр, аслыҡ йылдары килә. Аталарын бронь буйынса яуға алмаһалар ҙа, 8 кешенән торған ғаиләгә 2 кг  ғына икмәк бирелә. Һуңынан икмәк эшләгән кешенең иҫәбенә генә ҡарап бирелә башлай. Салихйән йыш ҡына  2-3 көнләп ас йөрөй.
1940 йылда ул Чапаев урамында урынлашҡан саман мәктәпкә уҡырға бара. Артабан Стаханов урамында төҙөлгән мәктәптә уҡыуын дауам итә. Ошо мәлдә ағаһы Рәхимйән һәм апаһы Мәфтуха старателдәр артелендә эш башлай.      
1951 йылда Салихйән ҡаты ауырый һәм үҙе Өфө дауаханаһына барып етә. Уны республика дауаханаһында ярты йыл дауалайҙар. Салихйән ғүмер буйы үҙен “хәрби хеҙмәткә алыныусы” тип дауаханаға һалып, аяҡҡа баҫтырған табипҡа рәхмәттәр уҡыны. Сөнки был сирҙең уның ғүмерен иртә менән алып китеүе лә бар ине.
1954 йылда Салихйән Свердловск ҡалаһының юридик мәктәбенә уҡырға инә. Уның хеҙмәт юлы Ҡариҙел район прокуратураһында башлана. Шул уҡ ваҡытта ул Мәскәү юридик институтын ситтән тороп тамамлай. Баймаҡ прокуратураһында тәфтишсе булып эшләгәндә, медицина институтынан һуң килгән йәш врач Йәмилә Ғиззәт ҡыҙы Һөйәрғолова менән танышып, бер йылдан ғаилә ҡора.
Тәжрибәле юристы төрлө райондарға эшкә йүнәлтәләр. Ул Хәйбулла районы, артабан Өфөлә прокурор булып эшләй. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте СССР Генераль прокуроры һәм Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәре менән билдәләнә. Шулай уҡ БАССР Юғары Советының Почет грамотаһы менән дә наградлана, ә 1972 йылда уға «РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. КПСС ағзаһы булараҡ та, Салихйән Иҫәнаманов юғары үрҙәргә өлгәшә.
Уның тормош юлдашы Йәмилә Ғиззәт ҡыҙы ла үҙенең хеҙмәтен яратып, намыҫ менән башҡарыуы өсөн күп маҡтау ҡағыҙҙарына, “Башҡортостандың атҡаҙанған врачы” тигән исемгә лайыҡ була. 1986 йылда ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
Иҫәнамановтар ике ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Улар икеһе лә атаһының юлын һайланы: Илдар Свердловск юридик институтын тамамлап, Әлшәй, Ейәнсура прокуратураһында эшләне, хәҙерге ваҡытта хеҙмәт юлын Өфөлә дауам итә, ә Ринат милиция подполковнигы булып отставкаға сығып, адвокат вазифаһын башҡара.
Салихйән Мөхәмәтғариф улы тыуған яғын һағынып, яратып йәшәне. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул республика прокуратураһының реабилитациялау бүлегендә эшләне. Беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың 1937 йылғы золом ваҡытындағы аяныслы яҙмыштары тураһында район гәзитендә мәҡәләләрен дә баҫтырҙы. С.М. Иҫәнаманов 2001 йылдың апрелендә 69 йәшендә вафат булды. Әммә ябай ғаиләлә тәрбиәләнеп, оло үрҙәргә барып еткән яҡташыбыҙ, яҡын дуҫыбыҙ, изге күңелле Салихйән Мөхәмәтғариф улы тураһында яҡты иҫтәлектәрҙе күңелебеҙҙә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.

Сәйғәфәр ВӘЛИЕВ,
БР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, сауҙа ветераны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.