25 янв. 2012 г.

Иҫтәлекле даталар

Ветерандар ойошмаһына – 25 йыл
Баймаҡ районы ветерандарының тәүге конференцияһы 1987 йылдың 24 ғинуарында булғайны. Был сарала төрлө ойошма-предприятиеларҙан делегаттар ҡатнашты. Конференцияның эше менән партия етәкселек итте. Ошонда Борхан Абдулла улы Сәмиғуллин һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район һәм ҡала советы рәйесе итеп һайланды. Уның урынбаҫары булып В.Б. Буранбаев, йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш тотоу буйынса С.С. Самарбаев, секретарь вазифаһына Г.Р. Яҡупова ҡуйылды.

25 йыл дәүер эсендә ветерандар советы рәйесе булып В.Б. Буранбаев, Н.М. Гуров, И.И. Куравлев, Р.Х. Хисмәтуллин уңышлы эшләне. Хәҙерге ваҡытта ойошманы Т.Ш. Бикҡолов етәкләй. Уларҙың һәр береһе ололарҙың мәнфәғәтен күҙәтеү, уларға ярҙам итеү, эште юғары кимәлдә алып барыу өсөн бар тырышлығын һалды. Ветерандар советы халыҡ контроле комитетының эшенә лә булышлыҡ итте. Ойошма ағзалары ярҙамы менән магазиндар, складтарҙағы аҙыҡ-түлек тикшерелгәндән һуң ғына һатыуға сығарылды. Шулай уҡ сауҙа нөктәләрендә “Ветеран мөйөшө” булдырылды, ветерандар өсөн айырым лавкалар ҙа асылды.
Артабан ветерандар ойошмаһының Уставы ҡабул ителеп, ул юридик көскә эйә булды. Ошонан һуң төрлө учреждениеларҙа уларҙың беренсел советтары барлыҡҡа килде. Әле беҙҙең район-ҡалала 50 беренсел ойошма эшләй, улар 14 меңдән ашыу ветеранды берләштерә.
Әлбиттә, ололарға ил кисергәнде татырға тура килде. Дефицит, пенсияны ваҡытында ала алмау йәки уны аҙыҡ-түлеккә алмаштырыу – барыһы ла үтте беҙҙең баштан. Әйтергә кәрәк, хәҙер һәр кемебеҙ пенсияһын ваҡытында ала, ололарҙы социаль яҡлау өлкәһендә лә күп эштәр башҡарыла. Ветерандарға торлаҡҡа сертификат тапшырыу матур бер йолаға әүерелде.
Тик беҙҙе борсоған проблемалар ҙа етерлек. Бигерәк тә ветерандар өсөн ҡаралған күп льготаларҙың (транспортта бушлай йөрөү, теш протезы ҡуйҙыртыу, коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн ташламалар һ.б.) юҡҡа сығыуы йөрәкте әрнетә.
Ветерандар советының мөһим бурысы – оло быуындың бай тарихын һаҡлау, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй буйынса был йүнәлештә махсус Программа ла ҡабул ителде. Әлбиттә, беҙҙең ветерандар ҙа был изге эштән ситтә тороп ҡалмаясаҡ. Тик уларҙың һаны көндән-көн кәмей бара. Һуғыш тамамланғас, 6000-гә яҡын яугир ҡайтҡайны, хәҙер уларҙың 42-һе генә иҫән. Иң “йәштәренә” – 85-86 йәш. Шуға ҡарамаҫтан, улар әүҙем тормош алып барырға тырыша, балалар менән осраша, буласаҡ һалдаттарҙы әрмегә оҙатыу тантанаһында ҡатнаша.
Әүҙем эшләгән беренсел ойошма рәйестәре М.М. Айытбаев, А.З. Антонова, Р.М. Романова, С.С. Үҙәнбаев, Ю.Г. Фертиков, Й.М. Ҡашҡаров, М.Б. Мәмбәтҡолов, А.С. Ғәзимов, В. Абдуллина һ.б. айырыуса билдәләп үтергә кәрәк.
Өфөлә үткәрелгән ветерандарҙың II пленумында быйыл – Ветерандар йылы, ә илебеҙҙә Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде. Беҙ ҙә был сараларҙан ситтә ҡалмай, үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ, тип уйлайым.
Ысынлап та, үткәндәрҙе оноторға ярамай. Ветерандар советы эшмәкәрлегенә 25 йыл тулыу ҙа беҙҙең өсөн ҡәҙерле тарих биттәре булып ҡаласаҡ.

Гөлкәй ЯҠУПОВА,
ветерандар советы президиумы ағзаһы, йәмәғәт хәбәрсеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.