25 янв. 2012 г.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Уңыштар беҙгә юлдаш
Башҡорт теленә һөйөү әсәнән бирелә, тиһәләр ҙә, уны үҫтереүҙә, байытыуҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының да роле ғәйәт ҙур. Ошо йәһәттән бар тырышлығын һалып, ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй эшләп йөрөүселәр бихисап. Шуларҙың береһе – Таһир мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Р. Байраҡаева.

Гөлкәй Радик ҡыҙы – беҙҙең ауыл килене. Өфөләге китапхана техникумын тамамлап, ете йыл Баймаҡ үҙәк район китапханаһында эшләй. Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Хәҙер тиҫтә йылдан ашыу Таһир мәктәбендә уҡыусыларға Әсә теле серҙәрен өйрәтә. Өс йылдан ашыу тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып та эшләне. 

Гөлкәй Радик ҡыҙы үҙ эшенә ижади ҡарай, дәрестәре һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы үтә. Талантлы уҡытыусының дәрестәре тормошсан булыуы, заман талаптарына яуап биреүе менән айырылып тора. Яңы технологияларҙы, уҡыу алымдарын халыҡ аҡылына бәйләп, уҡыусыларға ауыр булған темаларҙы ла еңел генә итеп үткәреүе менән ота ул. Мәктәптә “Ҡаурый ҡәләм” ижад түңәрәген етәкләй. Уҡыусыларының ижад иткән шиғырҙары, әкиәттәре район һәм республика баҫмаларында донъя күрә. Район кимәлендә үткән “Ҡәләмемде тибрәтәм” конкурсында үҙ көстәрен һынап ҡараған уҡыусыларҙың күптәре Рәхмәт хаттары алһа, 5-се класс уҡыусыһы Ғәлиә Ҡотләхмәтова “Өмөт” номинацияһында еңеү яуланы. Был һәләтле уҡыусы “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ла төрлө номинацияларҙа призлы урындарға лайыҡ булды. Был еңеүҙәрҙә Гөлкәй Радик ҡыҙының да өлөшө һис шикһеҙ ҙур.
Г.Байраҡаева үҙе етәкләгән 5-се класты татыу, дуҫ коллектив итеп туплауға өлгәште, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙы. Класта төрлө саралар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, кисәләр даими үтеп тора. 2011 йыл аҙағында республика күләмендә “Комсомольская правда” гәзите тарафынан иғлан ителгән “Президент көндәлеге” конкурсында ошо кластан гел “5” билдәләренә генә уҡыған  Ғәлиә Ҡотләхмәтова менән Нәйлә Әлибаева, 7-се кластан Лидия Биктимерова ҡатнашып, һайлап алынған иң яҡшы 30 уҡыусы  эсенә инде. Уларҙың көндәлектәренә  Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов изге теләктәрен яҙып, ҡултамғаһын ҡуйған. Был сарала ҡатнашҡан бөтә уҡыусылар ҙа  “Президент шыршыһы”на саҡырыу алды.

Таңһылыу Мазһарова,
уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.